Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 842


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШӨКӘТҺЕҘЛЕК
ШӨКӘТҺЕҘЛЕК (шөкәтһеҙлеге) (Р.: неказистость; И.: homeliness; T.: çirkinlik) и.
Күркһеҙлек, йәмһеҙлек, килбәтһеҙлек. □ Неказистость, неуклюжесть, невзрачность; неприятность. Йөҙҙөң шөкәтһеҙлеге. Ҡыланыштың шөкәтһеҙлеге. Ҡиәфәтенең шөкәт-һеҙлеге. Хәрәкәттәрҙең шөкәтһеҙлеге.
ШӨКӘТҺЕҘЛӘНЕҮ (шөкәтһеҙлән-)
(Р: становиться неказистым; И.: become not much to look at; T.: gösterişsiz olmak) к.
Шөкәтһеҙгә әйләнеү; шөкәтһеҙ булыу. □ Становиться неказистым, невзрачным. ■ Өҫтәренә юрған, шәл, сепрәк-сапраҡ ябынып, аяҡтарына һалам урап бәйләгән, һаҡал-мыйыҡлы, утә йонсоу, ябыҡ, кешелек ҡиәфәтен юғалтҡан маҡтансыҡ гитлерсыларҙың шөкәтһеҙләнгән колоннаһын куҙәткән Зәйтүнә Бикбулатова көрһөндө. Я. Хамматов.
ШӨКӘТ ӘБЕЙ (Р: Баба-яга; И.: bugaboo; T.: umacı) и. миф.
Балаларҙы ҡурҡыта торған мифик персонаж; мәскәй әбей. □ Баба-яга. Шөкәт әбейҙән ҡурҡыу. М Беҙҙең яҡта шөкәт әбей менән ҡурҡыталар балаларҙы. Экспедиция материалдарынан.
ШӘЛДӘР и. диал.
1. ҡар. шөңгөр 1. Еҙ шәлдәр.
2. ҡар. шалтырауыҡ II, 1. Бала шәлдәр менән уйнай.
ШӨЛДӨРЛӨ (Р: с бубенчиками; И.: with little bells; T.: zilli) с. диал.
Бәләкәй ҡыңғырауҙары булған. □ С бубенчиками, с маленькими колокольчиками. Шөлдөрлө дуға. Шөлдөрлө барабан. Шөл-дөрлө пар аттарҙа килен төшөрәләр ауылға.
ШӨЛДӨР-ШӨЛДӨР (Р: динь-динь; И.: clank-clank; T.: şıngır şıngır) оҡш.
Ҡыңғырау шылтырағанда сыҡҡан тауышҡа оҡшатыу һүҙе. □ Динь-динь (подражание звону, звяканью колокольчиков, бубенцов или вообще такому звуку). Бала шалтырауығын шолдөр-шәлдәр килтерә.
ШӨЛДӨРӘҮ (шәлдәр-) ҡ. диал. ҡар. шөң-гөрләтеү. Барабандағы шөлдөрҙәр шөлдөрәй.
ШӨЛТӨРӘҮ (шөлтөрә-) (Р: шуршать;
И.: rustle; T.: hışırdamak) ҡ. диал.
Шыптырлау, ҡыштырлау. □ Шуршать (об очень сухих, высохших предметах). Шөлтө-рәп кибеу. Бесән шөлтөрәгән. Кер шөлтөрәп кипкән.
ШӨМКӘЙЕҮ (шәмкәй ) (Р: отвисать;
И.: sag; T.: sarkmak) ҡ.
һалыныу (баш кейемен батыра кейеу йәки яулыҡты куҙгә төшөрөп ябыныу). □ Отвисать, обвиснуть, опускаться книзу (о головном уборе). Буреге шөмкәйгән. Яулығы шөмкәйеп төшкән.
ШӨМКӘЙТЕҮ (шөмкәйт-) ҡ. йөкм. ҡар. шөмкәйеү. понуд. от шөмкәйеү. Буректе шөмкәйтеп кейеу. Яулыҡты шөмкәйтеп ябыныу.
ШӨМРӘЙЕҮ (шөмрәй-) (Р: настораживаться; И.: get awake; T.: kulaklarını dikmek) ҡ. диал.
Күңелһеҙләнеп башты баҫыу, ҡурҡыныс булырын белеп һағайыу. □ Настораживаться, стать настороженным. Шөмрәйеп ҡарап тороу. Шөмрәйеп ултырыу. Бесәй шөмрәйеп тора.
ШӨМТӨРӘҮ (шөмтөрә-) (Р: расстраиваться; И.: be upset; T.: gücenmek) ҡ. диал.
Күңелһеҙләнеү. □ Расстраиваться. Һунарҙан шөмтөрәп ҡайтып инеу.
ШӨМТӘЙЕҮ (шөмтәй-) (Р: притихнуть; И.: quiet down; T.: suspus olmak) ҡ.
Күңелһеҙләнеп, бошоноп, өндәшмәҫ булыу; шымтайыу. □ Притихнуть, молчать. Шөмтәйеп ултырыу. ■ Ай-Һай, шул малайҙың эше тугелме икән был, бик шөмтәйеп кенә йөрөй йөрөуен. Ж. Кейекбаев. Ауыҙыңа һыу уртлаған кеуек, шөмтәйеп кенә йөрөйһөң. Ш. Янбаев.
ШӨМӘН (Р: колун; И.: splitting axe; T.: balta) и. диал.
Утын яра торған балта. □ Колун. Шөмән менән утын еңел ярыла.
ШӨҢГӨР (Р: бубенчик; И.: jingle-bell; Т.: çan) и.
1. Сыңғырлап торған бәләкәй генә ҡыңғырау. □ Бубенчик, маленький колокольчик. Шөңгөр сыңы. Шөңгөр тауышы. ■ Аяҡ-ҡулдарына еҙ шөңгөрҙәр таҡҡан бейеуселәр оҫталыҡтарын курһәтте, уларға алмашҡа йырсылар сығып баҫты. Б. Рафиҡов. Ҡуштирәк урамының әле бер осонда, әле икенсеһендә көмөш шөңгөрҙәрен сыңғырлатып гармун тарталар, кумәк йыр, көлөу яңғырай. Ә. Хәкимов.
842