штольня
ШТЕМПЕЛЛӘТЕҮ (штемиелләт-) ҡ. йөкм. ҡар. штемпелләү. понуд. от штемпелләү. Посылканы штемпелләтеу.
ШТЕМПЕЛЛӘҮ (штемпеллә-) (Р.: штемпелевать; И.: postmark; T.: ıstampalamak) ҡ.
Штемпель баҫыу, штемпель һуғыу. □ Штемпелевать. // Штемпелевание. Штемпеллэу машинаһы. Хаттарҙы штемпеллэу.
ШТЕМПЕЛЬ [нем. Stampel ‘мисәт, келәймә’] (Р.: штемпель; И.: stamp; T.: ıstampa) и.
1. Киреһенсә төшөрөлгән яҙыу йәки һүрәттән оттиск алыу өсөн эшләнгән прибор. □ Штемпель (печать). / Штемпельный. Штемпель баҫыу. Штемпель буяуы. М Нурислам, кеҫәһенән алып, мөһөр менән штемпелде аҡ сепрәк өҫтөнә ҡуйҙы. М. Кәрим.
2. Ошо прибор ярҙамында алынған оттиск. □ Штемпель (оттиск). Хаттың ҡайҙан килгәнен штемпеленә ҡарап белеп була. ■ Адрестары, штемпелдәренә ҡарағанда, Мәс-кәуҙән, Өфөнән ебәрелгән. М. Хужин.
ШТЕПСЕЛЛЕ (Р: штепсельный; И.: plugin; T.: fişli) с.
Штепселе булған. □ Штепсельный. Штепселле розетка.
ШТЕПСЕЛЬ [нем. Stopsei ‘ике йәпле сата’] (Р: штепсель; И.: switch plug; T.: fiş) и.
1. Ҡорал-ҡорамалды электр селтәренә тоташтыра торған ҡулайлама. □ Штепсель (вилка). / Штепсельный. Штепсель сатаһы. Штепсель ҡуйыу. ■ [Кыҙ - Кансыуаровҡа:] Штепселде ҡуйһам, кеше йоҡлағанда әллә нисек яйһыҙ булырҙай булды. С. Агиш. Фәриҙә, бара һалып, штепселде тартты. Т. Сәғитов.
2. һөйл. Яҡтыртыу, йылытыу һ. б. приборҙарын радио йәки электр сымына тоташтыра торған ике тишекле түңәрәк нәмә; розетка. □ Штепсель, розетка. ■ [Вәли:] Ҡарсыҡ сир-кәугә барғанда, эшләпәләй репродукторҙың штепселен уҙе менән алып китә. М. Ғиләжев. Йугереп килде лә, ҡырҡа хәрәкәттәр яһап, репродукторҙы штепселдән ысҡындырҙы [Лилиә]. Р. Ғабдрахманов.
3. Һөйләшергә теләүсе абоненттарҙың телефондарын (телефон станцияларында) электр селтәре менән тоташтыра торған яйланма. □ Штепсель (на телефонной станции).
Штепсель шнурҙарын өҙөу. Ф. Яруллин. ■ Телефон станцияһында эшләгән ҡыҙҙар шундай шалтырауҙы ишеткәс тә, бөтә эштәрен ташлап, райком нөктәһенә тиҙерәк штепсель тығып, яуап бирергә ашыға. Р. Өмөтбаев.
ШТИБЛЕТ [рус. штиблеты < нем. Stiefelleten < Stiefel ‘итек’] (Р: штиблеты; И.: half-boots; T.: bağcıklı erkek ayakkabısı) и. иҫк.
1. Баулы ирҙәр туфлийы. □ Штиблеты (мужские ботинки на шнурках). Кун штиблет. М Ул [Дауыт] ялтыр штиблет, ҡара буҫтау салбар, матрос формаһы кейгән, ә бескозыркаларының таҫмалары ҡарлуғас ҡойроҡтары һымаҡ уйнап бара. Р. Кинйәбаев. [Иштуғандың] аяғында элек Собхан старшина менән һатыбал ғына кейә торған шығырлауыҡлы ялтыр ҡара штиблет, иҫкерәк тә, ҡыҫҡараҡ та булһа ла, ҡара кун куртка менән кун кепка ла уға ҡалай килешә!
3. Биишева.
2. диал. Ҡырынан төймә менән ҡаптырмалы аяҡ кейеме. □ Штиблеты (обувь, застёгивающаяся с боков на пуговицы). Штиблет кейеп алыу. ■ Хәҙер инде минең кейем-һалым да элекке ауылдағыса тугел, киндер кулдәктәр урынына ҡаласа тегелгән ситса кулдәк, бумажный булһа ла, салбар, өҫтәуенә толчоктан һатып алған «байҙарский» штиблет та бар. Т. Йәнәби.
3. диал. Ҡунысһыҙ итек. □ Штиблеты (сапоги без голенищ). Хром штиблет. ■ Ят кешенең Салихтың иптәше икәнлеген дә, башындағы таҡыяһына, өҫтөндәге оҙон кәзәкейенә, аяғындағы штиблет ботинкаһына ҡарап, уның шәкерт булыуын да төшөнгәйне инде Яҡуп. Ғ. Хисамов, [һаҙыйҙың] өҫтөндә ҡара буйлы кук костюм, аяғында ялтыр шти -блет, муйынына ебәк галстук быуып ебәргән. Ф. Әсәнов.
ШТИЛЬ [гол. stil} (Р: штиль; И.: calm sea; T.: sakinlik) и.
Ҙур һыу өҫтөндә елһеҙлек, һиллек. □ Штиль. / Штилевой. Штиль ваҡыты. Диңгеҙҙәге штиль. Штилдә тороу.
ШТОЛЬНЯ [нем. Stollen ‘бағана’] (Р: штольня; И.: gallery; T.: galeri) и. тау.
Ер аҫтындағы эш урынын өҫкө яҡ менән тоташтыра торған горизонталь йәки ауыш
857