ШУҠ
бот буйы йәш үҫмерҙәр менән түгел, Иҫке Өфөнөң тыйнаҡһыҙ, шуҡ, дөрөҫөрәге, хулиган малайҙары менән була торғайны. И. Абдуллин. Донъяһына ут ҡапһа ла иҫе китмәҫ шуҡ малай-шалай ялт-йолт килеп, ҡасыш уйнап йөрөй. X. Ғиләжев.
2. Ҡыҙыҡ өсөн төрлө мәрәкә, мутлыҡ эшләргә яратҡан. □ Озорной, проказливый. ■ Мирғасим - телгә бөткән, шуҡ, шаян, илгәҙәк егет. И. Абдуллин. Эйе, ҡасандыр шуҡ булған ошо балалар хәҙер район менән етәкселек итә, - тине Ғимат Сәлимович эске тулҡынланыу һәм ғорурланыу менән. Яр. Вәлиев. Быға тиклем ул [Әмир] Йәмғигә бер шуҡ кеше тип кенә ҡарап йөрөнө. X. Ғиләжев. • Балаң булһа - шуҡ булһын, шуҡ булмаһа - юҡ булһын. Әйтем.
ШУҠ II (шуғы) (Р.: вор; И.: thief; shoplifter; T.: hırsız) и. диал.
Кеше әйберен урлаусы, бур. □ Вор. / Вороватый. Һуңғы ваҡытта шуҡтар күбәйеп китте.
♦ Шуҡ ҡуллы {йәки ҡулы шуҡ) кеше әйберенә ҡул һуҙырға яратҡан; ҡулы оҙон; урлашырға әүәҫ, ҡулсыр. □ соотв. Нечист на руку. Шуҡ ҡуллы кеше.
ШУҠЛАНЫУ (шуҡлан-) (Р: шалить; И.: caper, play on; T.: yaramazlık yapmak) ҡ.
Шуҡҡа, шаянға әйләнеү, шуҡ булыу. □ Шалить, проказничать. ■ [Олатайым:] Әй һеҙ, синнайҙар, тағы шуҡланаһығыҙмы ни әле? Ф. Чанышева. Ҡыҙҙар эргәләренән үтеп киткән мәлдә лә, шуҡланып, шаян, мәғәнәле һүҙҙәр әйтеп ҡалырға, йөрәк тойғоларын белдерергә өлгөрәләр. Ғ. Лоҡманов.
ШУҠЛЫҠ (шуҡлығы) (Р: шаловливость; И.: playfulness; T.: yaramazlık) и.
Шуҡ кешегә хас сифат. □ Шаловливость, озорство. Шуҡлыҡ күрһәтеү. Бала шуҡлығы. ■ Ғәлим менән Хәлимә улдарының шуҡлыҡтарынан көлә бирҙеләр. Яр. Вәлиев. Ниңәлер Аманаттың кескәй саҡтағы шуҡлыҡтары, иркәләнеүҙәре иҫенә төштө. Р Байымов, һөйөклөһөнөң күҙҙәрендә шуҡлыҡ осҡоно уйнағанлығын һиҙгәс кенә эсенә йылы йүгерҙе. А. Мағазов. Ситтән күҙәтеп тороусылар был алышты малайҙар шуҡлығы тип уйлар. И. Абдуллин. Шундай ятышһыҙ шуҡлыҡтарҙан бик күп араланы ул мине. Б. Бикбай.
ШУҠМАЙЫУ (шуҡмай-, шуҡмая) ҡ. диал. ҡар. уҡмашыу 1. Яраһы өҫтөндә ҡан шуҡмайған.
ШУҠМАРЫЛЫУ (шуҡмарыл-) ҡ. диал. ҡар. уҡмашыу. Балсыҡ шуҡмарылды. Болоттар шуҡмарыла. Шуҡмарылып йәшәү.
ШУҠШЫНЫУ (шуҡшын-) (Р: сильно состариться; И.: become decrepit; T: örselemek) ҡ. диал.
Бик ныҡ ҡартайыу, таушалып бөтөү. □ Сильно состариться, износиться. Бабай бик ныҡ шуҡшынған.
ШУҠЫЛДАУ (шуҡылда-) (Р.: пищать; И.: squeak; T.: cıvıldamak) ҡ. диал.
Сипылдау. □ Пищать. Ана себештәрҙең береһе күкәй эсендә шуҡылдап ята.
ШУЛ I, шуның, шуға, шуны, шунан, шунда (Р: тот, та, то; этот, эта, это; И.: that; T.: şu) күрһ. а.
1. Алда фекер йөрөтөлгән, билдәле булған кеше йәки нәмәгә, хәл-ваҡиғаға, ваҡытҡа күрһәтеп, уны атағанда әйтелә. □ Тот, та, то; этот, эта, это. Шул мәл. Шул ваҡытта. Шул хәлдән һуң. Ни теләһәң, шул бар. Әйттем бит, шуға ышанмағыҙ тип. һаман шул бүлмәлә тора. Шул мәсьәләгә иғтибар итергә кәрәк. Шул ауылда йәшәйҙәр. Унда аяҡ баҫаһы булма - беҙҙән кәңәш шул. ■ Шул кисәгә [шағирҙар кисәһенә [улар [Сергей менән Тоня] тәү тапҡыр икәүләп килгәйнеләр. А. Абдуллин. Әллә кемгә барып: «Былар кемдәр һуң?» - тип һорағы, шуға өҙөп кенә яуап алғы килде. С. Агиш. [Фәтихов -Василгә:] Шуны күңелеңә һеңдер, Василь, разведчик-подпольщик һәр бер кешегә, һәр бер күренешкә, һәр бер деталгә иғтибар итергә тейеш. И. Абдуллин. [Сәмиғулла:] Бит йыртып, шунан [байҙан] йомош һорай буламмы? Ж. Кейекбаев. Был илдә һәр ваҡыт яҡты, был илдә һәр саҡ ал таң. Шул бына беҙҙең тыуған ил, шул бына беҙҙең Ватан! Р. Ниғмәти. • Аяғына тартһа - башына юҡ, башына тартһа - аяғына юҡ: йүнһеҙ ирҙең көнө шул. Мәҡәл. Йәшлегеңдә ни сәсһәң, ҡартлығыңда шуны күрерһең. Мәҡәл. Ни сәсһәң, шуны урырһың. Мәҡәл. Ни һөйләһәң, шуны ишетерһең. Әйтем.
2. Баш һөйләмдә килеп, эйәрсән һөйләм төшөнсәһенең атамаһы рәүешендә уны баш һөйләмгә бәйләй. □ Тот, та, то (в ка-
864