Русско-башкирский словарь, под редакцией З. Г. Ураксина, I том. Страница 235


Поиск по словарям

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

ГНАТЬ
ГЛУМИТЬСЯ несов. над кем-чем мәсхәрәләү, мыҫҡыллау, мыҫҡыл (мәсхәрә) итеү
ГЛУМЛЕНИЕ с см. глумиться
глупЕть несов. аңраланыу, алйотланыу, ахмаҡланыу, йүләрләнеү
глупЕц м аңра, алйот, ахмаҡ, йүләр
ГЛУПИТЬ несов.; разг. ахмаҡланыу, алйотланыу, йүләрләнеү, ахмаҡлыҡ (алйотлоҡ, йүләрлек) эшләү
ГЛУПОСТЬ ж 1. ахмаҡлыҡ, алйотлоҡ, йүләрлек; по глупости ахмаҡлыҡ менән 2. ахмаҡлыҡ, алйотлоҡ, йүләрлек, ахмаҡ һүҙ (фекер); делать глупость ахмаҡлыҡ эшләү; сказать глупость ахмаҡ һүҙ әйтеү
глУпый, -ая, -ое 1. ахмаҡ, алйот, аңра, йүләр; глупый человек аңра кеше; глупый вид ахмаҡ ҡиәфәт 2. мәғәнәһеҙ, аҡылһыҙ, ахмаҡ; глупая затея ахмаҡ эш; задать глупый вопрос мәғәнәһеҙ һорау биреү
ГЛУХАРИНЫЙ, -ая, -ое һуйыр ...ы; глухариный ток һуйыр уйыны
ГЛУХАРЬ м 1. һуйыр 2. прост. (глухой человек ) һаңғырау
глухой, -ая, -ое 1. һаңғырау; глух на одно ухо бер ҡолаҡҡа һаңғырау 2. перен. (равнодушный ) иғтибарһыҙ, ишетмәй (ҡолаҡ һалмай) торған; он глух к моим просьбам ул минең үтенестәремә ҡолаҡ һалмай 3. (о звуках) һаңғырау, тоноҡ, ишетелер-ишетелмәҫ, эстән генә; глухой ропот эстән генә һуҡраныу; глухой голос тоноҡ тауыш 4. перен. (слабый, неопределённый, затаённый ) эске, быҫҡып ятҡан, һиҙелер-һиҙелмәҫ, йәшерен; глухой протест йәшерен протест 5. (заросший) үлән баҫҡан, ташландыҡ; глухой сад үлән баҫҡан баҡса 6. (сплошной) тотош, тәҙрә-ишекһеҙ; глухая стена тотош стена 7. перен . тын, һил; глухая улица тын урам ♦ глухое окно һуҡыр (яһалма) тәҙрә (яҡтылыҡ төшмәгән ); глухая крапива һуҡыр кесерткән; глухой согласный лингв. һаңғырау тартынҡы
ГЛУХОМАНЬ ж см. глушь
ГЛУХОНЕМОЙ, -ая, -ое 1. һаңғырау-телһеҙ 2. в знач. сущ. глухонемой м и глухонемая ж һаңғырау-телһеҙ (кеше); школа для глухонемых һаңғырау-телһеҙҙәр мәктәбе
ГЛУХОТА ж һаңғыраулыҡ, һаңғырау булыу; страдать глухотой һаңғыраулыҡтан йонсоу (йөҙәү)
ГЛУШИТЕЛЬ м 1. тех. тауыш йотҡос, тауыш кәметкес, томалағыс 2. перен. ирек бирмәүсе, (ниҙелер) быуыусы, томалаусы; глушитель свободы ирек быуыусы
ГЛУШИТЬ несов. 1. кого-что томалау, баҫыу, ишеттермәү; глушить звук тауышты баҫыу 2. что баҫыу, ҡаплау; сорняки глушат сад сүп үләндәре баҡсаны баҫа 3. что; перен. быуыу, томалау, ирек бирмәү; глушить инициативу иници
