Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 854


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШТАБ-ОФИЦЕР
1. Хәрби штаб урынлашҡан йорт. □ Штаб-квартира. Дивизияның штаб-квартираһы.
2. кусм. Нимәнеңдер төп пункты. □ Штаб-квартира. ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһы. БМО-ның штаб-квартираһы.
ШТАБ-ОФИЦЕР [рус.] (Р.: штаб-офицер; И.: staff officer; T.: üstsubay) и. тар. хәрби.
Элекке рус армияһында полковник, подполковник һәм майор дәрәжәһендәге офицерҙарға бирелгән чин һәм шул чиндағы кеше. □ Штаб-офицер (в царской армии). / Штаб-офицерский. Штаб-офицер мундиры. Штаб-офицер чины.
ШТАБС-КАПИТАН [рус ] (Р: штабе капитан; И.: staff captain; T.: kurmay yüzbaşı) и. тар. хәрби.
Элекке рус армияһында поручиктан юғары, капитандан түбән булған офицер чины һәм шул чиндағы кеше. □ Штабс-капитан (в царской армии). / Штабс-капитанский. Штабс-капитан чины. ■ [Зәки Вәлиди -Муса Кәлимуллинға:] Беҙҙең штабс-капитан [Ғәлимйән Таған] һинең арттан уҡ уҙенең алты-ете ҡораллы егетен атҡа атландырып, кантонлыҡты сыҡҡансы куренмәй генә оҙата барырға ҡушҡан. Р. Байымов.
ШТАКЕТНИК (штакетнигы) [нем. Stake ‘ҡаҙыҡ, ҡолға’] (Р: штакетник; И.: pale; Т.: tahta perdesi) и. йыйн.
1. Ҡойма, рәшәткә яһай торған йоҡа тар таҡта; рәшәткә таҡтаһы. □ Штакетник (специальные узкие планки). Штакетник эшләу. Штакетник ҡағыу. ■ Ғәлимәнең рөхсәтенән тыш бер шифер, бер штакетник, келәм һатылмай.Ғ Ғарипова.
2. Шундай таҡтанан яһалған кәртә, ҡойма. □ Штакетник (забор). Баҡсаны штакетник менән уратыу. Штакетниктары бик матур булған. И Беҙ штакетник ҡағылған кәртә буйлап ҡапҡа төбөндә ултырабыҙ. Т. Ғиниәтуллин. Тубыҡ тәпәшлегендәге штакетник ҡағылған ҡапҡанан инделәр [Рәуеф менән һаҡсы]. Ә. Әминев.
ШТАМП [ит. stampa Sihcot’] (Р: штамп; И.: stamp; T.: mühür) и.
1. Ойошманың исеме яҙылған мөһөр һәм шуның ҡағыҙға төшкән һүрәте. □ Штамп (особая разновидность печатной формы, служащей для производства оттиска на документах). Штамп баҙыу. Институт
штампы баҫылған конверт. Почта маркаларын, герблы маркаларҙы, маркалы һәм штамплы конверттарҙы йыйыу, өйрәнеу «филателия» тип атала. ■ Ниндәй китап икәнен, шулай уҡ өҫкө һул мөйөшөнә штамп, аҫтына туңәрәк мисәт һуғылған аҡ бланкыларҙың ни эшемә ашҡанлығын төшөнмәне ҡарт. Б. Бикбай. Шайморат бабай, ҡағыҙҙы алып, әйләндереп-әйләндереп оҙаҡ ҡына ҡараны ла, туңәрәк мисәт һәм штампты кургәс, тынысланды. Ә. Бикчәнтәев. Конверт эсендәге ҡағыҙҙа Диниә назаратының штампы баҫылған, мөфтиҙең ҡулы ҡуйылған. А. Таһиров. Ысынлап та, унда «Коминтерн мәктәбе» тигән штамп һуғылғайны. Р. Низамов.
2. Бер үк төрлө нәмәне күпләп эшләү өсөн ҡулланылған өлгө; ҡалып, шаблон, трафарет. □ Штамп (инструмент или форма). Штампҡа һалыу. Деталдәрҙе штамп менән эшләу.
3. кусм. Берәй эштә үрнәк итеп алынған, уға туранан-тура һуҡырҙарса эйәргән нәмә; ҡалып, шаблон. □ Штамп (принятый образец). Әҙәби штамп. Театраль штамп. ■ Бер штамп менән уйлауҙары мөмкин тугел бит! Яр. Вәлиев. [Рәшит - йыйылыусыларға:] һайт-два аҫтында штамп буйынса эшләнгән эштең бер төрлөлөккә илтеуен, тормошто ҡоротоуын, ә илебеҙҙең, киреһенсә, уҙ аллы фекер йөрөтөусе кешеләре куплектән ҡеуәтле булыуын ҡасан оноторға өлгөрҙөгөҙ һеҙ? Б. Рафиҡов.
ШТАМПЛАТЫУ (штамплат-) ҡ. йөкм. ҡар. штамплау, понуд. от штамплау. Хатты штамплатыу. Бандеролде штамплатыу.
ШТАМПЛАУ (штампла-) (Р: штамповать; И.: punch, press; T: mühür basmak) ҡ.
1. Штамплы итеү, штамп һуғыу. □ Штамповать, ставить штамп на что. // Штампование, штамповка. / Штамповальный; штамповочный. Документты штамплау. Кағыҙ-ҙарҙы штамплау. Штамплау пресы. Штамплау станогы. Штамплау цехы. Штамплау булеге. М Азаматов, ярһыуынан, өҫтәлгә йәйгән сукно төҫлө ҡыҙарҙы һәм һәр һуҙҙе штамплап баҫҡан һымаҡ әйтте. Ә. Вәли.
2. Штамп (2) ярҙамында эшләү. □ Штамповать, изготовлять штампом. // Штамповка.
854