Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 838


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШӘҒБӘ
ШӘҒБӘ [ғәр. I (Р.: отдел; И.: department; T.: şube) и. иҫк. кит.
Бүлек, бүлексә. □. Отдел, отделение. Мәғариф шөғбәһе. Нәшриәт шөғбәһе. ■ Әбделхаҡ Ғәбитов уҡып бөттө лә, һораулы ҡарашын хәрби шәғбә мөдиренә төбәне. Р. Байымов. [Хәйреннасов - Ҡарабашҡа:] Алығыҙ мәғариф шөғбәһен, унда Ҡыҙылъярҙың эре спекулянты. И. Насыри. Степан Ильич .. ауыл активына ярҙамға өйәҙ ерселек шөғбәһенән (бүлегенән) берҙән-бер агрономды махсус саҡыртты. Р. Өмөтбаев.
ШӨҒЛӘ [ғәр. (Р: тёплые лучи; И.: warm flames; T.: şule) и. иҫк. кит.
1. Йылы нур, ялҡын. □ Тёплые лучи, жар, пламя. Ут шөғләһе. Көн шөғләһе.
2. Яҡты нур, яҡтылыҡ. □ Светлый луч; свет. Алтын шөғләһе. ■ Шөғләләр уйнай күгемдә, ал, ҡыҙыл нурҙар теҙә. Б. Мирзанов.
ШӨҒӨЛ [ғәр. Л] (Р: занятие; И.: occupation; employment; T: meşgale) и.
1. Башҡарған, мәшғүл булған эш, хеҙмәт. □ Занятие, дело. Берәй шөғөл менән булыу. Умартасылыҡ шөғөлө. Үҙеңә шөғөл табыу.
■ [Арыҫлан Рәхмәтуллович:] Минең шөғөл, ысынлап та, - кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарыу. Д. Бүләков. Уның [Нәжибәк Хафизовтың] йәнә бер яратҡан шөғөлө - спорт ярыштарына йөрөү. Н. Мусин.
2. һәр төрлө ваҡ-төйәк эш; мәшәҡәт. □ Мирские дела; хлопоты. Донъяуи шөғөл.
■ [Хисаметдин - Аллаярға:] Донъяуи шөғөлдәрегеҙ ихтыяр ҡуйған тәҡдирҙә әҙерәк һөйләшеп ултырыр инек. Ф. Иҫәнғолов. Һәр ҡайһыһының - үҙ өйө, үҙ шөғөлө. Б. Рафиҡов. Ир-ат һуғышҡа китеп бөткәс, был шөғөлдәр [урман ҡырҡыу, һунар итеү, мал аҫрау, арба-сана һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр эшләп һатыу] туҡтаны. С. Ильясов.
ШӨҒӨЛДӨ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ямаш ырыуының бер аймағы исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир рода ямаш; шугильды. Шөғөлдө аймағы ямаш ырыуының ҙур йыйынын уҙғарған. Шөғөлдө аймағы бөрйән ҡәбиләһенә инә.
ШӨҒӨЛ ИТЕҮ (шөғөл ит-) ҡ. ҡар. шөғөлләнеү. Игенселек менән шөғөл итеү. ■ Хөрмәт итеү кәрәк булған мәллә ире шөғөл иткән һәнәрҙе? М. Кәримов.
ШӨҒӨЛ ҠЫЛЫУ (шөғөл ҡыл-) ҡ. ҡар. шөғөлләнеү. Фәнни эш менән шөғөл ҡылыу.
ШӨҒӨЛЛӘНДЕРЕҮ (шөғөлләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. шөғөлләнеү, понуд. от шөғөлләнеү. ■ Ҡарт революционер Пётр Иванович менән Тимофей Степановичтан һөргөндә нимә менән шөғөлләндереүҙәре, унда кемдәрҙе осрашыуҙары тураһында һорашырға тотондо Арцыбушев. В. Исхаҡов.
ШӨҒӨЛЛӘНЕҮ (шөғөллән-) (Р: заниматься; И.: study; T: meşgul olmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер эш, шөғөл менән булышыу; мәшғүл булыу. □ Заниматься, быть занятым чем. Йорт эше менән шөғөлләнеү. Кәсеп менән шөғөлләнеү. Спорт менән шөғөлләнеү. ■ Комиссар киткәс, һалдаттар үҙ эше менән шөғөлләнергә кереште. С. Поварисов. [Ғәбиҙә:] Хеҙмәтеңдән бушаған саҡта ла, үҙ алдыңа белемеңде арттырыуҙан, фәнни эштәрең менән шөғөлләнеүеңдән йәки шиғырҙарыңды яҙыуҙан бер ҡасан да бушамаясаҡһың, атаһы. Я. Хамматов. Бәлки, беҙ уйлағанса бында күсеп килгәс тә, бер ергә лә ҡыҫылып йөрөмәй, яңынан донъя көтә башлау ғәме менән шөғөлләнәлер ул әҙәмегеҙ? Р. Өмөтбаев.
2. Ниндәйҙер хужалыҡ тармағында эшләү, шуның менән кәсеп итеү. □ Заниматься каким-л. видом хозяйственной деятельности; промышлять. ■ Башҡорт ғүмер-ғүмергә һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. И. Абдуллин. Урманлы, тау-ташлы, ҡаҙылма байлыҡлы яҡтарҙа урман кәсебе, һунарсылыҡ, мәғдән сығарыу һәнәре менән шөғөлләнгәндәр. Ғ. Хөсәйенов. Белә Миңлеғол башҡорттарға тимер эше менән шөғөлләнеү ҡаты тыйылғанын. Б. Рафиҡов.
ШӨҒӨЛЛӘНЕҮСЕ (Р: человек, занимающийся чем-л., каким-л. делом; И.: person busy with smth; T.: meşgul) и.
Ниндәйҙер берәй шөғөл менән булышыусы, күңел биреп, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, яратҡан эше менән мәшғүл булыусы кеше. □ Человек, занимающийся чем-л., каким-л. делом. / Занятый, занимающийся. Йорт эштәре менән шөғөлләнеүсе. Спорт менән шөғөлләнеүсе. Ижад менән шөғөлләнеүсе, м
838