Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 849


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШПИЛЬКА
Ә. Бикчәнтәев. Кашапов уҙен тағы ла шпаргалкаһы менән тотолған студенттай хис итте. Яр. Вәлиев.
2. Кеше алдында сығыш яһау өсөн алдан әҙерләнгән яҙыу. □ Шпаргалка. М Судья шпаргалканы тартып алды. Р. Низамов. Ташсы Сәйфелмөлөк Мәсәлимов иһә: «Бында минец шпаргалкаларым, шуларға ҡарап һөйләргә иҫәп», - тип шаярта. В. Исхаҡов.
ШПАТ [нем. Spath] (Р.: шпат; И.: feldspar; Т.: spat) и.
1. мин. Һуҡҡанда тигеҙ ҡырлы киҫәктәргә ярсыла торған минералдарҙың элекке атамаһы. □ Шпат. Тау шпаты. Эзбизле шпат. Ялан шпаты. Цинклы шпат.
2. вет. Аттарҙа һәм йөк үгеҙҙәрендә була торған аяҡ һөйәге ялҡынһыныу ауырыуы.
□ Шпат (в ветеринарии: судорожное подёргивание задних ног). / Шпатовый. Шпат шеше.
ШПАТЕЛЬ [нем. Spatel ‘бәләкәй кәрәк’] (Р: шпатель; И.: spatula; T.: ıspatula) и. махс.
1. һүрәт төшөргәндә.буяуҙы тигеҙ итеп һалыу, шымартыу өсөн ҡулланылған йоҡа ғына ҡорос ҡалаҡ. □ Шпатель (в живописи). Рәссам шпателе. Шпатель менән палитраны таҙартыу. Шпатель менән нигеҙләу.
2. Төҙөү эшендә һылау йәки шпаклёвка-лау өсөн ҡулланылған резина, ағас, пластмасса ҡалаҡ. □ Шпатель (для нанесения и разравнивания шпатлёвки). Төҙөуселәр шпателе. Шпатель менән һылау. Шпатель менән ҡырыу.
3. Медицинала ҡулланылған бәләкәй генә яҫы ҡалаҡ рәүешендәге ҡорал (ауыҙ ҡыуышлығын, тамаҡты һ. б. ҡарау өсөн).
□ Шпатель (в медицине). Табип шпателе. Тамаҡты шпатель менән ҡарау.
ШПИК I (шпигы) [нем. Speck ‘сало’] (Р: шпик; И.: lard; T: domuz yağı) u.
Сусҡаның тоҙланған һәм ыҫлап эшкәртелгән һырт майы. □ Шпик. Шпик киҫәге. Шпик яһау. Тоҙло шпик.
ШПИК II (шпигы) [пол. szpieg ‘шпион’] (Р: шпик; И.: spy; T.: hafiye) и. һөйл. мыҫҡ.
Аҫтыртын рәүештә кемделер йәки нимәнелер күҙәтеп, йәшерен мәғлүмәт йыйып, тейешле дәүләт ойошмаһына еткереп йөрөгән кеше; шымсы. □ Шпик, шпион. Полиция
шпигы. Шпиктарҙан эҙҙе юғалтыу. ■ Киев дошман агенттары, шпиктары менән тулған. И. Абдуллин. Иҙелбай ағай уныц юлын булергә теләгәйне, шпик атып ебәрҙе. X. Мохтар. [Никонор:] Ләкин беҙ беләбеҙ, ул һораған кеше - шпик. Ж. Кейекбаев. Тораһыц да шымсы, шпик менән ҡурҡытаһыц. А. Мағазов.
ШПИЛЬ I [гол. spill ‘энә’] (Р: шпиль; И.: spire, steeple; T: ırgat, külah) и. архит.
Йорттоң өҫтөнә манара рәүешендә эшләнеп, һөңгө һымаҡ ослайып барып бөткән ҡоролма; осло ҡыйыҡ, манара. □ Шпиль. Башня шпиле. Сиркәу шпиле. Бейек шпилле ике ҡатлы йорт.
ШПИЛЬ II [нем. 5рг7/‘энә’] (Р: шпиль; И.: cable stock; T: vinç) и.
1. дицг. Караптарҙағы якорь, йөк һ. б. нәмә күтәрә торған вертикаль сығыр. □ Шпиль (судовая лебёдка). / Шпилевой. Шпиль электромоторы. Якорь кутәрә торған шпиль. Елкәнде шпиль менән кутәртеу.
2. хәрби. Ниндәйҙер йөк, ауырлыҡ һ. б. нәмә күтәреү өсөн артиллерияла ҡулланыла торған машина. □ Шпиль (артиллерийская машина). Шпиль ярҙамында йөк кутәреу.
ШПИЛЬКА [пол. szpilka < нем. Spille ‘энә’] (Р.: шпилька; И.: hair pin; T.: firkete) и.
1. Причёска яһағанда сәсте тотоу өсөн ҡулланылған сәс ҡыҫтырғыс. □ Шпилька; заколка. Сәсте шпилька менән ҡыҫтырыу. Причёска яһағанда төрлө ҙурлыҡтағы шпилькалар кәрәк.
2. Аяҡ кейеме оҫтаханаһында ҡулланылған махсус итек сөйө. □ Шпилька (в сапожном деле). Итеккә шпилька ҡағыу. Ағас шпилька. Тимер шпилька.
3. һөйл. Ҡатын-ҡыҙҙар туфлийының бейек һәм нәҙек үксәһе. □ Шпилька (каблук женской обуви). Шпилькалы туфли кейеу.
4. тех. Машиналарҙың ике детален беркетә торған винтлы кендек. □ Шпилька (крепёж). Шпилька менән беркетеп ҡуйыу. ■ Тимәк, клапан конусында шпилька тығылған, шунда хикмәт. Г. Яҡупова. Николай Гинин бригадаһы элек ҡул менән йыуыла торған болттарҙы, гайкаларҙы, шпилькаларҙы завод смазкаһынан таҙартыу өсөн «йыуғыс машина» уйлап тапты. Ш. Янбаев.
849