Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 861


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШТУРМЛАУ
Карап, самолёт, комбайн һәм башҡа шуның һымаҡ машиналарҙың руль ҡуласаһы. □ Штурвал. / Штурвальный. Карап штурвалы. Комбайн штурвалы. Трактор штурвалы. Штурвал тәгәрмәсе. ■ Кепкаһын, күҙлеген рәтләне, штурвалға тотондо Юламанов. Ғ. Аллаяров. Көн оҙоно ҡылсыҡлы туҙан йотоп, штурвал артында тороп ҡара, унан әйтерһең! Р. Байымов. Штурвалды тотҡан Хәбибуллинды куреп, Маһираның тәуҙә көләһе килде, аҙаҡ был тойғоно ҡыуаныс алмаштырҙы. X. Ғиләжев.
ШТУРВАЛСЫ (Р: штурвальный; И.: helmsman; T.: dümenci) и. һөйл.
Штурвалда торған, штурвал менән эш иткән кеше. □ Штурвальный. Комбайн штурвалсыһы. Штурвалсы булып эшләу. ■ [Юлдаш:] Ағайым янына комбайнға ултырып йөрөрбөҙ. Штурвалсы булып ҡарарбыҙ.
3. Биишева. Бөгөн бында ялан капитандары - комбайнёрҙарҙың, трактор паркында эшлэусе - тракторист һәм штурвалсыларҙың аралаш слёты үткәрелә. С. Ҡудаш. Биш-алты минут эсендә машина бүлеге, пассажирҙар, тупсылар, минёрҙар, штурвалсылар, сигналсылар, радистар, стройсылар төркөм-төркөм булып ударник бүлектәре төҙөп өлгөрҙөләр. А. Таһиров.
ШТУРМ [нем. Sturm ‘һөжүм’] (Р: штурм; И.: attack; T.: hücum) и.
1. Дошман нығытмаһын яулап алыуға йүнәлтелгән ҡаты һөжүм. □ Штурм. / Штурмовой. Штурм авиацияһы. Каланы штурм менән алыу. Штурмға күтәрелеү. ■ Штурм менән урам артынан урам, квартал артынан квартал алынды. И. Ғиззәтуллин. Кинйә менән икеһен Ырымбурға штурм яһау хаҡында кәңәшләшеү өсөн саҡыртҡайны Пугачёв. М. Ғиләжев. Иҫән-Һау ҡалһаҡ, үҙегеҙҙе бына тигән һурпа менән һыйлармын, - тип һөйләй башлағайны старшина, штурм группаһының етәксеһе Титов шунда уҡ килеп етте. Ә. Бикчәнтәев.
2. күсм. Ниндәйҙер маҡсатҡа ирешеү ниәтендә башҡарылған ҡыҙыу, ҡәтғи эш. □ Штурм (ускоренная работа). Штурмға әҙерләнеү. Штурм менән алға барыу. ■ Эш башлағанда эргәһендә Мансурҙың бул
мау ына үкенеп ҡуйҙы Сынтимер, .. бөтә уйын, иғтибарын эшкә тотонған кешеләргә - Урал тәрәнлектәренә тәүге штурмды башлаусыларға йүнәлтте. Ш. Янбаев. Тапшырылмаған иген өсөн квитанция алынғайны, хәҙер шуны ҡаплау өсөн ғәләмәт штурм бара. Яр. Вәлиев. Был юлы инде төҙөүселәр штурмға ныҡлап әҙерләнделәр. Б. Рафиҡов.
ШТУРМАН [гол. stuurman < stuur ‘руль’ + тап ‘кеше’] (Р: штурман; И.: navigator; Т.: seyrüseferci) и.
һыу аҫты йәки һыу өҫтө караптарын, самолёттарҙы һ. б. йөрөтөүсе белгес. □ Штурман. / Штурманский. Карап штурманы. Самолёт штурманы. Икенсе штурман. Өлкән штурман. Кесе штурман. Штурман булып эшләү. ■ Закиров ун биш минуттан урынбаҫарҙарын, штаб начальнигын, эскадрилья командирҙарын, полк штурманын саҡырырға ҡушты. А. Мағазов. Штурман ҡойма-стена рәүешендә өйөлгән таштар араһындағы йәнәш ҡуйылған семәрле ике ташҡа иғтибар итте һәм ғәрәпсә яҙылған ике һүҙҙе уҡыны: «Салауат», «Кәнзәфәр». М. Ғиләжев. Штурман Бикҡолға карапты йөрөтөү тураһында бер аҙ һөйләгәс, иртәгә линейныйға алып барырға булды. А. Таһиров.
ШТУРМЛАНЫУ (штурмлан-) ҡ. төш. ҡар. штурмлау, страд, от штурмлау. Я Маг-ниткала суйын, ҡорос ҡойоуҙың яңы рекордтары штурмланды. Д. Исламов.
ШТУРМЛАУ (штурмла-) (Р: штурмовать; И.: assault, storm; T: hücum etmek) ҡ.
1. Штурм яһау, атакаға барыу, һөжүм итеү. □ Штурмовать. // Штурм; штурмование. Штурмлап алыу. Тау түбәһен штурмлау. Каланы штурмлау өсөн әҙерлек эштәре. Я Зелов тауҙарын штурмлауҙа шыбаға беҙгә сыҡҡан икән, тимәк, фашисты унан табан ял-тыраттырмай тороп, туҡталыу булмаясаҡ. Д. Исламов. Ә ышаныс тыуыу - хәл иткес һуғышта дошмандың алғы сигендәге иң ҡурҡыныслы нығытмаһын штурмлап алыу менән бер бит ул! Ш. Бикҡол. Ырымбурҙы штурмларға әҙерләнәбеҙ. М. Ғиләжев. Аҡ-мәсет крепосын штурмлауға бойороҡ булманы. Я. Хамматов.
861