ШӨЙТӨҮ
Һунарсылыҡ менән шөғөлләнеүсегә байып бөтөргә мөмкин. М. Ғиләжев. Шиғыр яҙыу менән шөғөлләнеүселәр ҙә шаҡтай. С. Поварисов. Бәләкәй генә ҡалала, ятаҡ тормошона аҙмы-күпме күнеккәс, занятиеларҙан һун, курста шөғөлләнеүселәр таныш-тоноштарына, туған-тыумасаларына, үҙҙәренә оҡша -ған ерҙәргә йөрөштөрә башланы. С. Шәрипов.
ШӨҒӘЛӘ [ғәр. д U Л ] и.
1. ҡар. шөғлә. ■ Алтын ғына һалдым даръяға, шөғәләһе төшһөн тип донъяға. Халыҡ йырынан.
2. диал. Шәүлә. □ Тень. Шөғәлә күренә.
ШӨҘӨР (Р.: зыбь; И.: ripple; T.: dalgır) и.
Һыу өҫтөн шаҙралаған ваҡ тулҡын. □ Зыбь, рябь на воде. ■ Йылға шөҙөрөндә әллә нисәмә төҫлө биҙәктәр уйнарға кереште. Ә. Хәкимов. [Ел] һыу өҫтөнән эре шөҙөрҙәр йүгертеп, ағып килгән боҙҙарҙы арғы яҡҡа этеп алып китте. Ғ. Ибраһимов. [Әмир] ҡабат шаулаша башлаған табынға иғтибар итмәне, - Мәгәр данлыҡлы баһадир үҙе белә, бының ише ваҡ низағ - һыу өҫтөн буҙартҡан шөҙөр генә. Ә. Хәкимов.
ШӘЙҘӘ и. диал. ҡар. шәйлә. Шәйҙә һөйләшә башланы бит был малай. ■ Шәйҙә яғымлы һөйләшергә тырышты. Яр. Вәлиев. [Зилә:] Мин булмаһам, шәйҙә донъя матурлығын күрмәйенсә үләсәк булған икән был егет. Р. Ғабдрахманов.
ШӨЙКӘЛӘҮ (шөйкәлә-) ҡ. диал. ҡар. шәлкемләү. ■ Ҡайныһы мөйөштә йоҡомһорап ята, ҡәйнәһе нуҡта ишергә ҡыл шөй-кәләп ултыра ине. Экспедиция материалдарынан.
ШӨЙЛӨ (Р: сколько; И.: how much; T.: nice) р. диал.
Хәтле, тиклем. □ Сколько. Ни шөйлө әйбер.
ШӘЙЛӘ (Р: гораздо; И.: quite a few; Т.: epeyce) р.
1. Арыу ғына; ярайһы, апаруҡ. □ Гораздо, порядочно, довольно-таки. Шәйлә арыуланды. Шәйлә олоғайылды. Көн шәйлә йылытты. Эштәр шәйлә яҡшырҙы. ■ Аш ашап, эскә йылы ингәс, шәйлә кеше булып алынды. Б. Бикбай. Таулыға военкоматҡа барып ҡайтҡандан һуң шәйлә кәйефе күтәрелде Ихсанбайҙың.
Т. Ғарипова. Ниңә шулай икән ул - байрам осоронда әҙәмдәр бер-береһен шәйлә рәнйетә. М. Кәрим. Һуғыш йылдарында миңкәгән ауыл илленсе йылдарҙа шәйлә нығынып алды. Н. Мусин.
2. һөйл. Улай уҡ, бик үк. □ Совсем, чересчур. Эштәр шәйлә насарҙан түгел.
ШӨЙТӨ (Р.: навой нити основы; И.: loom beam; T.: çözgü) и. махе.
1. Оҙатылған һәм тоҡонлап ишелгән буйлыҡ еп. □ Навой нити основы, заплетённой особыми петлями. Шөйтө күҙе. Шөйтө яһау. ■ Әсәләре башы һыҙлауына түҙә алмай ятып киткәс, һуға торған киндеренең шөйтөһөн алып, көрөҫ өҫтөнә элеп ҡуйҙы, ләкин урын ағасын алманы. Ж. Кейекбаев.
2. Үреү, ишеү өсөн әҙерләнгән нәмә шәлкеме. □ Пучок чего-л., приготовленный для плетения. Йүкә шөйтөһө.
ШӨЙТӨГҮҘ и. диал. ҡар. шөйтө. Шөй-төгүҙ яһау.
ШӨЙТӨЛӘНЕҮ (шөйтөләп-) ҡ. диал. ҡайт. ҡар. шөйтөләү, возвр. от шөйтөләү. Буйлыҡ еп шөйтөләнгән.
ШӨЙТӨЛӘҮ (шөйтөлә-) (Р.: навивать нити основы; И.: separate warp threads; T.: çözgülemek) ҡ.
1. Оҙатылған буйлыҡ епте салып алып, тоҡонлап үреү, шөйтө яһау. □ Навивать нити основы. Буйлыҡ епте шөйтөләү. ■ [Маһитап - Айымға:] Берәй көн тағы йыйналырбыҙ ҙа, сөй тартып, балаҫ буйғауын оҙатырбыҙ, шөйтөләрбеҙ. Ғ. Ибраһимов.
2. Үрергә, ишергә әҙерләнгән шәлкем нәмәне төйнәү. □ Завязывать пучок, приготовленный для плетения. Йүкәне шөйтөләү. ■ Әсәйемә һалабаш йүкәһенән септә һуғырға ярҙамлашам, йүкә ярып, шуларҙы шөйтөләйем. Н. Мусин.
ШӨЙТӨМ (Р: огрех в поле; И.: blank spot; T.: sürülmeyen yer) и.
1. Һөрөлмәй ҡалған үләнле ер. □ Огрех в поле при пахоте. Шөйтөм бесәне. Шөйтөм ҡалдырып һөрөү.
2. диал. Сиҙәм, ҡалдау. □ Целина. Шөйтөм күтәреү.
ШӨЙТӨҮ (шәйт ) (Р: украсть; И.: steal, pilfer; T.: çalmak) ҡ. диал.
839