Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 862


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШТУРМОВИК
2. күсм. Нимәнелер өйрәнеү, тикшереү маҡсатында ныҡышмалы эшләү. □ Штурмовать. Космосты штурмлау. Физиканы штурмлау. ■ Ил биш йыллыҡ бейеклектәрен штурмлай ине. А. Абдуллин. Әгәр ҙә киләсәктә уларға [йәш партизандарға] тундра аша атларға, күкте штурмларға, океан төбөнә төшөргә тура килһә лә, партизан отрядында алған һабаҡ һәр ваҡыт ярап ҡаласаҡ. Ә. Бикчәнтәев.
ШТУРМОВИК (штурмовигы) [рус.] (Р.: штурмовик; И.: attack plane; T.: hücum uçağı) и. авиа.
Ерҙәге объекттарға һөжүм яһай торған хәрби самолёт. □ Штурмовик. Штурмовик атакаһы. ■ Штурмовиктар төркөмө ҡотто алырҙай итеп үкереп, баш өҫтөнән генә үтеп киттеләр. И. Ғиззәтуллин. Штурмовиктарҙы дошман юҡҡа ғына «ҡара үлем» тип атамай. А. Мағазов. Йылғыр ҡарлуғастар шикелле һауала кәйкәләп, бер юғарыға, бер түбәнгә ыңғайлаған истребителдәрҙән аҫтараҡ ауыр йөклө бомбардировщиктар менән штурмовиктар бер-бер артлы тулҡын-тулҡын булып ағылды. Я. Хамматов.
ШТУРМОВЩИНА [рус ] (Р.: штурмовщина; И.: last minute rush; workathon; T.: çok hızlı bir tempoda yoğun çalışma) и. һөйл.
Ваҡытында үтәмәгәндән килгән өҙөклөктө бөтөрөү өсөн, бөтә көстө туплап, ашығыс башҡарылған ҡыҙыу эш. □ Штурмовщина. Штурмовщинаға ҡаршы көрәш. Штурмовщинаға юл ҡуйыу. Гел генә штурмовщина менән планды тултырып булмай ул. ■ Шул штурмовщина тигән нәмә бөтәбеҙҙе лә дер һелкетә. Ә. Байрамов. Төҙөлөүсе объекттарҙа эштең ритмлы бармауы, ай һәм квартал аҙаҡтарында штурмовщина күренештәре дәлилдәр килтереп, көнө-сәғәте күрһәтеп яҙыла. Н. Мусин. Дөрөҫ, фермаларҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү, ғәҙәттә, һуңғараҡ башлана, ҡағиҙә булараҡ, ураҡ өҫтөндә туҡталып тора, шунан китә штурмовщина! Б. Рафиҡов.
ШТУФ [нем. Stufe ‘тау тоҡомо киҫәге’] (Р.: штуф; И.: hand specimen; T.: maden parçası) и. геол.
Тикшеренеү йәки коллекция өсөн алынған тау тоҡомо киҫәге, мәғдән өлгөһө. □
Штуф. Штуф алыу. Штуф тултырылған тартмалар.
ШТУЦЕР [нем. Stutzer ‘көбәге киҫелгән мылтыҡ’] (Р: штуцер; И.: carbine; T: karabina) и.
1. Эре калибрлы һунар мылтығы. □ Штуцер (нарезное охотничье крупнокалиберное ружьё). Штуцер һатып алыу.
2. тар. хәрби. XVI-XIX быуаттарҙағы һырлы кәбәкле мылтыҡ. □ Штуцер (нарезное дульнозарядное ружьё в XVI-XIX вв.). Штуцер - винтовканың «ағаһы».
3. тех. Торбаларҙың башын тоташтырыу өсөн тыш яҡтан винт һыры һалынған ҡыҫҡа ғына торба. □ Штуцер (короткая соединительная трубка). Торбаны штуцер менән тоташтырыу. Штуцерҙы бер аҙ ҡыҫырға тура килә, баҫым артҡан. ■ Азамат штуцерҙы алмаштырып ҡуйҙы - скважинаның нефть килеү юлын тарайтты. Р. Солтангәрәев. Уның үҙе [генерал-губернатор Ростопчин] әйтеүенсә, йөҙ ҙә илле тупты, етмеш биш мең мылтыҡты, ете меңдән ашыу карабин, мушкет һәм штуцерҙы складта тоҙлар өсөн һаҡлаймы икән ни ул? Я. Хамматов.
ШТЫК (штыгы) [нем. Stich ‘сәнсеү’] (Р: штык; И.: bayonet; T: süngü) и. хәрби.
1. Сәнсеү өсөн мылтыҡ көбәгенең осона кейҙерелгән үткер беҙле һуғыш ҡоралы. □ Штык (колющее оружие). / Штыковой. Ҡырлы штык. Штык һуғышы. Штыкҡа алыу. Штыкты мылтыҡҡа кейҙереү. ■ Гранаталар ташлап, прикладтар менән һуғып, штык остары менән ҡаҙап, фашистарҙың алғы сафтарын юҡ итергә тотондолар. И. Ғиззәтуллин. Патрондар бөткәс, штык, ҡул һуғышы башланды. М. Ғиләжев. Кемдеңдер штыгы йоҡоло күҙен тырнай-тырнай автоматын төҙәп маташҡан фашистың күкрәген тишеп сыҡты. Д. Исламов. Ҡулыбыҙҙа патрон бөткәс, штык менән ташландыҡ. Бәйеттән.
2. күсм. Йәйәүле ғәскәрҙе иҫәпләү берәмеге; йәйәүле һалдат. □ Штык (единица счёта вооружённых солдат-пехотинцев). Егерме биш штык ҡамауҙан сыҡҡан. Бер мең штыктан торған отряд. М Һәр штык ҡәҙерле. И. Насыри. Һинең ҡул аҫтында әлеге мәлдә нисә штык бар? Р. Байымов.
862