Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 850


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШПИНАТ
ШПИНАТ [нем. Spinat ‘йәшелсә’] (Р.: шпинат; И.: spinach; T.: ıspanak) и. бот.
Алабуталар ғаиләһенә ҡараған, япрағы ашауға яраҡлы баҡса үҫемлеге. □ Шпинат. / Шпинатный (лат. Spinacid). Шпинат салаты. Шпинат уҫтереу.
ШПИНГАЛЕТ [фр. espagnolette} (Р.: шпингалет; И.: box bolt; T.: ispanyolet) и.
1. Тәҙрәлә йәки ишектә ҙур булмаған шыуҙырмалы бик; келә. □ Шпингалет (задвижка, замок). Тәҙрә шпингалеты. Ишеккә ҡуйылған шпингалет.
2. һөйл. кусм. шаяр. Бәләкәй кәүҙәле егет. □ Шпингалет (о невысоком юноше).
ШПИНДЕЛЬ [нем. Spindel ‘орсоҡ’] (Р: шпиндель; И.: mainspindle; T.: eksen) и. тех.
1. Металл ҡырҡҡыс станоктың әйләнмәле төп валы. □ Шпиндель. / Шпиндельный. Шпиндель барабаны. Шпиндель эшләпәһе.
2. Еп иләү машинаһындағы әйләнеп торған күсәр; орсоҡ. □ Шпиндель (веретено). Еп иләу машинаһының шпинделе һынған.
ШПИОН [нем. Spion\ (Р.: шпион; И.: spy; T.: casus) и.
1. Шпионаж менән шөғөлләнгән кеше. □ Шпион. / Шпионский. Шпиондар заговоры. Сит ил шпиондары. Илгә шпиондар ебәреу. Шпиондарҙы тотҡандар. ■ Мин төндә уларҙың шпионын тотоп, бөтә серҙәрен, паролдәрен белдем. Б. Хәсән. [Ғаян:] Шпиондарҙың сикте сығырға маташыу ы буранлы йәки ҡаты томанлы көндәрҙә була. Б. Дим. Әгәр шулай уяу булмаһаҡ, беҙҙең илебеҙ ике йылда шпиондар һәм диверсанттар менән тулған булыр ине. И. Насыри.
2. һөйл. Аҫтыртын ғына һүҙ йыйып, һүҙ еткереп йөрөүсе; шымсы. □ Шпион (тот, кто следит за кем-л., доносит на кого-л.). Шпион кургән-белгәнен килеп һөйләп китте. Шпион булып арттан йөрөмә. К Теге Тима-шев беҙгә кире ҡайтманы. Моғайын, шпион булғандыр. Д. Юлтый. Әллә шпионға уҡ оҡшағанмынмы? - тине Рәҡип, йылмайып. Р. Низамов. Һин шпион тугелһеңдер бит, Йәмил? Р. Байбулатов.
ШПИОНАЖ [нем. Spion] (Р: шпионаж; И.: espionage; T.: ispiyonluk) и.
Дәүләт сере итеп һаҡланған төрлө мәғлүмәттәрҙе йыйыуҙан йәки урлауҙан торған,
икенсе дәүләт файҙаһына йәшерен рәүештә алып барылған енәйәтле эшмәкәрлек. □ Шпионаж. Шпионаж менән шөғөлләнеу. Шпионажға ҡаршы көрәшеу.
ШПИОНЛЫҠ (шпионлығы) (Р: шпионство; И.: espionage; Т.: ispiyonluk) и.
1. Шпион булыу эше. □ Шпионство. / Шпионский. Шпионлыҡ менән шөғөлләнеусе ойошма. Шпионлыҡта ғәйепләу. М Уларҙың [эшселәрҙең] кубеһе либералдар йырын йырлайҙар, ҡайһылары шпионлыҡ эше менән тамаҡ туйҙыралар, кисә дуҫ куреп йөрөгән иптәштәрен бөгөн жандармдарға тотоп бирәләр, уҙ тиреләрен һаҡлайҙар. Һ. Дәүләтшина. Ни өсөн шпионлығы шикһеҙ булған теге кеше һеҙҙә бер төрлө лә шик тыуҙырмай? X. Мохтар.
2. Кемделер аҫтыртын күҙәтеүгә бәйле эшмәкәрлек; шымсылыҡ. □ Шпионство. Шпионлыҡҡа әҙерләу. ■ [Ласло - Гобарға:] Әгәр һинең һөйләгәндәрең раҫланмаһа, һине шпионлыҡта ғәйепләһәләр, - Ласло усының ҡыры менән кумәгәйле боғаҙына һыҙҙы һәм телен шартлатты. И. Абдуллин. Дошманлыҡ, шпионлыҡ юлына ҡасан баҫыуын, моғайын, белгәнһеңдер, - тип следователь мине лә ҡыҫымға алды. Ә. Хәкимов. Икенсе тапҡыр шпионлыҡ итмәҫкә һабаҡ булыр уҙенә! X. Мохтар.
ШПИОНЛЫҠ ИТЕҮ (шпионлыҡ ит-) (Р: шпионить; И.: spy; T.: casusluk yapmak) ҡ.
Шпион хеҙмәтен үтәү. □ Шпионить. Кемдеңдер артынан шпионлыҡ итеу. Шпионлыҡ итеугә ылыҡтырыу. М Комендатуралағы фельдфебель уҙен комендант иткән, утын йыйнаусы еврейҙы уҙ ҡаршыһына килтергән, уның теҙләнеп фельдфебелдең ҡулын убеуенә ҡарамайынса, унан «шпионлыҡ» итеуен әйттерергә тотонған. А. Таһиров. Рәуеф, уҙ сиратында, йәнә, был мине сығармаҫҡа самалай, һаман мәғлумәт һауа, шпионлыҡ итә, тип уйларға мәжбур булды. Ә. Әминев.
ШПИЦ [нем. Spiess ‘һөңгө’] и. ҡар. шпиль
I. Биналағы шпиц.
ШПИЦРУТЕН [нем. Spiess ‘һөңгө’ + Rute ‘шыйыҡ сыбыҡ’] (Р: шпицрутен; И.: rod; Т.: değnek) и. тар.
Борон Рәсәйҙә язаға тарттырылған һалдаттарҙы, кешеләрҙе һуҡтырыу өсөн ҡулланылған һыйғыр сыбыҡ. □ Шпицрутен. Шпицрутен менән һуҡтырыу.
850