Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 847


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШПАГАТ
Балыҡ теҙә торған сыбыҡ, еп. □ Кукан (для нанизывания рыб). Шөйтөгә балыҡтарҙы теҙеп ҡуйҙыҡ.
ШӨШЛӨ III (Р.: щурёнок; И.: pickerel; Т.: turnabalığı yavrusu) и. диал.
1. Суртан балаһы. □ Щурёнок. Ауға шөшлө эләккән.
2. Ташбаш. □ Пескарь. Таҙа һыуҙа шөшлө куп.
ШӨШЛӨ IV (Р.: конопатка; И.: caulking iron; T: tıkaç) и. диал.
Мүк тыҡҡыс. □ Конопатка. Шөшлө менән ялбырлап торған муктәрҙе тығып сығыу. ■ Йәй көнө ағас сәскәләнгәс, шөшлөләр менән тал ҡайырыһы һуйып, уны Тарифҡа һәм Мирхәйҙәргә илтеп һаталар. Ғ. Хәйри.
ШӨШЛӨБАЛЫҠ (шөшлөбалығы) (Р: щука средней величины; И.: medium size pike; T: turnabalığı) и. диал.
Уртаса ҙурлыҡтағы суртан. □ Щука средней величины. Шөшлөбалыҡ тотоу.
ШӨШЛӨКӘЙ и. диал. ҡар. шөшлө III,
1. Шөшлөкәй тоттоҡ.
ШӨШМИН (Р: дёготь, сваренный из бересты и смолы; И.: birch oil tar; T: katran) и.
Туҙ менән сайырҙы ҡатнаштырып ҡыуған дегет. □ Дёготь, сваренный из бересты и смолы. Шөшмин менән арба тәгәрмәсен майлай.
ШӨШТӘЙЕҮ I (шөштәй-) (P: выпрямиться; И.: straighten up; T: doğrulmak) ҡ. диал.
1. Тураға ҡатыу. □ Выпрямиться. Шөштәйеп ултырыу.
2. Башҡа нәмәләрҙән айырылып ҡалҡып тороу, бейек булып тороу; һерәйеү. □ Торчать. Себештәр морондарын шөштәйтә башлағандар.
ШӨШТӘЙЕҮ II (шөштәй-) (Р: возгордиться; И.: become proud; T: kibirlenmek) ҡ. диал.
Эреләнеү, һауаланыу, әллә кем булып маһайып китеү. □ Возгордиться. Бигерәк шөштәйеп китте егетең.
ШПАГА [ит. spado} (Р: шпага; И.: court sword; Т: ере) и.
1. Алышта йәки ярышта ҡулланылған күп ҡырлы нәҙек оҙон үткер ҡорал. □ Шпага (холодное колющее оружие с прямым длинным клинком). Оҙон шпага. Куп ҡырлы шпага. Шпага йөрөтөу. Шпага менән алышыу.
■ [Пётр батша] аяҡтарына ҙур ботфорд-тар, башына кейеҙ треух кейгән, шпагаһы ҡулында. Ғ. Ибраһимов. Мушкетёрҙар гел шпагала һуғышҡандар. Ә. Бикчәнтәев. Әммә Яуза йылғаһы аша һалынған селтәрле купергә килеп еткәйнеләр, баштарына ҡыйпыҡ ай рәуешендәге ҡаймалы шәпкә кейгән, шпага таҡҡан, һөңгө тотҡан ике һалдат туҡтатты. Н. Мусин.
2. Шашлыҡ бешергәндә ҡулланыла торған нәҙек осло тимерсыбыҡ. □ Шпага, шампур. Шпагаға ит теҙеу.
ШПАГАТ [нем. Spagat ‘бау’] (Р: шпагат; И.: packthread; T: kınnap) и.
1. Нәҙек бау. □ Шпагат (прочная бечёвка). / Шпагатный. Шпагат фабрикаһы. Сус шпагат. Һалам төктәрен шпагат менән бәйләйҙәр. ■ Зөфәр, бөртөгөн әрәм итмәй, Геллерт тауынан алынған тупраҡты ..ап-аҡ майкаға һалды. Майканы газета менән төрҙө, шпагат менән арҡыс-торҡос бәйләп, сумаҙанының төбөнә ҡуйҙы. И. Абдуллин.
2. туҡ. Ишеп эшләнгән ныҡлы нәҙек еп. □ Шпагат (тонкая прочная нить из скрученных волокон). Шпагат менән бәйләу. ■ Иртән торҙоммо, атайымдың фуфайкаһын еңен төрөп кейеп алам да, уҙем ишеп алған шпагат менән билде быуып, тышта йөрөп ятам. К. Кинйәбулатова. Петро Фәһимдең өҫтөнә халат кейҙерҙе, аяҡтарына тапочка кейҙереп, шпагат менән бәйләне. И. Ғиззәтуллин. Брагинский кантон куләмендә шымсыларҙың исемлеген айырым папкаға һалып, шпагат ебе менән бәйләп ҡуйҙы. Р. Өмөтбаев.
3. спорт. Ике аяҡты ян-яҡҡа төп-төҙ итеп һуҙып, ергә ултырыуҙан ғибәрәт булған гимнастик фигура. □ Шпагат (фигура в гимнастике). Шпагат яһау. ■ Белла Әсәҙуллина бала сағынан уҡ хыял иткән мөғжизәле сәнғәт донъяһына аяҡ баҫыуы өсөн шундай ҙа бәхетле, .. баш тубән торған килеш ҡулдарында йөрөһөнмө, әллә нисә төрлө итеп тәкмәсләһенме, «купер», «шпагат» һәм тағы әллә ниндәй ғәләмәт фигуралар яһап курһәтһенме. М. Садиҡова. Шпагат уҡ тугел дә, уның нимә икәнен белә Дауыт, бигук еренә еткермәһә лә, уҙе лә маһир ине йәшлегендә аяҡтарын яҙырға. С. Шәрипов.
847