Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 837


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

шөгәлә
2. Хәүефләнеп ҡурҡыу хисе; шом. □ Опасение, тревога. Ш Аэродромдағы ғәҙәти булмаған тынлыҡ уның [Анатолийҙың] куңеленә шөбһә һалды. А. Мағазов. Уны [Са-тураны] оҙатып, ҡапҡа алдына сыҡҡан туғандарының йөҙөндә шөбһә ҡатыш сикһеҙ ғәжәпләнеу сағылғайны. Р. Вәлиев. Атайым менән киткәндәрҙең әле береһе, әле икенсеһе тураһында бына шундай шомло хәбәрҙәр беҙҙе лә шөбһәгә һалды. В. Исхаҡов.
ШӨБҺӘЛЕ I (Р.: подозрительный; И.: doubtful; T.: şüpheli) с.
1. Шик-шөбһә уятҡан; шикле, ышанысһыҙ. □ Подозрительный, сомнительный, недоверчивый. Шөбһәле кеше. Шөбһәле һуҙ.
2. Шик, шөбһә белдергән; шикле. □ Сомнительный, подозрительный. Шөбһәле ҡараш. Шөбһәле уйҙар. ■ Куңелемдә, ирекһеҙҙән, шөбһәле һорау тыуҙы. М. Садиҡова. Ят эш, шуға ла Ташауыҙ промыслаһы мөдиренең советтағы сығышы кешеләрҙә шөбһәле уйҙар тыуҙырҙы. Р. Солтангәрәев.
3. Күңелдә шом, хәүеф уятҡан; шомло, хәтәр. □ Тревожный, опасный, подозрительный. Шөбһәле тынлыҡ. ■ Халыҡ куңелендәге шөбһәле төйөндәр сиселә төштө. Д. Юлтый. Бер көндө газеталар кутәреп Әҡлимә килде һәм ҡайҙалыр ете диңгеҙ аръяғында элекке союзниктарҙың беҙгә янауы тураһында шөбһәле хәбәр уҡып китте. X. Ғиләжев. Эс бошорғос бер төҫ һоро бурәнә өйҙәрҙең ябыҡ тәҙрәләре утә ҡыҫыла-өҙөлә нәҙек кенә ут яҡтыһы һуҙыла, һирәк-һаяҡ таҡта ҡапҡаларҙың шөбһәле шығырлауы ҡолаҡҡа сағылып ҡала. 3. Биишева.
ШӨБҺӘЛЕ II (Р: подозрительно; И.: suspiciously; T: şüpheli) р.
Шик-шөбһә уятып; шикле, ышанысһыҙ. □ Подозрительно, сомнительно. ■ Мулланың көр тауышы инде тау башын ҡаплап алған зыярат өҫтөндә шөбһәле яңғыраған. Ә. Байрамов. Ниғмәт Сабирович тирә-яғына шөбһәле ҡаранып алды: ни һөйләй был?! Р. Байымов.
ШӨБҺӘЛӘНДЕРЕҮ (шөбһәләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. шөбһәләнеү, понуд. от шөбһәләнеү. Һуңғы ваҡиғалар ҡыҙҙы шөбһәләндергән. ■ Бына нәмә [Әхмәтйән бабай менән
Хөснулла ҡарттарға тағы бер ук көндө военкоматтан хат килеуе] шөбһәләндерҙе уны [Мәмдуҙә инәйҙе]. Р. Ғабдрахманов. Тәу ҡарашта ғорур килеш-килбәте, киҫкенерәк хәрәкәттәре, баймаҡтарса башын текә йөрөтөуе менән шөбһәләндерһә лә, килендең уңғанлығын, тәкәббер булмауын толпарлылар тиҙук аңланы һәм уҙ тупрағына ихлас ҡабул итте. Г. Яҡупова.
ШӨБҺӘЛӘНЕҮ (шөбһәлән-) (Р: сомневаться; И.: be in doubt; suspect; T: şüphelenmek) ҡ.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер ышанып етмәй шик менән ҡарау; шикләнеү. □ Сомневаться в чём, подозревать кого. // Сомнение, подозрение. М Ысынмы, бер ни ҙә куренмәйме ни, ҡыҙым? - тип, һаман шөбһәләнде әбей.
3. Биишева. Ләйсәне өсөн борсолоп, шөбһәләнеп көндәре уҙа Нажияның. Р. Вәлиев. Бына, ниһайәт, тулҡынланып та, туҙем-һеҙләнеп тә, шул уҡ ваҡытта бер аҙ шөбһәләнә биреп көтөп алған көн етте! И. Ноғманов.
2. Хәүеф һиҙеп, бер аҙ ҡурҡа биреп ҡуйыу, шомланыу; шөрләү. □ Тревожиться, беспокоиться. Ишетелгән һуҙҙән шөбһәләнеу. ■ Бер көндө кис ҡояштың айырыуса ҡыҙарып ба-йыуына шөбһәләнә ауыл ҡарттары. М. Садиҡова. Ниңә улай шөбһәләнәһең, Кинйә абыҙ? -тип текләне Батырша. Ғ. Ибраһимов. Мәжитте эске бер шөбһәләнеу биләп алды. В. Исхаҡов. Һөлөклө кулдең төбө өңөлдө -илгә бер-бер йот килмәһә ярар ине, - тип шөбһәләнеп тә йөрөгәйне ҡарт-ҡоро. Ш. Бикҡол.
ШӨБҺӘҺЕҘ (Р: безусловно; И.: certainly; T: şüphesiz) мөн.
Һис шикһеҙ, әлбиттә. □ Безусловно, конечно; естественно, разумеется. М Был ваҡытта йондоҙҙар, ғәҙәттәренсә, куп йымылдамай, елберләмәй, шөбһәһеҙ, бер нәмәгә мәф-тун булып, шаҡ ҡатып урындарында торалар. М. Ғафури.
ШӨБӘ (Р: дратва; И.: shoe thread; T: ziftli iplik) и. диал.
1. Ишелгән, ыҫмалаланған еп; сарыҡ һабаҡ. □ Дратва. Шөбә менән быйма төпләу.
2. Ишелгән еп. □ Свитые нитки. Шөбә-ләрҙе барлау.
ШӨГӘЛӘ и. диал. ҡар. күләгә. Шөгәлә төштө.
837