Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 860


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШТРИХЛАУ
өсөн ҡулланылған халыҡ-ара ҡабул ителгән универсаль система). □ Штрихкод, штриховой код. Штрихкодын тикшереу. Штрихкодын ҡарау.
ШТРИХЛАУ (штрихла-) (Р.: штриховать; И.: stroke; T.: tarama çizgilerini vurmak) ҡ.
1. Штрихтар (1) һыҙыу. □ Штриховать, покрывать штрихами, һурәттец аҫҡы өлөшөн штрихлау. Был урында ҡуйыраҡ штрих-ларға кәрәк.
2. һөйл. Штрих (5) менән төҙәтеү. □ Заштриховать. Хатаны штрихлау.
ШТУКАТУР [рус.] и.
1. ҡар. штукатурсы. Штукатурҙар бригадаһы. Штукатур булып эшләу. ■ Камил штукатурҙарға өндәшә: «Ҡыҙҙар, шлангыны тотоғоҙ! Масса ҡыуҙырам». Ғ. Хисамов.
2. һөйл. ҡар. штукатурка. ■ Улар [Әлфиә менән капитан] тушәмдән, стенанан ҡубып төшкән штукатур киҫәктәре, ҡом, балсыҡ менән ҡапланған баҫҡыстан һаҡ ҡына аҫҡа төшә башланылар. И. Абдуллин. Матрастары, мендәрҙәре алынған иҫке тимер карауаттар стеналарҙағы штукатурҙары ҡубып бөткән былай ҙа шөкәтһеҙ булмәне тағы ла ҡотһоҙораҡ итеп курһәтәләр. Ф. Әсәнов.
ШТУКАТУРКА [ит. stuccatura < stucco ‘иҙмә’] (Р.: штукатурка; И.: plaster; T.: sıva) и.
1. Йәбешеүсән матдәләрҙе, цемент, ҡом, эзбиз кеүек нәмәләрҙе һыуға иҙеп әҙерләгән төҙөлөш материалы; иҙмә. □ Штукатурка (строительная смесь). / Штукатурный. Ҡоро штукатурка. Штукатурка әҙерләу. Штукатурка эштәре. Стенаны штукатурка менән ҡаплау.
2. Шул иҙмәнең стенаға һылағандан һуң ҡатҡан ҡатламы. □ Штукатурка (отделочный слой). Штукатурка ҡойолоу. Штукатуркаға йомортҡа ағы ҡушыу. ■ Урам кирбес ватыҡтары, штукатурка ярсыҡтары, цемент, саң менән тулған. И. Абдуллин. Ошоғаса уҙе бер донъя, тыуған йорт кеуегерәк куренеп торған йорт, ят, матурлыҡ өсөндөр бызыртмаҡлап һыланған штукатуркаһы әллә ниндәй ҡотһоҙ, һалҡын. Р. Солтангәрәев.
ШТУКАТУРЛАНЫУ (штукатурлай-) ҡ. төш. ҡар. штукатурлау, страд, от штукатурлау. Штукатурланған стена. Яңы ғына
штукатурланған бина. Ш Һәр ике яҡтан штукатурланғанлыҡтан хәҙергә тиклем уҙ урынында ныҡ ултырған клуб урынында хәҙер серек бурәнәләр менән таҡта киҫәктәре, кирбес өйөмдәре генә тороп ҡалды. Д. Исламов. Тәуге эш көнөндә биш квартир штукатурланды. Ғ. Хисамов.
ШТУК АТУ РЛ АТЫУ (штукатурлат-) ҡ. йөкм. ҡар. штукатурлау, понуд. от штукатурлау. Йортто штукатурлатыу.
ШТУКАТУРЛАУ (штукатурла-) (Р: штукатурить; И.: plaster; T.: sıvalamak) ҡ.
1. Штукатурка менән һылап шымартыу. □ Штукатурить. Стенаны штукатурлау. Тушәмде штукатурлау. Тыштан штукатурлау. Эстән штукатурлау. М Иң яҡын планым - штукатурлау эшендә иң юғары оҫталыҡҡа ирешеу. 3. Биишева. Тубә ҡороп өлгөргән булһаҡ, штукатурлау эше туҡталмаҫ ине. Ә. Бикчәнтәев. [Зәлифә - Фәсәхәт инәйгә:] Мәҙәниәт һарайының стенаһын өйөп бөттөләр, хәҙер штукатурлай башлайҙар. Р. Ғабдрахманов. Ҡөндөҙ Әбделвахит оҫта эргәһендә штукатурлауҙа эшләһә, төнгөлөктә цехҡа йугереп барып, ҡулына сварка аппаратын алды. Ш. Янбаев.
2. кусм. һөйл. Биткә төрлө крем, кершән, пудра кеүек нәмәләрҙе күп итеп һылау. □ Наштукатуриться (сильно накраситься, нанести на лицо толстый слой косметики). Битен штукатурламайса урамға сыҡмай ҡылансыҡ ҡатын-ҡыҙ.
ШТУКАТУР-МАЛЯР [рус.] и. ҡар. штукатурсы. ■ Нәфисә ҡыҙым, әйҙә, штукатур-маляр һәнәренә лә өйрәтәйем уҙеңде! - тине Әбделвахит бабай. Ш. Янбаев.
ШТУКАТУРСЫ (Р: штукатур; И.: plasterer; T.: sıvacı) и.
Штукатуркалау оҫтаһы, штукатурка яһаусы эшсе. □ Штукатур. Штукатурсылар бригадаһы. Штукатурсы булып эшләу. ■ [Ғәҙел:] Штукатурсы бер ҡыҙҙы - Нәфисәне яратып ҡуйҙым. 3. Биишева. Буяусы штукатурсы булып эшләр ҙә ул, ә бына һәр штукатурсы ла бумаланы тота белмәй әле. Ғ. Хисамов.
ШТУРВАЛ [гол. stuurwiel, stuur ‘руль’ + wiel ‘тәгәрмәс’] (Р: штурвал; И.: steering wheel; T.: dümen çarkı) и.
860