Русско-башкирский словарь, под редакцией З. Г. Ураксина, I том. Страница 202


Поиск по словарям

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

ВЫКРИК
ВЫКРИК м ҡысҡырыу, ҡысҡырған тауыш
ВЫКРИКИВАТЬ несов. см. выкрикнуть
ВЫКРИКНУТЬ сов. что и без доп. 1. (громко крикнуть) ҡысҡырыу, ҡысҡырып әйтеү 2. уст. ҡысҡырып саҡырыу; выкрикнуть носильщиков йөк ташыусыларҙы ҡысҡырып саҡырыу
ВЫКРИСТАЛЛИЗОВАТЬСЯ сов. 1. хим. кристаллашыу, кристалдар барлыҡҡа килеү, кристалға әүерелеү 2. перен. формалашыу, барлыҡҡа килеү, ойошоу; выкристаллизовались новые отношения яңы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килде
ВЫКРИСТАЛЛИЗОВЫВАТЬСЯ несов. см. выкристаллизоваться
ВЫКРОИТЬ сов. что 1. киҫеү, бесеү; выкроить платье күлдәк бесеү 2. перен. янға ҡалдырыу, арттырыу, табыу (ниндәйҙер маҡсатта); выкроить время ваҡыт табыу; выкроить деньги аҡса арттырыу
ВЫКРОЙКА ж өлгө, кейем өлгөһө; шить по выкройке өлгө буйынса тегеү
ВЫКРОШИТЬ сов. что; разг. ваҡлау, ваҡлап бөтөрөү
ВЫКРОШИТЬСЯ сов. кителеп (ваҡланып) төшөү (бөтөү); зубы выкрошились тештәр кителеп төштө
ВЫКРУТАСЫ только мн; разг. 1. ҡыланыу, борғаланыу-һырғаланыу, борғоланыу, ҡылансыҡ хәрәкәттәр; выделывать ногами всяческие выкрутасы аяҡтар менән төрлө ҡылансыҡ хәрәкәттәр яһау 2. перен. ҡыланыу, артыҡ биҙәү; говорить с выкрутасами ҡыланып һөйләү
ВЫКРУТИТЬ сов. что 1. (свить) ишеү, ишеп яһау; выкрутить верёвку бау ишеү 2. разг. (вывернуть) бороп алыу (сығарыу); выкрутить лампочку лампочканы бороп алыу 3. прост. һығыу, һығып бөтөрөү (алыу); выкрутить бельё керҙе һығып алыу
ВЫКРУТИТЬСЯ сов. 1. (вывинтиться) боролоп сығыу; лампочка выкрутилась лампочка боролоп сыҡты 2. перен. (выпутаться) ҡотолоу, арыныу, ҡоро (йырып) сығыу; выкрутиться из трудного положения ауыр хәлдән ҡоро сығыу
ВЫКРУЧИВАТЬ несов. см. выкрутить
ВЫКРУЧИВАТЬСЯ несов. 1. см. выкрутиться 2. страд. от выкручивать
ВЫКУП м 1. см. выкупить; выкуп заложенных вещей залогҡа һалынған әйберҙәрҙе түләп алыу 2. (плата, деньги) түләү; выкуп за невесту йәрәшелгән ҡыҙ өсөн мәһәр, ҡалым; выкуп за пленника әсир өсөн түләү
ВЫКУПАТЬ сов. кого-что йыуындырыу, һыу индереү, ҡойондороу, йыуындырып алыу; выкупать ребёнка баланы йыуындырыу
ВЫКУПАТЬ несов. см. выкупить
ВЫКУПАТЬСЯ сов. ҡойоноу, һыу инеү
ВЫКУПИТЬ сов. кого-что 1. түләп алыу; выкупить платье күлдәкте түләп алыу 2. (освободить , уплатив деньги) аҡса түләп ҡотҡарыу; выкупить из неволи тотҡонлоҡтан аҡса түләп ҡотҡарыу
ВЫКУПИТЬСЯ сов. аҡса түләп азатлыҡ алыу; выкупиться из плена аҡса түләп әсирлектән ҡотолоу
ВЫКУПНОЙ, -ая, -ое түләү ...ы, түләп алыу ...ы; выкупные деньги түләү аҡсаһы
ВЫКУРИВАТЬ несов. см. выкурить
ВЫКУРИТЬ сов. 1. что тартып бөтөрөү; выкурить папиросу бер папирос тартып бөтөрөү 2. кого-что төтәҫләү, төтәҫләп сығарыу; выкурить лису из норы төлкөнө өңөнән төтәҫләп сығарыу; выкурить пчёл из улья умартанан ҡорттарҙы төтәҫләү 3. перен., разг. ҡыуып сығарыу; выкурить из комнаты кого бүлмәнән ҡыуып сығарыу
ВЫЛАВЛИВАТЬ несов. см. выловить
ВЫЛАЗКА ж 1. воен. сабауыл, сабауыл яһау; ночные вылазки төнгө сабауыл; совершить вылазку в расположение врага дошман урынлашҡан ергә сабауыл яһау 2. перен. (враждебный выпад) дошманлыҡ сығышы, ҡаршы сығыу 3. йөрөргә сығыу; лыжная вылазка саңғыла йөрөргә сығыу
ВЫЛАКАТЬ сов. что 1. эсеп (ялап) бөтөрөү (бесәй, эт һымаҡ хайуандар тураһында); кошка вылакала молоко бесәй һөттө эсеп бөтөргән 2. перен., прост. (о человеке) һемереп бөтөрөү, эсеп (ялап) бөтөрөү
ВЫЛАМЫВАТЬ несов. см. выломать
ВЫЛЕЖАТЬ сов.; разг. ятыу; больной вылежал в постели целую неделю ауырыу аҙна буйы түшәктә ятты
ВЫЛЕЖАТЬСЯ сов. 1. разг. оҙаҡ ятыу, ятып тороу, ятып хәл алыу; больному необходимо вылежаться ауырыуға ятып торорға кәрәк 2. өлгөрөп еткәнсе ятыу, ятып өлгөрөү (бешеү); груши должны вылежаться армыт ятып өлгөрөргә тейеш
ВЫЛЁЖИВАТЬ несов. см. вылежать
ВЫЛЁЖИВАТЬСЯ несов. см. вылежаться
ВЫЛЕЗАТЬ несов. см. вылезти
ВЫЛЕЗТИ и ВЫЛЕЗТЬ сов. 1. сығыу, үрмәләп (тырмашып, шыуышып) сығыу; вылезти из ямы соҡорҙан үрмәләп сығыу 2. прост. сығыу; вылезти из ванны ваннанан сығыу; вылезти из машины машинанан сығыу 3. перен., прост. сығыу; вылезти из нужды мохтажлыҡтан сығыу 4. разг. сығыу; волосы вылезли из-под шапки бүрек аҫтынан сәстәре сыҡҡан 5. (выпасть — о волосах, шерсти) ҡойолоу, ейеп төшөү
ВЫЛЕПИТЬ сов. кого-что әүәләп яһау, йәбештереү, һылау; вылепить бюст әүәләп бюст яһау
202