ВЫМАРАТЬ
ВЫЛЕПЛЯТЬ несов. см. вылепить
ВЫЛЕТ м 1. см. вылететь 1—3; вылет пчёл за взятком бал ҡорттарының бал (ем) артынан осоуҙары; вылет самолёта с аэродрома самолёт-тың аэродромдан осоп китеүе 2. осош; совершить три вылета в день көнөнә өс осош яһау
ВЫЛЕТАТЬ несов. см. вылететь
ВЫЛЕТЕТЬ сов. 1. осоп сығыу (китеү); из зарослей вылетели рябчики ҡыуаҡлыҡтан селдәр осоп сыҡты 2. (на самолёте) осоу, осоп китеү; вылететь в Москву Мәскәүгә осоу 3. атылып сығыу, юғарыға атылыу, бәреп сығыу; из котельной вылетел пар ҡаҙанлыҡтан пар бәреп сыҡты; из бутылки вылетела пробка шешәнән бөкө атылып сыҡты 4. перен., разг. барып (килеп) төшөү, осоп барып (килеп) төшөү, йығылып төшөү; вылететь из седла эйәрҙән осоп барып төшөү; стёкла вылетели из окон тәҙрәләрҙән быялалар килеп төштө 5. перен. атылып (сабып, йүгереп) килеп сығыу; эскадрон вылетел из леса эскадрон урмандан сабып килеп сыҡты 6. перен., прост. сығарылыу, ҡыуылыу; вылететь из университета университеттан ҡыуылыу ♦ вылететь из головы (из памяти) баштан (хәтерҙән) сығыу; вылететь пулей атылып килеп сығыу; вылететь в трубу бөлөү, бөлгөнлөккә төшөү, фәҡирләнеү
ВЫЛЕЧИВАТЬ несов. см. вылечить
ВЫЛЕЧИВАТЬСЯ несов. 1. см. вылечиться 2. страд. от вылечивать
ВЫЛЕЧИТЬ сов. кого-что (дауалап) һауыҡтырыу, сәләмәтләндереү
ВЫЛЕЧИТЬСЯ сов. (дауаланып) һауығыу, сәләмәтләнеү
ВЫЛИВАТЬ несов. см. вылить
ВЫЛИВАТЬСЯ несов. 1. см. вылиться 2. страд. от выливать
ВЫЛИЗАТЬ сов. 1. кого-что ялау, ялап алыу (ҡуйыу); вылизать тарелку тәрилкәне ялап ҡуйыу 2. что; перен., разг. таҙартыу, тап-таҙа итеү; вылизать столовую ашхананы тап-таҙа итеү
ВЫЛИЗЫВАТЬ несов. см. вылизать
ВЫЛИНЯТЬ сов. 1. уңыу, уңып бөтөү; платье вылиняло күлдәк уңған 2. (об овце, корове ) баҡтаһын ҡойоу; (о козе) дебетен ҡойоу; (о птице) төләү; (о диких зверях) йөн (ҡау) ҡойоу
ВЫЛИТЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от вылить 2. прил.; разг. (похожий) оҡшаған, һуйып ҡаплаған, торғаны, тас, тап, нәҡ; мой брат — вылитый отец минең ағайым тас атайым инде
ВЫЛИТЬ сов. что 1. түгеү, ҡойоу, ағыҙыу, ҡойоп (түгеп, ағыҙып) ебәреү; вылить воду из ведра биҙрәләге һыуҙы түгеү 2. (изготовить литьём) ҡойоу, ҡойоп яһау (эшләү); вылить статую һын ҡойоу
ВЫЛИТЬСЯ сов. 1. (вытечь) ағыу, түгелеү, ҡойолоу, ҡойолоп (түгелеп, ағып) бөтөү 2. во
что; перен. (принять какой-л. вид, форму) кәүҙәләнеү, төҫкә инеү, форма алыу, әүерелеү, әйләнеү
ВЫЛОВИТЬ сов. кого-что 1. тотоу, тотоп алыу; выловить бревно из реки йылғанан бүрәнә тотоп алыу 2. разг. (истребить ловлей) һөҙөп (тотоп) бөтөрөү
ВЫЛОЖИТЬ сов. что 1. алып (сығарып) һалыу; выложить вещи из чемодана сумаҙандан әйберҙәрҙе сығарып һалыу 2. перен., разг. әйтеп бөтөрөү, бөтәһен әйтеү (һөйләп, әйтеп биреү); он выложил всё, о чём думал ул нимә тураһында уйлаһа, бөтәһен дә әйтеп бөтөрҙө 3. түшәү, ҡаплау, түшәп (ҡаплап) сығыу; выложить пол паркетом иҙәнде паркет менән ҡаплау 4. (сложить, соорудить) һалыу, ҡороу; выложить фундамент нигеҙ һалыу
ВЫЛОМАТЬ сов. что ватыу, ватып (һындырып, емереп) сығарыу, ватып (һындырып) алыу; выломать дверь ишекте ватыу
ВЫЛОЩЕННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от вылощить 2. прил. фырт, ҡупшы
ВЫЛОЩИТЬ сов. 1. что ялтыратыу, шымартыу; вылощить паркет паркетты ялтыратыу 2. кого; перен. тыштан ялтыратыу, ҡупшылатыу
ВЫЛУДИТЬ сов. что ҡурғашлау, ҡурғаш йүгертеү; вылудить медную посуду еҙ һауыт-һабаға ҡурғаш йүгертеү
ВЫЛУПИТЬ сов. что; прост. 1. моронла-тыу, йомортҡа ҡабығынан сығартыу 2. прост., груб. (о глазах) аҡайтыу, бәзерәйтеү
ВЫЛУПИТЬСЯ сов. 1. моронлау, йомортҡа ҡабығынан сығыу; утята вылупились өйрәк себештәре моронлап сыҡты 2. прост., груб. аҡайыу, бәзерәйеү
ВЫЛУЩИВАТЬ несов. см. вылущить
ВЫЛУЩИТЬ сов. что 1. таҙартыу, әрсеү; вылущить лук һуған әрсеү 2. мед. ҡырҡып алыу, таҙартыу, алыу (хирургия ысулы менән)
ВЫМАЗАТЬ сов. 1. что һылау, һылап сығыу (бөтөрөү), буяу, буяп сығыу (бөтөрөү); вымазать печь глиной мейесте балсыҡ менән һылау 2. кого-что; разг. бысратыу, буяу, бысратып (буяп) бөтөрөү
ВЫМАЗАТЬСЯ сов.; разг. бысраныу, буялыу, бысранып (буялып) бөтөү
ВЫМАЗЫВАТЬ несов. см. вымазать
ВЫМАЗЫВАТЬСЯ несов. 1. см. вымазаться 2. страд. от вымазывать
ВЫМАЛИВАТЬ несов. см. вымолить
ВЫМАНИВАТЬ несов. см. выманить
ВЫМАНИТЬ сов. кого-что 1. алдап сығарыу; выманить врага из засады дошманды йәшеренгән еренән алдап сығарыу 2. что; прост. хәйләләп (алдап) алыу; выманить обещание вәғәҙәһен хәйләләп алыу; выманить деньги аҡсаһын алдап алыу
ВЫМАРАТЬ сов. что; прост. 1. бысратыу, буяу, бысратып (буяп) бөтөрөү; вымарать руки
203