шөпшә
ШӨПШӘ III (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бошман-һыуын-ҡыпсаҡ ырыуының бер аймағы исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир рода бушман-суун-кыпчак. Шөпшәләр шәжәрә байрамында урам-ара футбол буйынса ярыш ойоштороп ебәргәндәр.
ШӨР (Р.: боязнь; И.: dread; T.: korku) и. иҫк. һөйл.
Ҡурҡыу, өркөү. □ Боязнь, страх, испуг. Эскә шор йугерҙе.
♦ Шөр ебәреү ҡурҡыу, шөрләү. □ Сильно испугаться, прийти в ужас, соотв. Поджилки трясутся; душа уходит в пятки. Эстән генә шөр ебәрәм, хәҙер һәләк итә, мәйтәм. М Әле улар [Кинйә менән Ҡасҡын] ҡойондан бигерәк, ана шуларҙы [шайтан бағанаһының ҡот осорлоҡ хикмәттәрен] хәтерләуҙән шөр ебәреп, араларында уҙенең теремек һәм осҡор булыуы, ҡурҡыу белмәуе менән танылған .. егеткә яҡыныраҡ һыйындылар. Ғ. Ибраһимов. [Мырҙаш - Иштән ҡартҡа:] Тышҡа сығыу юҡ инде, былар [өй эсендәге урыҫтар] хәҙер таң атҡансы шөр ебәреп ятасаҡтар.
3. Ураҡсин. [Мандар Ҡарабай - ир-атҡа:] Йә, кем сыға Мандар батырға? Йә, бөтөнләй шөр ебәрҙегеҙме ни? Б. Рафиҡов.
ШӨРҘӨК (шөрҙөгө) (Р: человек, который ведёт себя неподобающим образом; И.: baboon; T.: budala) и. һөйл. мыҫҡ.
1. Кемдеңдер эш-ҡылығын, һөйләгән һүҙен килешһеҙ тип тапҡанда шаяртыу ҡатыш мыҫҡыллап әйтелгән һүҙ. □ Человек, который ведёт себя неподобающим образом. Кит, шөрҙөк, нимә һөйләйһең? ■ Ҡаршыһында ҡотһоҙ ҡыланып торған яртаҡыл шөрҙөк кәмитселәренә Мөхәмәтшаның йәне көйә башланы. И. Ноғманов.
2. Һөйкөмһөҙ, йәмһеҙ кеше. □ Несимпатичный, отталкивающий человек. Шөрҙөктәрҙе яратып бармайҙар.
3. Насар кейемле, кейенеү рәүеше насар булған кеше. □ Плохо одетый человек. Алам-Һалам кейенгән шөрҙөктәр килеп тулды ишек алдына.
ШӨРЛӨК I и. диал. ҡар. шөрҙөк. Холҡон әйтер инем инде, торғаны бер шөрлөк.
ШӨРЛӨК II (шөрлөгө) (Р: калека; И.: cripple; T.: malul) и. диал.
Ғәрип. □ Калека, инвалид. Авариянан һуң шөрлөк булып ҡалды.
ШӨРЛӨК III (шөрлөгө) и.
1. һөйл. ҡар. шөрҙөк 1. Шөрлөк булыу килешмәй.
2. диал. Дуңғырлаҡ. □ Ботал о. Шөрлөк менән балыҡ ҡурҡытыу.
ШӨРЛӘТЕҮ (шөрләт-) ҡ. йөкм. ҡар. шөрләү. понуд. от шөрләү. Малайҙы шөрләтеу. ■ Бынау ҡараңғыла көтмәгәндә пәйҙә булған кеше һыны урман ҡараҡтарын апаруҡ шөрләткәйне. Р. Байбулатов. Шәрәфиҙең осло куҙе, тура һуҙе шөрләткән уны [старшинаны], юлына арҡыры тороусыны аҫтыртын юҡ итергә самалаған. Б. Бикбай. Элегерәк шөрләтә ине лә, хәҙер соҡорона иҫ китмәй. М. Кәрим. Ҡулда карабин булһа ла, шөрләтә шул! Ә. Бикчәнтәев.
ШӨРЛӘҮ (шөрлә-) (Р.: трусить; И.: be afraid; T.: korkmak) ҡ.
Ҡурҡыуға ҡалыу; ҡурҡыу. □ Трусить, пугаться. Шөрләп китеу. Шөрләп бөтөу. Шөрләп тороу. Айыуҙан шөрләу. ■ Шөрләйһеңме? - тип аҡрын ғына һораны ул [Голосуев] Байғужиндан. Ә. Бикчәнтәев. Ул [Кәбир] ысынлап та шөрләй биреп ҡуйҙы: «Яңылышманыммы?» Яр. Вәлиев. Байрам өндәшмәне, ул Сөләймән ҡартты ене менән бер ҡурә, ҡарт та унан шөрләңкерәй ине. Р Низамов. Илгизәр: «Бирмәһәң, тартып алам!» - тигән, ти. Бай шөрләп ҡалған, ти. Әкиәттән.
ШӨРЛӘШЕҮ (шөрләш ) ҡ. урт. ҡар. шөрләү, взаимн. от шөрләү. Балалар шөрләшеп бөткәндәр.
ШӨРӨП (шөрөбө) [рус. шуруп < нем. Schraube ‘винт’] (Р: шуруп; И.: screw; T: vidalı çivi) и.
Ос яғына гайка бороп куймалы тимер ҡаҙаҡ; бормалы ҡаҙау. □ Шуруп, винт. Бәләкәй шөрөп. Шөрөп менән нығытыу. ■ Әхтәм, мин барғанда, уҙенең өйөндә әллә ниндәй бер тартмаға шөрөптәр ҡуйып маташа ине. Ғ. Хәйри. Ҡайһы бер ҡылды йәки шөрөптө ябай куҙ менән көскә-көскә курәһең, хәйер, уныһын уҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙ.
844