ШОУ-БИЗНЕС
1. Эстрада тамашаһы, күңел асыу программаһы. □ Шоу (яркое эстрадное представление, развлекательная программа). Телевизион шоу. Музыкаль шоу. Бөгөн теле-тапшырыуҙарҙың яртыһын тиерлек шоу программалары алып тора.
2. Етештерелгән нәмәләрҙең иң яҡшылары менән таныштырыу өсөн ойошторолған күргәҙмә-йәрминкә. □ Шоу (выставка-ярмарка с демонстрацией лучших экземпляров чего-л.). Авиация шоуы. Автомобилдәр шоуы.
3. кусм. Тышҡы эффектҡа ҡоролған нәмә. □ Шоу (что-л., построенное на внешнем эффекте). Сәйәси шоу. Һайлау алды шоуы.
ШОУ-БИЗНЕС [ингл. show business} (Р.: шоу-бизнес; И.: show business; T.: görünç işleyimi) u.
Эстрада һәм күңел асыу тамашалары, концерттар ойоштороп, табыш алыу, бизнес яһауға ҡоролған эшмәкәрлек. □ Шоу-бизнес. Шоу-бизнес вәкилдәре. Шоу-бизнес яңылыҡтары.
ШОУ-ГРУППА [ингл. show + нем. Gruppe] (Р.: шоу-группа; И.: show group; T: şov grubu) и.
Ике һәм унан күберәк кешенән торған эстрада артистары төркөмө. □ Шоу-группа. Шоу-группа сығышы. Билдәле шоу-группа.
ШОУМЕН [ингл. showman} (Р: шоумен; И.: showman; T: şovmen) и.
Эстрада тамашаһын алып барыусы артист йәки башҡа кеше. □ Шоумен. Шоумен -профессия ла, һәнәр ҙә тугел, ул булмыш. Шоумен булыу өсөн тәбиғәттән бирелгән һәләт кәрәк.
ШОФЁР [фр. chauffeur ‘яғыусы’] (Р: шофёр; И.: driver; T: şoför) и. ҡар. водитель.
Автомобиль йөрөтөүсе. □ Шофёр. / Шофёрский. Такси шофёры. Шофёр кейеме. Шофёр булып эшләу. М Шофёр йәш кенә егет икән, ауыҙын йырып тик ултыра. М. Ғиләжев. Шофёр бик телсән булып сыҡты. Ә. Бикчәнтәев. Ғумәр ағай, машина ҡуҙғалып киткәс, тәуҙә шофёрға мөрәжәғәт итеп алды. Р. Байбулатов. Иң һуңғы ҡунаҡ булып Зөләйхә әбейҙец ошо һуғышта һәләк булған улынан ҡалған ейәне - колхоздың шофёры Хәмит ағай килеп инде. 3. Биишева.
ШОФЕРЛЫҠ (шоферлығы) (Р: шофёрство; И.: driving as a profession; T.: şoförlük) и.
Шофёр һәнәре. □ Шофёрство. / Шофёрский. Шофёрлыҡ курсы. Шофёрлыҡҡа уҡыу. Шофёрлыҡҡа өйрәнеу. ■ Колхозда шофёрҙар етешмәй башлағас, Зиннәтулла шофёрлыҡҡа уҡып ҡайтҡан. Ф. Әсәнов. Ауыл Советы уны [Фәиз Иҫәнтәевте]ҡалаға оҙатты, унда балалар йортонда тәрбиәләнде, шунда саҡта шофёрлыҡҡа, слесарлыҡҡа өйрәнде. Р. Низамов. Институтҡа йәки техникумға барырға форсат булманы - шунда уҡ тиерлек военкомат уны шофёрлыҡҡа уҡырға ебәрҙе. Н. Ҡотдосов.
ШОБОР (Р: подражание журчанию; И.: sound imitative word; T: şırıl şırıl) оҡш. диал. ҡар. сөбөр.
һыу йәки бүтән шыйыҡлыҡтың нәҙек кенә булып нимәлер өҫтөнә йәки өҫтөнән яй ғына аҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание журчанию. Шөбөр итеп ағыу. Бәләкәй йылға шөбөр-шөбөр килә.
ШӨБӨРЛӘТЕҮ (шөбөрләт-) ҡ. йөкм. ҡар. шөбөрләү. понуд. от шөбөрләү. М Ҡыҙыу ҡояш аҫтында айырата ныҡ ҡыҙарынып, кәбәк-һалам саңы баҫҡан ҡаҡса ерән йөҙөнән шыбаҡшып тир ағып ултырған Хисбулла өндәшмәй, мәрәкәләшеугә һис тә иғтибар итмәй, шөбөрләтеп ҡайнар сәйҙе һемерә генә бирә. 3. Биишева.
ШӨБӨРЛӘҮ (шөбөрлә-) (Р: течь с журчанием; И.: flow making purling sounds; T.: şırıldamak) ҡ.
Шөбөр тигән тауыш сығарыу, шөбөр-шөбөр килеү; сөбөрләү. П Течь, литься с журчанием. Йәше шөбөрләп аға. Тубәнән һыу шөбөрләй. М Сурағолдоң танау-ауыҙынан шөбөрләп ҡаны аҡҡан көйө кире тороп баҫыуына суҡмарҙай йоҙроғо менән битенә икенсе тапҡыр тондорҙо [тәфтишсе]. Ғ. Хөсәйенов.
ШӨБҺӘ [ғәр. (Р: сомнение; И.: doubt; suspicion; T: şüphe) и.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер ышанып етмәй, дөрөҫлөгөнә икеләнеү тойғоһо; шик. □ Сомнение, подозрение. Шөбһәгә төшөу. Шөбһә менән ҡарау. Шөбһәгә алыу. К Был икмәктәрҙең һәр бер киҫәге бер алтын кеуек куренеуендә шөбһә юҡтыр. М. Ғафури. Кинйә менән Арыҫлан өйөнә лә ҙур шөбһә уятып ингәйне был хәбәр. Ғ. Ибраһимов.
836