Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 855


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШТАПЕЛЬ
Деталдәрҙе штамплау. Аҡса штамплау. ■ Лапалар штамплауҙың башҡаларға туранан-тура бәйләнеше юҡ. Ә. Вәли.
ШТАМПЛАУСЫ (Р.: штамповщик; И.: punch press operator; T.: preslemeci) и.
Штампҡа һуғыусы эшсе. □ Штамповщик. Штамплаусы булып эшләу.
ШТАМПОВКА [рус.] (Р.: штамповка; И.: pressing; T.: presleme) и.
1. Әйберҙе, деталде штамп (2) ярҙамында эшләү һәм шул рәүешле эшләү ысулы. □ Штамповка. Һыуыҡ штамповка.
2. Ошо ысул ярҙамында эшләнгән әйбер, деталь. □ Штамповка. Штамповка менән генә яһалған тауарҙар.
ШТАНГА [нем. Stange Үҙәк’] (Р: штанга; И.: barbell; Т.: halter) и.
1. тех. Ҡайһы бер механизмдарҙа металл кендек рәүешендәге деталь. □ Штанга (большой металлический стержень). Быраулау штангаһы. ■ [Скважиналарҙың] береһендә улар штанганың өҫкә кутәрелгәндә ауырыраҡ тауыш менән ҡалтырауын ишетте. Ғ. Ибраһимов. Төнөн был [ҡаланың бер ҡатлы йорттары I куренешкә трамвай штангаһынан ялтырап осоп ҡалған осҡондар ғына өҫтәлә. Р. Солтангәрәев.
2. спорт. Футбол ҡапҡаһындағы өҫкө арҡыры ағас. □ Штанга (перекладина, брус на футбольных или хоккейных воротах). Туп штангаға тейгән. ■ Туп һул яҡ штанга ҡырынан бошмай ғына ситкә тәгәрәп китте. Н. Ҡотдосов.
3. спорт. Ауыр атлетика менән шөғөлләнеү өсөн ике яҡ башына алынмалы дискылар ҡуйып күтәрә торған металл кендек. □ Штанга (основной снаряд в тяжёлой атлетике). Штанга кутәреу буйынса ярыш. Штанга менән шөғөлләнеу. Штанга буйынса спорт мастерлығына кандидат. М Буш ваҡыты булдымы, ул [Йәмил] спорт менән нығыраҡ шөғөлләнде, штанга кутәреу секцияһына ихлас йөрөнө. Р. Байбулатов. [Рөстәм - әсәһенә:] Тик бының өсөн тәуҙә миңә бер аҙ штанга менән шөғөлләнеп, көстө нығытып алырға кәрәк. М. Садиҡова. һуғышҡа саҡлы Васильевтың, Әхтәм тәуҙә уйлағанса, штанга кутәреусе лә, йөк ташыусы ла булмауы, мәктәптә тарих уҡытыуы асыҡланды. Ә. Хәкимов.
ШТАНГАСЫ (Р: штангист; И.: weight lifter; T.: halterci) и.
1. спорт. Ауыр атлетика менән шөғөлләнеүсе, штанга күтәреүсе. □ Штангист. Еңел ауырлыҡтағы штангасылар. Штанга-сылар ярышы.
2. Нефть эҙләгәндә механизмдарҙағы металл кендек рәүешендәге деталь менән эш итеүсе кешеләр. □ Штангист. ■ Фролинко вышканан кочегаркаға бутән эш менән сыҡҡан арала, .. штангасы Дмитрий вышка башынан асыҡ куренә торған Иҙел аръяғындағы колхозсыларҙың һабан һөрөуҙәрен куҙәтә. А. Таһиров.
ШТАНГЕНЦИРКУЛЬ [нем. Stangenzirkel] (Р.: штангенциркуль; И.: calipers; Т.: ҫар ölçme pergeli) и.
Нәмәнең ҡалынлығын йәки түңәрәк тишектең киңлеген үлсәү ҡоралы. □ Штангенциркуль (универсальный инструмент). Штангенциркуль шкалаһы. Штангенциркуль менән улсәу.
ШТАНГИСТ [рус.] и. спорт. ҡар. штангасы 1. Штангистар ярышы. Штангистарға ҡунаҡхана белешеу. ■ Һин шуны онотма: штангист ауырлыҡты беренсеһендә ала алмаһа, тағы ла ике мәртәбә бәхетен һынап ҡарарға мөмкинлек бирәләр. Д. Бүләков. Лейтенант полк штангистарының тренеры ине. Н. Мусин. Штангисмы, әллә самбисмы икән? Р. Солтангәрәев.
ШТАПЕЛЬ [нем. Stapel ‘өйөм’] (Р: штапель; И.: staple; T: elyaf) и.
1. Оҙонлоғо менән йөн, мамыҡ сүстәргә яҡын торған яһалма йәки синтетик сүс. □ Штапель (волокно). Штапель сусе.
2. һөйл. Ошо сүстән һуғылған туҡыма. □ Штапель (ткань). / Штапельный. Бер кулдәклек штапель. Штапель һуғыу. Биҙәкле штапель. ■ Штапелдең иң модалы тауар булып иҫәпләнгән сағы. М. Садиҡова. [Хөббөниса] аҡ простыняға урап стенаға элеп ҡуйған штапель кулдәген алып кейҙе лә комод өҫтөндәге көҙгө ҡаршыһына килеп баҫты. Р. Ғабдрахманов. Миңзифа штапель кулдәгенең еңен терһәгенә һыпыра биреп ҡуйҙы - һауыт-һаба йыуа башларға әҙерләнә тиерһең. Р. Низамов.
855