Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 856


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШТАТ
3. махс. Бер төрлө генә итеп тулҡынланып тороусы һарыҡ йөнөнөң айырым бөҙрәһе. □ Штапель (завиток в руне). Һарыҡ йөнөнөң штапелдәре теҙелеп киткән.
ШТАТ I [нем. Staat ‘дәүләт’] (Р.: штат; И.: state; T.: eyalet) и.
АҠШ-та һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙәге федерация составына ингән администра-тив-территориаль берәмек. □ Штат. Америка Ҡушма Штаттары. ■ Америка Ҡушма Штаттарында ғына бөтә халыҡтарҙың да паспорттарына «америкалы» тип яҙалар. И. Абдуллин. Хәҙер инде беҙ һиндостандың Ассам штатына, Сибсагар далаһы тирәһенә күстек. Ә. Бикчәнтәев.
ШТАТ II [нем. Staat ‘дәүләт’] (Р.: штат; И.: staff; T.: kadro) и.
1. Ойошмалағы хеҙмәткәрҙәрҙең даими составы. □ Штат. Штатты ҡыҫҡартыу. Штаттан тыш эшләү. ■ Быйыл экспедицияға аҡса аҙ бирелде, штат та һәм тикшеренеү эштәренең күләме лә ҡыҫҡартылды. Ә. Бикчәнтәев. Әлфиә .. Әшрәфкә булышты, уның «штаттан тыш» ярҙамсыһы булды. И. Абдуллин. Хәҙер ул [Шәүәли] районда, адвокаттар коллегияһында, штаттан тыш юрист булып эшләй. Б. Бикбай.
2. Ниндәйҙер ойошманың хеҙмәткәрҙәр һаны һәм вазифаларына ярашлы улар башҡарырға тейешле эш ҡағиҙәләре. □ Штат. / Штатный. Штатта ҡаралғанса. Н Октябрь айынан, яңы штат расписаниеһы алыныу менән, директор секретары булып Варвара Иванова эшләй башланы. Ә. Бикчәнтәев. «Штат юҡ» тип ҡырҡа киҫкән яуаптар ҙа байтаҡ булды. Ә. Вәли. Яңы сортлы бойҙай, арыш орлоғон һатыусы хужалыҡҡа ла әйләнергә булыр ине, самаһыҙ йәйелгән штат, техниканың ҡиммәт, ә ауыл хужалығы продукцияһының арзан булыуы уны барыбер тотороҡло яһай алмай. Т. Ғарипова.
ШТАТИВ [нем. Static ‘өсаяҡ’] (Р: штатив; И.: tripod; T.: sehpa) и.
1. Лабораторияла приборҙар тоттороу өсөн эшләнгән ҡулайлама; ҡыҫа. □ Штатив (оборудование для установки лабораторной посуды и инструментов). Штативҡа ҡуйыу. Быяла пробиркалар ҡуйылған штатив. Штативтар химия һәм медицина лабораторияларында - иң кәрәкле әйбер.
2. Фото, кино аппараты һәм астрономик, геодезик приборҙар ҡуйыу өсөн ҡулланылған йыйылмалы өсаяҡ. □ Штатив (передвижная опора для оптических приборов). Микроскоп штативы. Фотоаппарат штативы. Штативҡа ҡуйыу.
ШТАТЛЫ (Р: штатный; И.: staff; T.: kadrolu) c.
1. Штатта (II, 1) торған, штатта ҡаралған. □ Штатный. Штатлы хеҙмәткәр.
2. Штатҡа (II, 2) ярашлы рәүештә. □ Штатный. Һайлауҙар штатлы режимда үтте. Берҙәм дәүләт имтиханы штатлы режимда уҙғарыла.
ШТАТСКИЙ [рус.] (Р: штатский; И.: civil; T.: sivil) с. һөйл.
Хәрби эшкә, дингә мөнәсәбәте булмаған; гражданский. □ Штатский. Штатский кеше. Хәрбиҙәр һәм штатскийҙар. М Дөрөҫ, хәрби кешеләр, ғәҙәттә, штатскийҙар менән бик аҙ аралаштылар. И. Абдуллин. Хәрбиҙәр менән бергә штатскийҙар ҙа бар ине унда. И. Ғиззәтуллин. [Ырымбур казактары ғәскәре атаманы Углицкий - Сергейға:]Штатский кейемдә булғас, мин һеҙҙе хәрби хеҙмәттә булмағанһығыҙҙыр тигәйнем. Я. Хамматов. Ҡаһарман кантон ҡытатский, ник булдың штатский. Халыҡ йырынан.
ШТЕЙГЕР [нем. Steiger (оҫтаның фамилияһынан)} (Р: штейгер; И.: foreman; Т.: başmadenci) и. һөйл.
Руда сығарыу эштәре менән шөғөлләнгән оҫта. □ Штейгер. / Штейгерский. Штейгер вазифаһы. Штейгер булып эшләү. ■ Яңыраҡ ҡына приискынан әйләнеп ҡайтҡан штейгер, Хәйретдин малайы Ғәйзулланың алтынға бай урын табыуы тураһындағы хәбәрҙе ишетеп, ни эшләргә белмәне. Я. Хамматов. 1740 йылда Марков тигән штейгер менән Роман Уразлы атлы толмасҡа Әтәс тауының тимер мәғдәнен табып бирҙе. Ғ. Хөсәйенов. Беҙҙән алда барған штейгер (ул тарантаста бара ине) көймәле кешеләрҙе күреү менән, башлап үҙе юлдан сыҡты ла, беҙгә лә юлдан сығырға ҡушты. М. Ғафури.
ШТЕМПЕЛЛӘНЕҮ (штемпеллән-) ҡ. төш. ҡар. штемпелләү. страд, от штемпел-ләү. Штемпелләнгән хат. Штемпелләнгән бандероль.
856