Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 865


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШУЛАЙ
честве союза в составе соотносительных слов кем... шул (кто... тот), ни, нәмә... шул (что... то). ■ Кем ҡорал тотоп дошман менән көрәшергә теләй, - ти тимер юлсы, -шул минең менән китһен. И. Абдуллин. • Ағайым кемде алһа - еңгәм шул; апайым кемгә барһа - еҙнәм шул. Мәҡәл. Бур энәнең йыуан башы кем елкәһендә булһа, шуға ауыр. Мәҡәл. Ата-инәңә ни ҡылһаң, алдыңа шул килер. Мәҡәл. Етеһендә ни булһа, етмешендә шул булыр. Мәҡәл.
3. Айырым һүҙҙәргә ҡушылып, ҡушма рәүеш яһай. □ В сочетании с некоторыми словами образует составное наречие (в значении 'так, настолько, около этого, приблизительно'). Шул көйө тора. Шул көйөнсә ҡалды. Шул ҡәҙәр куп. Шул сама бар. Шул дәрәжәлә. Шул ерлектә. Шул килеш. Шул хәлдә. Шул рәуештә. Шул саҡлы. Шул хәлдә. Шул сәбәпле. Шул әҙере. ■ Шул ҡәҙәр китап уҡыған, шул тиклем уҡыйһы бар әле. Тик уның шул тиклем көс биреп эшләуенә генә төшөнә алмайым. С. Агиш. Фёдор Михайлович шул саҡлы ныҡ уҙгәргәйне. И. Абдуллин. Я Хоҙа!.. Донъяла шул хәтле лә тыйнаҡ, шул хәтле лә изге йәнле кешеләр була икән дә баһа! 3. Биишева. Мин шул рәуешле башта ҡамыр баҫыусы, һуңынан пекарь булып .. эшләп йөрөнөм. Т. Йәнәби. Шул әҙере бер нисә ҡаҙ килеп төштө лә, тарыны супләй ҙә башланылар. Әкиәттән.
♦ Шул ғына ҡалғайны! (йәки етмәгәйне, ҡалған) берәй кешенең эше, ҡылығы менән риза булмағанда, оҡшамағанда үкенес белдереп әйтелә. □ соотв. Этого только не хватало! Этого ещё не хватало! ■ «Рәхмәт», - тине Зөләйха, ә эсенән: «Шул ғына ҡалғайны», -тип ҡуйҙы. С. Агиш. Шул да булған икән һүҙ килешһеҙ хәбәр ыскындырған кешенең һүҙенә ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдергәндә әйтелә. □ соотв. Нашёл что сказать! Шул кәрәк кешенең күңелһеҙ хәлгә осрауына үсәгән рәүештә әйтелә. □ соотв. Давно бы так; так его (её, их); так и надо; по заслугам; туда и дорога.
ШУЛ II (Р.: да, ведь, конечно, так; И.: verb+do; you see, here it is; T: işte) киҫ.
Хәбәр төшөнсәһендәге һүҙгә эйәреп, уны көсәйтеп, раҫлап килә. □ Да, ведь, конечно, так. Килгән шул. Мин белмәйем шул. Барманым шул. Кайтҡан шул. Килмәне шул. Ата-әсә баланы кеше итергә тырыша шул. ■ Ниңә, әйттем шул, ниңә уға аптырайһың, мин кургәнде курһәң, һин дә әйтер инең. С. Агиш. Был эш еңел тугел шул. Эйе, эйе, һин көлмә, матур ҙа шул. И. Абдуллин.
♦ Шул шул фекерҙе дөрөҫләү, нығытыу өсөн әйтелә. □ Так оно и есть (при выражении подтверждения). ■ Бына шул шул, һаҡ булырға кәрәк. Тансаларҙа кемде генә һоҡландырмай инегеҙ? Шул шул, ул ваҡытта икегеҙ ҙә һау-сәләмәт, сибәр инегеҙ! Ғ. Байбурин. Әллә шул нимәгәлер икеләнеп ҡарағанды белдерә. □ Вряд ли. ■ [Байғужа:] Бәлки, һин берәр ай лазаретта ятырһың әле. - Әллә шул, - тинем. Д. Юлтый.
ШУЛАЙ I (Р: так, вот так; И.: like this; so; T.: şöyle) курһ. a.
1. Эштең нисек барыуын күрһәтә торған рәүештәрҙе алмаштырып килә; шул рәүешле. □ Так, вот так. Шулай итеу. Шулай йәшәу. Шулай эшләу. Шулай еңел ҡотолорға уйлайһыңмы? Н Емеш егеттең асыҡтан-асыҡ шулай шатланыуына нисек ҡарарға, уҙен нисек тоторға кәрәклеген уйларға ла өлгөрмәне, Байрас уның ҡулын уҙенең ҡыҙыу устарына ҡыҫып тотоп та алды.
3. Биишева. Донъя кургәнерәк ҡарттар быйыл Аҡселәндең шулай шәп ташасағын ҡыштан уҡ әйтеп ҡуйҙылар. Б. Бикбай. Мөхәббәттең ни икәнен белә лә алмайынса, йәшәп ята шулай. Д. Бүләков. Айыу тиһәң -айыуҙы,.. арыҫлан тиһәң - арыҫланды тере көйө тотоп алып ҡайтыуҙы бабай уйынға ла курмәгән, ти, - ул шулай көслө булған. Әкиәттән. Тирҙәр ағыла, ҡандар һауыла, малдар шулай табыла. Халыҡ йырынан.
2. Ана, бына алмаштары менән килеп, эштең башҡарыу рәүешен күрһәткәндә әйтелә. □ Так, вот так, эдак. Ана шулай эшлә. Бына шулай. Бына шулай яҙ. Бына шулай йәшәргә кәрәк. ■ Бына шулай һәр яңы көн уткән һайын уларҙың йәшерен складтарына төрлө ҡоралдар өҫтәлә торҙо. Ә. Байрамов. Ана шулай ярышып-сәмләнеп алға ынтылаһың. 3. Биишева.
865