ШТРИХКОД
бөтмәуе, урман ҡырҡылған урындарҙа тейешле ҡағиҙәләрҙең күҙәтелмәуе өсөн леспромхоздарға штраф һалып ҡайтырға ла тура килгеләгәйне. Н. Мусин.
ШТРАФ БАТАЛЬОНЫ (Р.: штрафной батальон; И.: penal battalion; T.: ceza taburu) и.
Ғәйепле табылған хәрби кешеләр өсөн махсус дисциплинар батальон. □ Штрафной батальон. Штраф батальонына эләгеү. И Штраф батальоны сафында улар [Әкрәм менән Мәҡсүтов] ярты йыл самаһы күп кенә ауыл-ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаштылар. X. Зарипов.
ШТРАФ МАЙҘАНЫ (Р.: штрафная площадка; И.: penalty area; T.: ceza sahası) и. спорт.
Футбол, хоккей һымаҡ спорт уйындарында штраф тубы тибеү өсөн ҡапҡа янындағы майҙан. □ Штрафная площадка. Штраф майҙанындағы уйынсы.
ШТРЕЙКБРЕХЕР [нем. Streik + Brecher 'емереүсе’] (Р.: штрейкбрехер; И.: strikebreaker; T.: grev kırıcısı) и.
Забастовка ваҡытында эшселәр мәнфәғәтенә хыянат иткән кеше. □ Штрейкбрехер. / Штрейкбрехерский. М Штрейкбрехерҙар куп табылмаҫ. Куп булһа, ун-ун биш кеше йыйылыр, ләкин был һеҙгә артыҡ ҡурҡыныс тугел. X. Мохтар. Улар [халыҡ] араһынан провокаторҙар, штрейкбрехерҙар сыҡты. Ғ. Ибраһимов.
ШТРЕК (штрегы) [нем. Strecke ‘маршрут’] (Р.: штрек; И.: roadway; panel; T.: galeri) и. may.
Ҡаҙылма байлыҡ ҡатлауы буйынан яһалған ер аҫты юлы. □ Штрек. / Штрековый. Штрек ҡаҙыу. Штрекҡа инеу. ■ Штректар киң, бейек. Р. Низамов. Сәйфетдин, тоноҡ ҡына янған ҡыуыҡһыҙ шәмен төрлө яҡҡа күтәреп, штректы яҡтыртып ҡараны. Я. Хамматов. Забой ҡаҙғанда штректы ер баҫмаһын өсөн нығытма, терәү, түбә, иҙән ағастары һалалар. Ғ. Хисамов.
ШТРИХ [нем Strich ‘һыҙыҡ, һыҙат’] (Р: штрих; И.: stroke; T.: tarama çizgisi) и.
1. Беленер-беленмәҫ кенә итеп һыҙылған нәҙек өҙөк-өҙөк һыҙыҡ (һүрәттә, чертёж-да һ. б.). □ Штрих (черта). Штрих менән
күрһәтеү. Штрих ярҙамында биреү. ■ Тәжрибәле разведчик күҙенән кескәй генә деталь дә, штрих та ситтә ҡалманы, бөтәһе лә куңел фотоаппараты менән төшөрөлөп, теркәлеп барҙы. И. Абдуллин.
2. Һүрәттең төп элементын тәшкил иткән һыҙыҡ (һүрәт төшөргәндә әйберҙең, һындың күләмен, яҡтылыҡ көсөн дөрөҫ сағылдырыу өсөн ҡулланылған төрлө баҫымдағы һәм оҙонлоҡтағы һыҙыҡтар). □ Штрих (графический символ). / Штриховой. Бер нисә штрих яһау. Ҡағыҙға штрих һалыу, м Киҫкен хәрәкәттән артҡа һирпелгән сәстәренә бер нисә штрих һалып, күҙҙәрен, ирендәрен, танау япраҡтарын яңы һыҙаттар менән байытырға, тотош битенә теремеклек, йәшәу һуттары өҫтәргә тырышты. Б. Рафиҡов. Әйткәндәй, Әлфиәнең ҡыҙыҡ бер ғәҙәте бар - ул таныш булмаған кешеләрҙән һәр саҡ таныш һыҙаттар, штрихтар эҙләй. И. Абдуллин.
3. кусм. Кемгәлер йәки нимәгәлер хас бер һыҙат, күренеш; үҙенсәлек. □ Штрих (характерная черта). Үҙенсәлекле штрих. М Завод торбалары Өфөнөң патриархаль йөҙөн боҙмай, киреһенсә, ниндәйҙер ҡа-батланмаҫлыҡ штрихтар ғына өҫтәй. И. Абдуллин. [Образ] айырым штрихтар менән генә бирелгән булһа ла, .. ҡатын-ҡыҙҙарҙың .. актив көс булып үҫеүен күрһәтә. С. Сафуанов.
4. му з. Тауыш менән йәки инструментта музыкаль тауыш сығарыу ысулы. □ Штрих (способ извлечения музыкального звука). Штрихтар тауыштың яңғырашын, тембрын һәм башҡа үҙенсәлектәрен асыҡлай.
5. һөйл. Ҡағыҙҙа яҙылған текстағы хаталарҙы төҙәтеү өсөн ҡулланылған канцелярия ҡоралы. □ Штрих, штрих-корректор, корректор. Штрих менән төҙәтеү. Штрихтың шыйыҡсаһы кипкән.
ШТРИХКОД [рус.] (Р: штрихкод; И.: barcode; T.: barkod, çubuk kod, çizgi im) и.
Әйберҙәрҙең өҫтөнә, маркировкаһына, төргәктәргә ҡуйыла торған, техник саралар ярҙамында уҡыла алырлыҡ аҡ һәм ҡара буй-буй һыҙыҡтар йәки башҡа төрлө геометрик фигураларҙан ғибәрәт график мәғлүмәт (етештерелгән тауарҙы кодлау
859