ШПРОТ
рәүешендәге медицина ҡоралы. □ Шприц (медицинский инструмент). / Шприцевый. Шприц энәһе. Шприц менән һурҙыртыу. Бер тапҡыр ҡулланыла торған шприцтар. Хәҙер шприцтарҙы ҡайнатмайҙар. М Фельдшер, тимер һауытынан шприц сығарып, ирҙец беләгенә укол ҡаҙаны ла йөрәгенә йәнә массаж яһарға кереште. Р. Байбулатов. Ҡулына шприц тотоп ҡаршыһында баҫып торған ап-аҡ халатлы һылыу ҡыҙ ецел һулап ҡуйҙы. Р. Ғабдрахманов.
2. кул. Медицина шприцы формаһында эшләнгән, крем, май һәм башҡаларҙы билдәле бер формала һығып сығарыу өсөн эшләнгән кухня йыһазы. □ Шприц. Крем шприцы. Май шприцы.
3. тех. Машинаның айырым механизмдарын, күсәрҙәрен майлау өсөн поршенлы цилиндр рәүешендәге ҡорал. □ Шприц. Машина майы өсөн шприц. ■ Әбузәр йәшниктән шприцтарҙы алды ла уларға солидол тултырҙы. Р Низамов.
ШПРОТ [нем. Sprotte < лат. Sprattus] (Р: шпрота; И.: sprat; T.: çaça balığı) и.
1. Сельдтар ғаиләһенә ҡараған ваҡ диңгеҙ балығы. □ Шпрота (рыба семейства сельдевых). Шпрот тотоу. Шпроттың оҙонлоғо 13-15 сантиметр ғына була.
2. Ваҡ диңгеҙ балыҡтарынан яһалған консерва. □ Шпроты (консервы из этих рыб). Бер банка шпрот. Шпрот ашау. ■ Бөгөн Туғанов ҡайтышлай, Аҡбаш сельпоһы магазинына инеп, бер шешә коньяк һәм яҡшы кәнфит менән шпрот консерваһы алып сыҡты. Ә. Вәли.
ШПУНТ [нем. Spund ‘тыҡҡыс’] (Р: шпунт; И.: rabbet; T.: fıçı tapası) и.
1. Таҡтаның йәки бурсаның ҡыры икенсеһенең ырмауына кереп торһон өсөн эшләнгән буй сығынты; ырмау. □ Шпунт, выступ, гребень. Шпунт алыу. ■ Икенсенән, бындай шпунт йөйлө таҡта башҡа бер ерҙә лә юҡ: Ырымбурҙағы шефтарҙан ҡайтартҡайныҡ. Й. Солтанов.
2. тех. Гидротехник ҡоролмаларҙа һыу юлын бикләй торған ҡойма яһау өсөн ағас, ҡорос йәки тимер бетон бағаналарҙы буйы менән бер-береһенә ныҡлап беркетерлек
итеп эшләнгән ырмау һәм шул ырмауҙары булған бағаналар рәте. □ Шпунт (грунтө-водонепроницаемая стенка). Шпунт менән беркетеу. Шпунттарҙың оҙонлоғо 34-35 метрға етергә мөмкин.
3. тау. Ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу урындарын билдәләп, башҡарылаһы эштәр күләмен иҫәпләү өсөн ҡағылған ҡаҙаҡ. □ Шпунт (гвоздь). Шпунттар менән ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу урындарын билдәләп сығыу.
ШПУНТЛАУ (шпунтла-) (Р.: шпунтовать; И.: rabbet; T.: yiv açmak) ҡ. ҡар. ырмаулау.
Оҙон итеп соҡоп, ек яһау; ырыу. □ Шпунтовать. Өрлөктө шпунтлау. Балта менән шпунтлау. Уймыр менән шпунтлау.
ШПУР [нем. Spur ‘эҙ’] (Р.: шпур; И.: borehole; T: lağım deliği) и.
1. тау. Тау тоҡомдарын шартлатыу өсөн быраулап тишелгән тишем. □ Шпур (узкое отверстие, пробуриваемое в горных породах). Шпур быраулау. Шпур скважинаһы. ■ Хәйҙәр ныҡ борсолоп һөйләй ине, тынысланыу өсөн, тороп, аҙыраҡ йөрөп әйләнде, шунан Барыйҙан һораны: «Улым, ә һин шпурҙыц нимә икәнен беләһеңме?» Й. Мостафин. Торба һымаҡ итеп тубәнгә быраулап төшкән ерҙе шпур тиҙәр. Й. Мостафин.
2. тех. Шахта мейесендә иретелгән матдәне ағыҙыу өсөн эшләнгән тишем. □ Шпур (отверстие в горне шахтной печи). Шпур аша шыйыҡ тимер ағыҙыу.
ШРАМТА (Р: мочалка из липы; И.: bast wisp; T: ıhlamur kabuğundaki liften yapılan üstüpü) и. диал.
Йүкә йыуғыс. □ Мочалка из липы. Шрам-та әҙерләу. Шрамта менән йыуыу. Шрамта менән тушәм йыуыу.
ШРАПНЕЛЬ [ингл. shrapnel (уйлап табыусы Шрапнель исеменән)} (Р: шрапнель; И.: shrapnel; T: şarapnel) и. хәрби.
Эсенә йомро пулялар тултырылған артиллерия снаряды; пулялы туп. □ Шрапнель (артиллерийский снаряд)./Шрапнельный. һауала шрапнель ярылды. Шрапнель ярсығы. М Куптәрҙең пулемёт, шрапнель ямғырында салғы аҫтындағы улән һымаҡ
852