ШТОПОР
итеп эшләнгән юл. □ Штольня. Тар штольня буйлап барыу. Вентиляция штольняһы. ■ Һаҡланып йөрөугә ҡарамаҫтан, штольняның өҫтөнә теҙелгән ағастарға баштың бәрелгәнен һиҙмәй ҙә ҡалам. М. Ғафури. Штольняларҙың терәуҙәре ауған йә сереп бөткән. Ғ. Хөсәйенов.
ШТОПОР I [гол. stopper < stop ‘тығын’] (Р.: штопор; И.: corkscrew; T.: tirbuşon) и.
Шешә тығынын тартып аса торған бырау рәүешендәге кендек. □ Штопор. Шешәне штопор менән асыу. Тығынды штопор менән сығарыу. ■ Баҫҡыс штопорҙы хәтерләтте. И. Абдуллин.
ШТОПОР II [гол. stopper < stop ‘тығын’] (Р.: штопор; И.: spin; T.: viril) и. авиа.
Самолёттың баш түбән әйләнеп төшкән хәрәкәте. □ Штопор. Штопорға эләгеу. Штопор яһау. Самолётты штопорҙан сығара алмайынса парашют менән һикереу. ■ Штурмовик, штопорға инеу ҡурҡынысы еткәндә генә, ергә ултырырға ыңғайланы. Ошондай бейеклектән штопорға инеу - һәләкәт тигән һуҙ. А. Мағазов.
ШТОР [фр. store] (Р: штора; И.: curtain; T.: perde) и. һөйл. ҡар. пәрҙә I.
Ҡалын йәки йоҡа туҡыманан тегелгән һәм ситкә тартыла йәки өҫкә күтәрелә торған тәҙрә пәрҙәһе. □ Штора. Биҙәкле штор. Я Ябай ғына материалдан тегелгән сәскәле штор, ә уҙе, өй эсен яҡтыртып, уға йәм өҫтәй. X. Зарипов. Кабинетына ингәс тә Арсланов шторҙарҙы кутәрҙе, урам яҡ тәҙрәләрҙе асып ебәрҙе. Д. Исламов. Ул [офицер Бурун] ҡулы менән эйәген кутәреп ҡуйҙы һәм яңы фекерҙәренә маһайған хәрәкәт менән тәҙрә шторҙарын тартып аса башланы. Ә. Чаныш.
ШТОРМ [гол. storm] (Р: шторм; И.: storm; T.: fırtına) и.
Диңгеҙҙәге, океандағы көслө дауыл. □ Шторм. / Штормовой. Шторм еле. Штормға эләгеу. я [Юлдаш - Ҡыҙырастан:] Моряк булырға һин штормдан ҡурҡмаҫһыңмы һуң?
3. Биишева. Яңы ғына шторм булып уткән. Б. Рафиҡов. Елләй, дауыллай башлаһа, тулҡындарҙы урә баҫтырып, шторм ҡотора. Г. Яҡупова.
ШТОРМОВКА [рус.] (Р: штормовка; И.: windbreaker jacket; T.: katranlı muşambadan yapılmış ceket) и. һөйл.
Резина ҡушылған материянан тегелгән еңел куртка (ғәҙәттә, капюшонлы). □ Штормовка. Штормовка кейеу. Туристар бер иш кенә штормовка кейеп алған.
ШТОФ I [нем. Stof ‘һауыт, бокал’] (Р: штоф; И.: bottle of 1,23 litre; T.: hacim ölçme birimi) u.
1. Биҙрәнең уңдан бер өлөшө күләмендәге үлсәү берәмеге (иҫерткес эсемлектәрҙе улсә-гәндә ҡулланылған). □ Штоф (единица измерения объёма жидкости). Бер штоф араҡы.
2. Шул күләм һыйышлы дүрт ҡырлы араҡы шешәһе. □ Штоф (сосуд). Бер штоф шарап эсеу.
ШТОФ II [нем. Stof] (Р: штоф; И.: heavy silk; T.: damasko) и.
Йорт йыһаздарын тышлау, тәҙрә пәрҙәләре тегеү өсөн үҙенән биҙәк сығарып һуҡҡан ҡалын ебәк йәки йөн туҡыма. □ Штоф. / Штофный. Диван штофы. Пәрҙәлек штоф. Штоф менән тышланған ултырғыстар. Штоф шаршау. Я Ситсала кулдәк, ай, буйыңда, штоф камзулыңды кейһәнә. Халыҡ йырынан.
ШТРАФ [нем. Strafe] (Р: штраф; И.: fine; T.: para cezası) и.
1. Яза рәүешендә түләтелгән һалым; аҡсалата яза. □ Штраф (денежное взыскание). / Штрафной. Штраф һалыу. Штраф һалып йөҙәтеу. я [Нәбир - браконьерҙарға:] Ағасты йыҡҡанһығыҙ икән, штраф та туләй белегеҙ. Р. Байбулатов. Үәт, намыҫһыҙ нәмә, уҙе мине, молоковозды төҙәткәнсе, һөт ташып тор тип, фермаға ебәрҙе лә хәҙер килеп штраф һалдыртҡан, - тип уйлап алды Буранбай. И. Ғиззәтуллин. Килмәк яуында ҡатнашҡанынан да, ҡатнашмағанынан да штраф йыялар, ти. Б. Рафиҡов.
2. Нимәнелер үтәмәгән, ҡағиҙә боҙған өсөн бирелгән яза. □ Штраф (наказание). Штраф биреу. Штраф алыу. Я Улар ҡоралайҙарҙы шул уҡ урында ҡырып һалырҙар ине, ҡурсаулыҡ эсендә һунар иткән өсөн штраф санкциялары уларҙың тәтегә баҫҡан бармағын шаҡарҙы ғына. Ә. Үтәбай. Диләнкәләге ағастың ваҡытында ҡырҡылып, ташылып алып
858