Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 848


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШПАКЛЁВКА
ШПАКЛЁВКА [нем. Spachtel ‘кәрәк’] (Р.: шпаклёвка; И.: fillers; T.: lökün) и.
Екте һылау, тигеҙләү өсөн әлиф, елем һ. б. нәмә ҡушып, аҡбурҙан яһалған ҡамыр һымаҡ матдә. □ Шпаклёвка./Шпаклёвочный. Шпаклёвка яһау. Шпаклёвка менән һылау.
ШПАКЛЁВКАЛАУ (шпаклёвкала-) (Р: шпаклевать; И.: putty; T.: lökünlemek) к.
Шпаклёвка менән һылау. □ Шпаклевать. // Шпаклевание. Шпаклёвкалау өсөн материал. Тәҙрәне шпаклёвкалау. Иҙәнде шпаклёвкалау.
ШПАЛ [рус. шпала < гол. spala ‘терәү*] (Р: шпала; И.: sleeper; T.: travers) и.
1. т. юл. Тимер юлдың рельсы аҫтына һала торған ағас йәки тимер-бетон брус.
□ Шпала. / Шпальный. Имән шпал. Шпал һалыу. Тимер юл шпалдары. ■ Шпал аҫтарына ҡаянан ватып алынған күкһел таш түшәлгән. Т. Килмөхәмәтов. Ниһайәт, бына ул, бына мин ялан аяҡ йөрөгән шпалдар, мин ултырып киткән вокзал, бына тыуған ерем. Н. Ҡотдосов. Бер аҙҙан шпалдарҙы домкраттар менән күтәртеп, полотноны электро -уплотнителдәр ярҙамында тигеҙләү һәм уға балласт өҫтәү менән шөғөлләнгән кешеләр төркөмөн осраттылар. Б. Рафиҡов. Беҙҙең полк юл буйлап шпалдар, рельстар өҫтөнән бара, бер генә поезд да йөрөмәй, тимер юлда бөтә хәрәкәт туҡталған. Д. Юлтый.
2. һөйл. 1943 йылға тиклем Совет Армияһында юғары команда составын айырыу өсөн форманың яғаһына ҡуйылған билдә.
□ Шпала (знак различия старшего командного состава в Советской Армии до 1943 г.). Н Яғаһына өс шпал таҡҡан полковой комиссар Арсений Данилович Зубков Петербург революционерҙары тоҡомонан ине. М. Кәрим. Өҫтәл артында ултырған киң күкрәкле, дүрткел битен еңелсә шаҙра ҡаплаған, петлицаһына дүрт шпал таҡҡан полковник телефондан кем менәндер ашыҡмай ғына һөйләшә. Р. Өмөтбаев. Училище тамамлаһаҡ, йондоҙ таға инек, ә хәҙер - шпал. С. Поварисов.
ШПАЛЕР [рус. шпалера < нем. Spalier ‘яурын, терәк’] (Р: шпалера; И.: trellis; Т: parmaklık) и.
1. Стенаға эл еү йәки кәпләү өсөн ҡулдан эшләнгән һүрәтле келәм. □ Шпалера (ковёр
или обивочная ткань). / Шпалерный. Шпалер йәбештереү. Шпалер фабрикаһы.
2. Үҫемлек уралып үҫһен өсөн ботаҡтарын бәйләп ҡуя торған рәшәткә. □ Шпалера (решётка для вьющихся растений). Үҫемлектәргә уралыр өсөн шпалер әҙерләү.
3. Юлдың ике яҡ ситенә теҙеп ултыртылған ағастар һәм ҡыуаҡтар теҙмәһе. □ Шпалера (ряд деревьев, кустов по сторонам дороги). Юлдың ике яғынан да шпалер теҙелеп киткән.
4. һөйл. Кемгәлер йәки нимәгәлер хөрмәт күрһәтеү өсөн юлдың ике яҡ ситенә теҙелгән ғәскәр. □ Шпалера (шеренга войск). Шпалер эргәһенән ғорур атлап үтте яугирҙар. Урамдың ике яҡ ситендә ғәскәрҙәр шпалер менән торалар ине. М Ике яҡта, шпалер һымаҡ, автоматчиктар һәм быҙау саҡлы овчаркалар .. бүре тауышы менән өрәләр, ырылдайҙар. И. Абдуллин.
5. тар. Мылтыҡ көбәген тутыҡтан таҙарта торған яйланма. □ Шпалера (инструмент для чистки ружья от ржавчины). Шпалер менән мылтыҡты таҙартыу.
ШПАНА [рус.] (Р: шпана; И.: hoodlum; Т.: genç eşkıya) и. һөйл.
Боҙоҡ юлда йөрөүсе һәр төрлө алдаҡсы, уғры кешеләр; жуликтар. □ Шпана. Шпанаға әйләнгән. Шпана булып китеү. Бөтә шпана шунда йыйыла. М Карабыраҡ йөрөмәһәң, беләһенме, бында шпаналар аҙым һайын, әйбереңде алып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Н. Мусин. Шпанаға оҡшаған дуҫтары бар Николайҙың, «тёмный» ойоштороп ҡуймаһын. С. Шәрипов. Үҙенең «шыйыҡ» сағында, ФЗО-ла уҡығанда, ҡала шпаналарына эйәреп саҡ юлдан яҙмай ҡалыуын да йәшермәй һөйләгән [Сәмиғуллин], 5-8-се синыф малайҙарын айырым йыйып алып. Г. Яҡупова.
ШПАРГАЛКА [пол. szpargalka ‘иҫке, яҙылған ҡағыҙ’] (Р: шпаргалка; И.: crib; Т.: kopya rulesi) и. һөйл.
1. Имтихан, һынау ваҡытында уҡыусы, студент тарафынан йәшерен ҡулланылған яуаптар яҙылған ҡағыҙ. □ Шпаргалка. Шпаргалка яҙыу. Шпаргалка ҡулланып яуап биреү. Шпаргалканан ҡарап алыу. Шпаргалка файҙаланыу. И Шпаргалканың миңә кәрәге юҡ! - тип ҡырт киҫкән [Фатима].
848