Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 851


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШПРИЦ
шплинт [нем. Splint} (Р.: шплинт; И.: snap pin; T.: cebire) и. тех.
Металл йәки һығылмалы беркеткес. □ Шплинт, скрепа, крепёж. Баҡыр шплинт. Шплинт деталдәрҙе беркетеу һәм гайкалар бушамаһын өсөн ҡулланыла.
ШПОН [нем. Spâne ‘сәрпәк, сарпынды’] (Р.: шпон; И.: ply; T.: kaplama tahtası) и.
1. mex. Бер ҡатлы фанера. □ Шпон. Шпон эшләу. Шпон менән көпләу. Шпон йәбеште -реу. Шпон йорт йыһаздары, ишектәр, иҙән таҡталары эшләгәндә файҙаланыла. Шпон шырпы ҡабы, хатта ҡурай етештергәндә лә ҡулланыла.
2. типогр. Хәрефтәрҙе ҡулдан йыйғанда юлдар араһына ҡуйыла торған йоҡа металл пластинка. □ Шпон, шпона. Шпон ҡуйыу.
ШПОНКА [пол. szponka < нем. Spon, Span ‘сәрпәк, сарпынды’] (Р: шпонка; И.: dowel; bushing key; T.: kavela) и.
1. тех. Машиналағы, төрлө механизмдағы деталде тоташтыра торған шына (тейеп торған ике деталдең ырмауына ҡуйылған, бер-береһенә ҡарата боролошона һәм кусеше-нэ ҡаршы тороусы призма формаһындағы деталь). □ Шпонка (соединительный элемент). Шпонка ҡуйыу.
2. Щит яһағанда теҙелгән таҡталарҙы тотоп тороу өсөн арҡыры ҡуйылған ағас бурса; талыҡ. □ Шпонка (деревянный брусок, врезаемый поперёк досок, для изготовления щита). Шпонка ҡағыу.
ШПОР [рус. шпора < нем. Spom} (Р: шпора; И.: spur; T.: mahmuz) и.
1. Һыбай йөрөгәндә аттың ҡабырғаһына төртөп ҡыуыр өсөн итек үксәһенә ҡуйылған тимер; тибенге. □ Шпора. / Шпорный. Көмөш шпор. Еҙ шпор. Шпорлы итек. Шпорҙарҙы шаҡылдатып ҡуйыу. ■ Ротмистр Карамышев, осрашыу шатлығын йәшермәйсә, таш бина баҫҡысын бер-ике генә һикереп утте лә машина кабинаһынан төшкән Зәки Вәлиди ҡаршыһында ялтыр хром итек уксәләрендәге шпорҙарын зыңлатып, барып та баҫты. Р. Байымов. Көс-ҡеуәт менән баҫылған тактҡа көмөш шпорҙар сыңлап торҙолар. И. Ғиззәтуллин. Ташлы юлда сыҡылдап ташҡа бәрелгән даға тауыштары, тоноҡ
ҡына ишетелгән шпор тауыштары мине һиҫкәндерҙе. Б. Ишемғол. Кылыс аҫып, шпор тағып атланды һалдаттар атҡа. Бәйеттән.
2. анат. Ҡайһы бер ата ҡоштарҙың үксә өҫтөндә була торған оҙон үткер тырнаҡ; типке, текәүер. □ Шпора (у некоторых птиц). Әтәстең шпоры.
3. мед. Матдәләр алмашыныуы дөрөҫ булмағанда, тоҙ ултырғанда оло йәштәге кешеләрҙең үксәһендә барлыҡҡа килгән ауырыу. □ Шпора (заболевание). Шпор сыҡҡан. Шпор менән яфаланыу.
ШПОРЛАУ (шпорла-) (Р: шпорить; И.: spur; T.: mahmuzlamak) ҡ.
Шпор ярҙамында ҡабырғаһына төртөп атты әйҙәү. □ Шпорить, пришпоривать. Атты шпорлап сабыу. ■ Ул [полковник Шайморатов], атын шпорлап, мылтыҡтарын таяҡ шикелле һөйрәгән ҡыҙылармеец-тарҙың ҡаршыһына сыҡты. Я. Хамматов. Некруттарҙан алыҫ тормаған атлы стражниктар, ҡамсыларын һелтәп, ат шпорлап сабып килделәр ҙә халыҡты тараттылар. А. Таһиров.
ШПОРЛЫ (Р: со шпорами; И.: spurred; T: mahmuzlu) с.
Шпоры (1,2) булған. □ Со шпорами; шпорцевый. Аяғында шпорлы итек. М [Штабс-капитан Тағанов] һәр саҡтағыса теремек, шпорлы хром итектәре көҙгөләй ялтырап тора, хәрби кейеме ыҫпай, мыйыҡтар тырпайған, бейек тирәсле фуражкаһы аҫтынан шәлкем бөҙрә сәс өлтәйгән. Р. Байымов. Имеш, ул өҫтөнә ҡайылған ҡырын яғалы ҡыҙыл сатин кулдәк, аяғына шпорлы ҡара итек кейеп алған да ниндәйҙер урман аҡланында баҫып тора. М. Кәрим. Әтәстәрҙең береһе, бынауы ҡуш һаҡаллы, шпорлы, ҙур сыбары, Кыҙырастарҙыҡы. 3. Биишева. Шул уҡ минутта Диңгеҙхан Барсынбикә менгән бейәнең ҡабырғаһына шпорлы итектәре менән йән асыуына төрттө. Т. Ғарипова.
ШПРИЦ [нем. Spritze, spritzen ‘сәсрәтеү’] (Р: шприц; И.: syringe; T.: şırınga) и.
1. мед. Тәнгә шыйыҡ дарыу ебәреү йәки шыйыҡса һурҙырыу өсөн ҡулланылған поршенлы һәм эсе ҡыуыш энәле цилиндр
851