Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 853


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШТАБ-КВАРТИРА
киҫелеп ҡалыуҙарына ҡарамаҫтан, ахырҙа улар чехтарҙы көнө буйы аҙымлап яулаған позицияларынан ҡыуып ебәрҙе. Р. Байымов. Үрҙә, тубә өҫтөндә шрапнелдәр шартлай, уныц тос йәҙрәләре тыпылдап ергә яуа башланы. 3. Биишева. Шул саҡ сыйылдап килеп, окоп эргәһендә генә шрапнель снаряд ярылды. В. Исхаҡов. Шрапнель ватыҡтары ергә суйын ямғыры булып яуа, тура килгән бер нәмәне утә сыға. И. Насыри.
ШРИФТ [нем. Schrift < schreiben ‘яҙыу’] (Р.: шрифт; И.: font; type; T.: punto) и.
1. типогр. Айырым бер текст өсөн һайланған билдәле бер төрҙәге типографик хәрефтәр комплекты. □ Шрифт (комплект типографских литеров). / Шрифтовой. Ҡалын шрифт. Нәҙек шрифт. Эре шрифт. ■ Типография шрифтары, баҫыу машиналары, ҡағыҙ, типография йорто - бөтәһе лә шунда уҡ туләуҙе талап итәсәк. Ғ. Хисамов.
2. Хәрефтең яҙыуҙағы график күренеше. □ Шрифт (графический рисунок начертаний букв и знаков). Баҫма шрифт. Ҡулъяҙма шрифт. Ғәрәп шрифы. Компьютер шрифтары. ■ Ғәрәп шрифын - латин шрифы-на, унан рус графикаһына. И. Абдуллин. Азат шрифтарҙан һуҙ йыйыуҙың ецел эш булмауын бик тиҙ аңланы. Ә. Бикчәнтәев. Зариф ағай ғәрәп шрифы менән яҙылған листовканы ҡулына алды. В. Исхаҡов.
ШТАБ [нем. Stab] (Р: штаб; И.: staff, headquarters; T.: kurmay) и.
1. һәр төр ғәскәри бүлектәргә етәкселек итеү органы һәм шунда ингән кешеләр төркөмө. □ Штаб (орган управления войсками). / Штабной. Генераль штаб. Дивизия штабы. Корпус штабы. Штаб начальнигы. Полк штабы. ■ Штаб начальнигы полковник Голенев полк командирҙарын Шайморатов ҡул ҡуйған 86-сы һанлы яңы приказ менән таныштырҙы. Ә. Ихсан. Зәки Вәлиди штабҡа төшкәндә, Әмир Ҡарамыш һәм тағы ике офицер нимәлер хаҡында ҡаты бәхәсләшәләр ине, шикелле. Р. Байымов. Егерменсе йылдың көҙөндә һинең арҡала беҙҙең бөтә штаб һәләк була яҙғайны. В. Исхаҡов.
2. Шул орган урынлашҡан бина. □ Штаб (помещение, в котором находится
такой орган). Штабта йыйылыу. Штабҡа саҡыртыу. ■ Новиковты бөгөн штабҡа бер нисә тапҡыр саҡырттылар. Ғ. Аллаяров. Роталарҙың фельдфебелдәре бер ергә йыйналып кәңәштеләр ҙә полктың штабына табан киттеләр. Ғ. Ғүмәр. Ҡапыл беҙҙең батареялар, уҙҙәренең ут йунәлештәрен алыштырып, штаб урынлашҡан йортҡа һәм кухнялар торған районға залп бирҙеләр. Б. Дим.
3. Ниндәйҙер бер нәмәнең етәкселек органы. □ Штаб (руководящий орган чего-л.). Дружинасылар штабы. Партия штабы, һайлау кампанияһы штабы. ■ Дружинаның штабы хәҙер уларҙа [Тимербайҙарҙа] ине.
3. Биишева.
ШТАБЕЛЬ [нем. Stapel ‘өйөм’] (Р: штабель; И.: pile; stockpile; T.: istif) и.
1. Нимәнеңдер тигеҙләп һалған өйөмө. □ Штабель (ровно и в правильной форме сложенный ряд чего-н.). Штабелгә һалыу. ■ Һуғылған кирбестәрҙе штабелгә өйөп, дурт-биш аҙна ҡояшта киптерҙеләр. Р. Өмөтбаев. Инженер бомбалар штабелен тағы бер әйләнеп сыҡты һәм шунан һуң ғына тәҡдимен склад начальнигына әйтте. А. Мағазов.
2. диал. Әрҙәнә, өйөм. □ Штабель (дров). Утын штабеле. М Бына ҙур-ҙур штабелдәргә һалынған өйөмдәрҙең ситенә кешеләр теҙелеште. Н. Мусин.
ШТАБИСТ [рус.] (Р: штабист; И.: staff officer; T.: yüksek rütbeli subay) и. һөйл.
Штабта хеҙмәт итә торған офицер. □ Штабист, штабник. Штабист майор. ■ [Гестапосы - Фәтиховҡа:] Генерал Власов хаҡында ишеткәнең барҙыр, әлбиттә, һеҙ бит штабист. И. Абдуллин. Таң һыҙылған мәлдә, дежурныйҙарҙан башҡа барлыҡ штабистар йоҡлап ятҡанда, Фидель секретары Челия менән алғы һыҙыҡта һуғышыусы отрядҡа табан йунәлде. Ә. Бикчәнтәев. [Али Карнай:] Хәрби подразделениеларға барған сағында ла [Әһел Истамғәлин] боецтар менән аралашмай, .. штабистар йәки командирҙар һөйләгән мәғлумәттәр менән генә сикләнә. Я. Хамматов.
ШТАБ-КВАРТИРА [рус.] (Р: штаб-квартира; И.: headquarters; T.: karargah) и. хәрби.
853