ШӨКӘТҺЕҘ
хәҙер, олоғайғас, миңә бөтәһе лә асыҡ куренә һымаҡ, Хоҙайға шөкөр, намыҫым саф булды. В. Исхаҡов. Шөкөр тигән көн ҡәнәғәт булырлыҡ хәл, тормош. □ Довольство; удовлетворительное состояние, н [Әсәһе:] Мал-йән һау, тыныс йәшәйһегеҙ, шөкөр тигән көнөгөҙ бар. Ғ. Дәүләтшин. • Шөкөр тигән көн бар, бер һалмалыҡ он бар. Әйтем.
ШӨКӨР ҠЫЛЫУ (шөкөр ҡыл-) ҡ. ҡар. шөкөр итеү. Шөкөр ҡылып йәшәргә кәрәк.
ШӨКӨРЧӘК (шәкәрләге) и. диал. ҡар. шөкәрә. Шөкөрләк киптереу. Шөкөрләк әҙерләу.
ШӨКӨР ӘЙТЕҮ (шөкөр әйт-) ҡ. ҡар. шөкөр итеү. Әле булһа шөкөр әйтеп бөтә алмау.
ШӨКӘ (Р.: щука; И.: pike; T.: turnabalığı) и. диал.
Суртан балығы. □ Щука. Шөкә тотоу.
ШӘКӘЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of а Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡоҙғон-ҡатай ырыуының бер аймағы исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир рода кузгун-катай. Шәкәйҙәр шәжәрә байрамы уткәрә.
ШӨКӘНДӘК (Р: кокетливый И.: coquette; T.: fingirdek) с. диал.
Ҡыйшандаҡ, ҡылансыҡ. □ Кокетливый. Шөкәндәк ҡыҙ.
ШӨКӘНДӘҮ (шөкәндә-) (Р: секретничать; И.: confer privately; T.: gizlemek, fısıldaşmak) ҡ. диал.
Серләшеү. □ Секретничать. Әхирәт менән шөкәндәу.
ШӨКӘРӘ (Р: сухарь; И.: hard biscuit; T.: kuru ekmek parçası) u.
Телгеләп киптергән икмәк; кәтермәс. □ Сухарь. / Сухарный. Арыш шөкәрәһе. Шөкәрә вағы. Шөкәрә киптереу. Кетерләтеп шөкәрә кимереу. М Сәғиҙә инәй килгән булған, бер тоҡсай шөкәрәһе, бер йомғаҡ майы бар. Һ. Дәүләтшина. Тимер-томорҙан, фляга һәм һалдат шекәрәһенән башҡа нәмә тотмаған яугир ирекәйҙең һөйәлле ҡулдары Хәйҙәрҙең башынан йомшаҡ ҡына итеп һыйпағанда, моғайын, донъяла уларҙан да бәхетле кеше булмағандыр. Р. Мифтахов. Таң һарыһынан
тороп, ике шекәрәгә ҡушып бер көрөшкә ҡайнаған ҡара һыу эсте лә Абдрахман Маргаритины алырға килде. Р. Өмөтбаев.
ШӨКӘТ [ғәр. I (Р: внешний вид; И.: appearance; T.: dış görünüş) и. иҫк. кит.
1. Буй-Һын, килбәт. □ Внешний вид. Шөкәте юҡ.
2. Дан, абруй. □ Почёт, авторитет. ■ Ah, ни хәтле шөкәтең ҙур. X. Ғәбитов.
ШӨКӘТҺЕҘ I (Р: неказистый; И.: homely, not much to look at; T.: gösterişsiz) c.
1. һыны, рәүеше килешһеҙ, ҡарар күҙгә йәмһеҙ; һөйкөмһөҙ, килбәтһеҙ. □ Неказистый, невзрачный, некрасивый, неприглядный. Шөкәтһеҙ кеше. Шөкәтһеҙ ҡиәфәт. ■ Фронтта элек булған яугирҙар был шөкәтһеҙ, айырсалы оҙон арба һымаҡ дошман самолётының куренеуе яҡшылыҡҡа түгеллеген беләләр ине. Ғ. Аллаяров. Тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып килгән Илгиз, хәҙер тирә-йундә шөкәтһеҙ тауҙан башҡа бер ни ҙә курмәгәс, ризаһыҙлығын белдерҙе. Р. Байбулатов. Абау, бигерәк шөкәтһеҙ, - тип һығымта яһаны Әлфиә, тәуге тәьҫирҙән һуң капитан тураһында. И. Абдуллин.
2. Урынһыҙ булған, килешһеҙ; йәмһеҙ. □ Неуместный, некрасивый. ■ Шөкәтһеҙ һуҙ әйтеп уҙен өркөтөуем бар. Ә. Бикчәнтәев.
ШӨКӘТҺЕҘ II (Р: неказисто; И.: unseemly; homely; T.: yakışıksız) р.
1. Килешһеҙ, ҡарар күҙгә йәмһеҙ; килбәтһеҙ. □ Неказисто, невзрачно; некрасиво. Шөкәтһеҙ атлау. Шөкәтһеҙ итеп яһау. М [Геннадий Лях] танышҡан саҡта куптәргә йомшаҡ, шөкәтһеҙ куренгәйне, ә һауала уҙен тыныс, ышаныслы тота, әйтерһең, ҡоштар кеуек, бала сағынан кук йөҙөн айҡап өйрәнгән. А. Мағазов. Тау аҫтында һуҙылып ултырған ауыл шөкәтһеҙ йәмһеҙ, нужа ояһы булып куренде. С. Агиш.
2. Саманан тыш, бик. □ Чересчур, слишком. Шөкәтһеҙ ҙур. ■ Клубҡа инә торған ишек тапҡырына, ҡыйыҡ башына шөкәтһеҙ ҙур итеп яһалған ике башлы сәмреғош һүрәте мендереп ҡуйылды. Ж. Кейекбаев. Йәш ҡыҙҙар шөкәтһеҙ оҙон егеттәрҙе бик иҫәпкә алып бармай шул. М. Кәрим. Бер төндө шөкәтһеҙ дөбөрләтеугә уянды Рәуеф. Ә. Әминев.
841