ШӨҺРӘТ АЛЫУ
2. Билдәле бер эшкә бәйле мәшһүрлек; таныҡлыҡ. □ Известность. Шөһрәт тотоу. Ҙур шөһрәткә эйә булыу. ■ Сабата яһарға оҫталығы менән шөһрәт алған Насир бабайҙан өр-яңы башмаҡ сабата яһатып бирҙеләр. М. Ғафури. [Вернер - Сәхибгәрәйгә:] Әгәр беҙгә ҡушылһағыҙ, һеҙҙе байлыҡ, шөһрәт, дан көтә. И. Ғиззәтуллин.
ШӨҺРӘТ АЛЫУ (шөһрәт ал-) (Р.: прославиться; И.: become famous; T: ünlü olmak) ҡ.
Маҡтаулы эш һ. б. яҡшылыҡ менән илдә танылыу, шул исем менән халыҡ араһында билдәле булыу. □ Прославиться, получить известность (с хорошей стороны). • Артҡа ҡарап ғибрәт ал, алға ҡарап шөһрәт ал. Әйтем.
ШӨҺРӘТ ҠАҘАНЫУ (шөһрәт ҡаҙан-) ҡ. ҡар. шөһрәт алыу. ■ [Мотаһар:] Исемем заманында бейеп шөһрәт ҡаҙанған олатайым менән йәнәш әйтелгәс, ҡанатланып, ҡыйыуланып киткәндәй булдым. Р. Байбулатов. һәйбәт һунарсы Рәсәй тупрағының теләһә ҡайһы мөйөшөндә шөһрәт ҡаҙана ала. Д. Исламов.
ШӨҺРӘТЛЕ (Р: прославленный; И.: renowned; T.: şöhretli) с.
Ил араһында таныҡлы; данлы, абруйлы. □ Прославленный, известный, знаменитый. Шөһрәтле кеше. В Был китапты [«Төрки тарихы»] Ҡырымда шөһрәтле Исмәғил Гас-паралы «Тәржеман» гәзитендә .. маҡтап сыҡты. Р. Байымов. Был һәйбәт ҡылығына әҙ генә зирәклек тә өҫтәлһә, Хисбулла, мулла булмағанда ла, мәзинлеккә һис шикһеҙ яраҡлы кеше буласаҡ, ғалим-ғөләмә алдында шөһрәтле урынды аласаҡ ине. 3. Биишева. [Бәлхиә:]Шул шөһрәтле ир - минең яҡыным. Р. Камал.
ШӨҺРӘТЛЕЛЕК (шөһрәтлелеге) (Р: прославленность; И.: fame; T.: ünlülük) и.
Ил араһында таныҡлы, данлы, абруйлы булыу хәле. □ Прославленность, известность, популярность. Шөһрәтлелеге менән маһая башлаған.
ШӘҺҮӘТ и. диал. ҡар. шәһүәт 1. Шәһүәтте тыя белергә кәрәк.
ШӨҺҮӘТПӘРӘШЛЕК (шөһүәтпәрәшлеге) (Р: одержимость похотью; И.: lechery; T.: şehvetperestlik) и. диал.
Енси теләк менән үтә мауығыусан булыу хәле. □ Одержимость похотью, похотливость. ■ Күҙҙәрен майландырып, ҡулдарын ыуып, айырым бер шөһүәтпәрәшлек менән йылмайҙы [Хәлимов]. Д. Юлтый.
ШОШ и. диал.
1. ҡар. шөшлө I. Шөш менән сабата үреү. ■ Киндер һуға торған стан, сабата үрә торған шөш, ашлыҡ һуға торған сыбағас тиһецме - бөтәһе-бөтәһе лә бар. Р. Ғабдрахманов. Улының һүҙе был урынға еткәс, ҡарт бөтөнләй үк тоҡанып китте, ҡулындағы шөшө сабатаға нығыраҡ туҡылданы. А. Карнай.
2. Еүеш бесәнде елләтергә ҡыуышлыҡ ҡалдырып өйөү өсөн кәбән һәм күбә аҫтына ҡуйылған таған. □ Стожары (шесты, вставляемые конусом в середину стога для просушки и проветривания сена). Кәбәнде шөшкә һалыу. Шөшкә өйөлгән күбә.
ШӨШКӨ и. диал.
1. ҡар. шөшлө I. ■ Шөшкө менән һөрә тартып үрәләр сабатаны. Экспедиция материалдарынан.
2. балҡ. Балыҡты ауға ҡыуыу ҡоралы. □ Ботало (орудие для загона рыбы в сеть). Шөшкө менән балык ҡыуыу.
ШӨШКӘЙТЕҮ (шөшкәйт ) (Р: выпря мить; И.: straighten; T.: doğrultmak) ҡ. диал.
Турайтыу. □ Выпрямить. ■ Быҙауҙар ҡойроҡтарын шөшкәйтеп сабышалар. Экспедиция материалдарынан.
ШӨШЛӨ I (Р: кочедык; И.: bent awl; T: lapti yapmada kullanılan çuvaldız) u.
Сабата үргәндә йүкә үткәреү йәки ҡаты нәмәләрҙе аралау өсөн ҡулланылған ағас һаплы тимер ҡорал. □ Кочедык (шило для плетения лаптей). Шөшлө менән йүкә ҡатлау. ■ Күктән моңһоу ай ҡарай, уның [Ирғәленең] ҡулында шөшлө ялт-йолт килә, тирә-яҡ тып-тын. Н. Мусин. Был эш өсөн иң яйлы ҡорал әлеге лә баяғы шул сабата яһай торған шөшлө булып сыҡты. М. Садиҡова. Ул [Биктимер ҡарт] үрә торған сабатаһының башына шөшлөһөн ҡаҙаны ла һике аҫтына бырғытты. Ж. Кейекбаев. • Шөшлө һорағанға балта бирә. Әйтем. Телең түгел, шөшлөң бейеһен. Әйтем.
ШӨШЛӨ II (Р: кукан; И.: fish string; T: balıklar için çatallı bel) и. диал.
846