Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 840


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

шөйәк
Урлау, сәлдереү. □ Украсть, красть; стащить. // Воровство, кража, хищение. Шөй-төп алыу. Шөйтөп байыу. Был кара малай шөйтөү яғын ғына ҡарай, ахыры. Шөйтөү ғәҙәтен ташлатыу.
ШӨЙӘК (Р.: беззастенчивый; И.: impudent; T.: utançsız) с. диал.
Әрһеҙ, ояла белмәгән. □ Беззастенчивый, бесцеремонный, беспардонный. Шөйәк ҡунаҡ. Шөйәгерәк бер ҡарт бар ине.
ШӨКМИН (Р: лопух; И.: burdock; Т.: dulavratotu) и. диал.
1. Дегәнәк. □ Лопух. Шөкмин япрағы. Шөкмин дә матур сәскә ата.
2. Гөлйемеш сәнскеһе. □ Колючка шиповника. Бармаҡҡа шөкмин ҡаҙалған.
ШӨКӨЙӨҮ (шөкөй-) ҡ. диал. ҡар. шыҡыйыу I, 1, 2. Бөркөт шөкөйөп осоп килә. Ҡарсыға шөкөйҙө.
ШӨКӨР [ғәр. ] (Р: хвала; И.: thank God!; T.: şükür) и. һөйл.
1. Тормоштан, яҙмыштан, хәл-әхүәлдән риза булған ҡәнәғәтлек хисе. □ Хвала, слава; благодарность, благодарение Богу. Аллаға шөкөр. Тәңренең биргәненә шөкөр. М Бишенсе ҡиммәт нәмә - шөкөр, тигән, ниғмәткә шөкөрһөҙлөк - көфөр, тигән. М. Аҡмулла. Шуныһына шөкөр, ҙур улы, Мөслиме, ҡул араһына инә башланы инде. Ғ. Лоҡманов.
2. Шул хисте белдереп әйткән һүҙ. □ Благодарность, признательность. ■ Халыҡтың, шөкөр, мәрхәмәте лә ҙур, нәфрәте лә көслө. Р. Байымов. Инде шөкөр, осоусылар араһында абруйы бар, бына тигән дуҫҡа тап булды, экипаж ағзаларынан уңды [Исмәғилев]. А. Мағазов. Күп шөкөрҙәр әйтер инде был һуғыштан ҡалған кеше. Бәйеттән.
ШӨКӨРАНА [ғәр. < фарс.
(Р: благодарность; И.: gratitude; T: şükran) и. иҫк.
Кемдеңдер ҡәнәғәт, риза булыу хисе; рәхмәт хисе. □ Благодарность, признательность. Шөкөрана әйтеү.
ШӨКӨРАНА ҠЫЛЫУ (шөкөрана ҡыл-) (Р: выражать благодарность; И.: thank; T: şükran etmek) ҡ.
1. Тормоштан риза, ҡәнәғәт булып ҡыуаныу, шөкөр итеү; ризалыҡ белдереү. □ Выражать благодарность, признательность; довольствоваться; радоваться. Яҙмышыңа риза
булып, шөкөрана ҡылып йәшәргә кәрәк. ■ Быныһына ҙур шөкөрана ҡылайыҡ та бының аръяғына иҫән-һау ғына ошо касафаттарҙан ҡотолоп ҡалыуҙы теләйек. Һ. Дәүләтшина. Сәйәхәттең имен тамамланырына шөкөрана ҡылып, ҡымыҙ менән тамаҡ сылатырға ла өлгөрмәнеләр, йәйләүгә һалдаттар яҡынлашыу ын килеп әйттеләр. Б. Рафиҡов. Барына шөкөрана ҡылғанда ла ярай. Ғ. Хөсәйенов.
2. Риза булып рәхмәт белдереү. □ Выражать благодарность, быть благодарным. К Бына тигән ҡупшы тирмәһе бар, ашау-эсеү етеш, ни теләһә шуны килтереп торалар, шөкөрана ҡылып ҡәнәғәтләнеп йәшә генә. Ғ. Хөсәйенов.
ШӨКӨРАНА ӘЙТЕҮ (шөкөрана әйт-) ҡ. ҡар. шөкөрана ҡылыу. ■ Яуыз Гитлерҙың башын киҫкән кешегә мең шөкөрана әйтер инем мин. Ғ. Аллаяров.
ШӨКӨР ИТЕҮ (шөкөр ит-) (Р: благодарить Бога; И.: thank Lord; T: şükür etmek) ҡ.
Тормоштан, хәл-әхүәлдән риза, ҡәнәғәт булыу. □ Благодарить Бога, выражать благодарность (признательность). Донъя именлегенә шөкөр ҡылыу. ■ Ҡалғандары, бер Алланың һаҡлауына шөкөр итеп, башын юғары тотоп, береһе ата-әсәһе, икенсеһе хәләл ефете, өсөнсөһө һөйгән йәре, дүртенсеһе бала-сағаһы менән бәхетле ҡауышасаҡҡа ҙур өмөттәр бағлап йөрөй бирә. С. Поварисов. Белеп шөкөр итә Таһир олатайыбыҙ. И. Солтанов. Атайҙары ҡомһоҙ, нәфселе кеше түгел, аҙ менән дә ҡәнәғәтләнә, шөкөр итә белә һәм балаларға ла ошо һыҙатты һеңдерергә тырышты. И. Абдуллин. • Алғаныңа ҡарап шөкөр ит, алырыңа ҡарап фекер ит. Мәҡәл. Үргә ҡарап фекер ит, түбәнгә ҡарап шөкөр ит. Мәҡәл. Малың барҙа шөкөр ит, малың юҡта фекер ит. Мәҡәл.
♦ Аллаға (йәки Алланың биргәненә) шөкөр Аллаға, Хоҙайға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеү. □ соотв. Слава Богу! М [Таиба әбей - Хам-матҡа:] Аллаға шөкөр, еребеҙҙең шифалы һыуы, һауаһы, килендең ихлас тәрбиәһе аяҡҡа баҫтырҙы үҙеңде. 3. Биишева. [Әсәһе Сатура:] Аллаға шөкөр, ғаиләбеҙ менән тулайым йыйылдыҡ бына. Р. Вәлиев. Аллаға шөкөр, алты малай, ике ҡыҙ, бер оянан сыҡҡан ҡош ба-лаларындай, гөрләшеп үҫеп киләләр. Н. Мусин. Хоҙайға шөкөр ҡар. Аллаға шөкөр. ■ Бына
840