Русско-башкирский словарь, под редакцией З. Г. Ураксина, I том. Страница 205


Поиск по словарям

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

ВЫПАЛИТЬ
ВЫМУШТРОВАТЬ сов. кого-что; разг. муштра менән өйрәтеү, ҡаты тәртипкә өйрәтеү
ВЫМЫВАНИЕ с 1. см. вымывать 2. йыуыу, йыуып өңөү, ашау; вымывание солей из почвы тупраҡтан тоҙҙарҙы йыуыу
ВЫМЫВАТЬ несов. см. вымыть
ВЫМЫСЕЛ м 1. хыял, фантазия 2. (ложь) алдыҡ, уйҙырма, ялған
ВЫМЫТЬ сов. 1. кого-что йыуыу, йыуып алыу (бөтөрөү, сығыу); вымыть посуду һауыт-һабаны йыуып алыу 2. что (сделать вымоину) өңөү, йыуып яһау; дождь вымыл яму ямғыр йыуып соҡор яһаған
ВЫМЫТЬСЯ сов. йыуыныу, йыуынып алыу (сығыу); вымыться в бане мунсала йыуыныу
ВЫМЫШЛЕННЫЙ, -ая, -ое уйҙырма, ялған, уйлап сығарылған; вымышленное сообщение ялған хәбәр
ВЫМЯ с елен; вымя коровы һыйыр елене
ВЫНАШИВАТЬ несов. см. выносить
ВЫНЕСТИ сов. 1. кого-что сығарыу, алып сығыу, сығарып ҡуйыу (бөтөрөү); вынести стол из комнаты бүлмәнән өҫтәлде сығарыу 2. что (поместить) урынлаштырыу, сығарып яҙыу; вынести примечания в конец книги иҫкәрмәләрҙе китаптың аҙағына урынлаштырыу 3. что ҡабул итеү, сығарыу, әйтеү; вынести предложение на собрание тәҡдимде йыйылышҡа сығарыу; вынести благодарность рәхмәт әйтеү (белдереү) 4. кого-что сығарыу, сығарып ташлау; волна вынесла лодку на берег тулҡын кәмәне ярға сығарып ташлаған 5. что; перен. алыу, килеү, килеп сығыу; вынести хорошее впечатление яҡшы тәьҫир алыу 6. что алға сығарыу, һоноу; вынести ногу вперёд аяҡты алға сығарыу 7. что сыҙау, түҙеү; вынести сильную боль көслө ауыртыуға сыҙау ♦ вынести сор из избы ығы-зығыны ситкә таратыу (сығарыу); вынести за скобки мат. йәйәләр тышына сығарыу; вынести на своих плечах берәй ауыр эште башҡарып сығыу; куда кривая ни вынесет тейһә тейенгә, теймәһә ботаҡҡа; ни булһа, шул булыр
ВЫНЕСТИСЬ сов. атылып сығыу, атылып (ҡапыл) килеп сығыу
ВЫНИМАТЬ несов. см. вынуть
ВЫНИМАТЬСЯ несов. 1. см. вынуться 2. разг. (выдвигаться) алыныу; ящик стола не вынимается өҫтәл тартмаһы алынмай 3. страд. от вынимать
ВЫНОС м 1. см. вынести 1 — 4,6; 2. спец. (способ запряжки лошадей) мисәү, мисәүләп (сыбаталап) егеү 3. (то, что выносится текущей водой) ләм
ВЫНОСИТЬ сов. 1. кого (ребёнка) буй күтәреү, ҡарында йөрөтөү 2. что; перен. башта йөрөтөү, уйлап еткереү; выносить идею идеяны уйлап еткереү 3. что; разг. туҙҙырыу ♦ выносить на (своих) руках ҡарап үҫтереү
ВЫНОСИТЬ несов. см. вынести ♦ не выносить кого-что яратмау, күрә алмау
ВЫНОСИТЬСЯ сов. 1. башта йөрөү, өлгөрөп етеү, уйлап еткерелеү 2. разг. туҙыу, ылбырау, туҙып (ылбырап) бөтөү; подкладка совсем выносилась эслек бөтөнләй туҙып бөткән
ВЫНОСИТЬСЯ несов. 1. см. вынестись 2. страд. от выносить
ВЫНОСКА ж 1. разг. см. вынести 1, 2; 2. (сноска) иҫкәрмә, аңлатма; выноска под чёрточкой һыҙыҡ аҫтындағы иҫкәрмә
ВЫНОСЛИВОСТЬ ж түҙемле (сыҙамлы) булыу, түҙемлелек, сыҙамлылыҡ; обладать выносливостью түҙемле булыу
ВЫНОСЛИВЫЙ, -ая, -ое түҙем, түҙемле, сыҙам, сыҙамлы, бирек; выносливая лошадь бирек ат
ВЫНУДИТЬ сов. кого-что мәжбүр итеү; вынудить дать обещание вәғәҙә бирергә мәжбүр итеү
ВЫНУЖДАТЬ несов. см. вынудить
ВЫНУТЬ сов. 1. кого-что алыу, сығарыу, тартып (һурып) сығарыу; вынуть из кармана платочек кеҫәнән ҡулъяулыҡ алыу 2. что; разг. (сделать выемку) уйып алыу, уйым эшләү ♦ вынь да положь сығар ҙа һал, һуҡты ла күпте (ҡәтги талап тураһында)
ВЫНУТЬСЯ сов. алыныу, сығыу
ВЫНЫРНУТЬ сов. 1. ҡалҡыу, ҡалҡып (килеп) сығыу 2. перен., разг. ҡапыл килеп сығыу, ҡапыл күренеү; из переулка вынырнула машина тыҡрыҡтан ҡапыл машина килеп сыҡты
ВЫНЮХАТЬ сов. что; прост. 1. (разыскать по запаху) еҫкәп (еҫенән) табыу 2. перен. (разузнать ) еҫкәнеп белеү, һоранып (һораштырып) белеү
ВЫНЮХИВАТЬ несов. см. вынюхать
ВЫНЯНЧИВАТЬ несов. см. вынянчить
ВЫНЯНЧИТЬ сов. кого-что; разг. ҡарап (тәрбиәләп) үҫтереү; на своих руках вынянчить ҡулда ҡарап үҫтереү
ВЫПАД м 1. см. выпасть 1,2; 2. спорт. алға баҫыу (ынтылыу, атлау), алға (сығарыу, ташлау) һоноу (аяҡты) 3. (враждебное выступление ) дошмансыл сығыш, дошмансыл баҫымсы-лыҡ; выпад агрессоров агрессорҙарҙың дошмансыл сығышы
ВЫПАДАТЬ несов. см. выпасть
ВЫПАДЕНИЕ с см. выпасть 1, 2, 3; выпадение из памяти хәтерҙән төшөп ҡалыу; выпадение молочных зубов һөт тештәренең төшөүе; выпадение осадков яуым-төшөмдөң булыуы
ВЫПАИВАТЬ несов. см. выпоить
ВЫПАЛИВАТЬ несов. см. выпалить
ВЫПАЛИТЬ сов.; разг. 1. (выстрелить) атыу, атып ебәреү; выпалить вверх өҫкә ҡарай атып ебәреү 2. что; перен. әйтеп ташлау (һалыу, биреү), теҙеп һалыу; разом выпалить обо всём бөтәһе тураһында ла бер юлы әйтеп биреү
205