ативаға ирек бирмәү 4. что; разг. һүндереү, баҫыу, томалау; глушить самовар самауыр(ҙы) баҫыу; глушить мотор мотор(ҙы) һүндереү 5. кого ; разг. иҫәнгерәтеү, шаңғытыу; глушить рыбу балыҡ(ты) шаңғытыу ♦ глушить водку (вино и т.п.) прост. араҡыны (шарапты һ.б.) күп эсеү
ГЛУШЬ ж ҡараңғы яҡ, төпкөл (урын); жить в глуши төпкөлдә йәшәү
ГЛЫБА ж ҙур киҫәк; каменная глыба ҙур таш киҫәге; глыба льда ҙур боҙ киҫәге
ГЛЮКОЗА ж глюкоза (цҫемлек емештәрендә һәм йәнле организмдарҙа була торган шәкәр) глядЕть несов. 1. в разн. знач. ҡарау; глядеть в окно тәҙрәнән ҡарау; глядеть в будущее с надеждой киләсәккә өмөт менән ҡарау 2. на что; перен. ҡарау; трезво глядеть на жизнь тормошҡа айыҡ ҡарау; 3. за кем-чем; разг. ҡарау, бағыу; глядеть за детьми балаларҙы ҡарау 4. на что ҡарау, йүнәлеү; окна глядят на юг тәҙрәләр көньяҡҡа ҡарай 5. перен., разг. күренеү; из-за туч глядело солнце болоттар араһынан ҡояш күренде ♦ глядеть в оба һаҡ булыу, абай булыу, алды-артты ҡарап эш итеү; глядеть косо ҡырын ҡарау; глядеть правде в глаза дөрөҫлөктән ҡурҡмау; куда глаза глядят ҡайҙа етте, шунда; баш һуҡҡан яҡҡа; на ночь глядя төнгә ҡарай, төнгә ҡаршы; на свет не глядел бы яҡты донъянан биҙеү (ялҡыу, туйыу); того и гляди күр ҙә тор глядеться несов. во что үҙеңде ҡарау;
глядеться в зеркало көҙгөнән үҙеңде ҡарау
ГЛЯДЬ межд. в знач. сказ.; разг. ҡара; глядь, он идёт ҡара, ул килә
ГЛЯНЕЦ м ялтырауыҡ; глянец потускнел ялтырауыҡ тоноҡлонған ♦ навести глянец ялт иттереп ҡуйыу
ГЛЯНУТЬ сов. ҡарап алыу, ҡарап ҡуйыу
ГЛЯНЦЕВАТЬ несов. что ялтыратыу, ялты-рауыҡлау; глянцевать фото фотоны ялтыратыу
ГЛЯНЦЕВЫЙ, -ая, -ое ялтырауыҡлы; глянцевая бумага ялтырауыҡлы ҡағыҙ
ГЛЯЦИОЛОГ м гляциолог, гляциология белгесе
ГЛЯЦИОЛОГИЯ ж гляциология (боҙлоҡтарҙы өйрәнә торган фән)
ГМ межд. һе, улай икән
ГНАТЬ несов. 1. кого-что ҡыуыу, ҡыуып ебәреү; гнать стадо көтөү ҡыуыу; ветер гонит тучи ел болоттарҙы ҡыуа; гнать на полевые работы ялан эшенә ҡыуыу; гнать плоты һал ҡыуыу; гнать лошадь во весь опор атты бар көсөнә ҡыуыу 2. кого баҫтырыу, ҡыуыу; собака гонит зайца эт ҡуян ҡыуа 3. без доп.; разг. (мчаться, нестись) елдереү, саптырыу, ҡыуыу; гнать машину машинаны ҡыуыу; гнать на коне атта елдереү 4. перен., разг. ашыҡтырыу, тиҙләтеү; гнать работу эште ашыҡтырыу 5. что ҡыуыу, ҡайнатыу; гнать дёготь дегет ҡайнатыу;
235