Русско-башкирский словарь, под редакцией З. Г. Ураксина, I том. Страница 622


Поиск по словарям

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

НАМЕЧАТЬ
НАМЕЧАТЬ I несов. см. наметить I
НАМЕЧАТЬ II несов. см. наметить II 2
НАМЕЧАТЬСЯ I несов. 1. см. наметиться I;
2. страд. от намечать I
НАМЕЧАТЬСЯ II несов. 1. күҙ алдында тотолоу, билдәләнеү, (алдан) уйланылыу, планлаштырылыу; намечалось посещение театра театрға барыу планлаштырылған 2. страд. от намечать II
НАМЕШАТЬ сов. что, чего; разг. ҡушыу, аралаштырыу, болғау, бутау, ҡушып туҡыу; намешать пшено с рисом тары ярмаһын дөгө менән бутау
НАМЕШИВАТЬ I несов. см. намесить
НАМЕШИВАТЬ II несов. см. намешать
НАМИНАТЬ несов. см. намять
НАМИНКА ж; вет. табан шешеү (аттарҙа, эш цгеҙҙәрендә)
НАМНОГО нареч. шаҡтай, байтаҡ, хәтһеҙ (күп); быть намного сильнее шаҡтай көслөрәк булыу; намного улучшить качество товаров тауарҙың сифатын күпкә яҡшыртыу
НАМОГИЛЬНЫЙ, -ая, -ое ҡәбер ...ы, ҡәбер өҫтө ...ы, ҡәбер өҫтөндәге; намогильный памятник ҡәбер өҫтөндәге һәйкәл
НАМОЗОЛИТЬ сов. что сөйәлләндереү, сөйәлләндереп бөтөү; намозолить руки ҡулдарҙы сөйәлләндереп бөтөү ♦ намозолить глаза кому; прост. йәнгә (теңкәгә) тейеп күҙ алдында тороу, туйҙырып бөтөү
НАМОКАТЬ несов. см. намокнуть
НАМОКНУТЬ сов. ебеү, еүешләнеү, һыуланыу, сыланыу; неубранное сено намокло йыйылмаған бесән еүешләнде
намОл м; с.-х. 1. см. намолоть; намол муки он тарттырыу 2. тарттырылған он күләме
НАМОЛАЧИВАТЬ несов. см. намолотить
НАМОЛАЧИВАТЬСЯ несов. страд. от намолачивать
НАМОЛОТ м; с.-х. 1. см. намолотить; намолот зерна ашлыҡ һуғып алыу 2. төшөм; намолот пшеницы бойҙайҙың төшөмө
НАМОЛОТИТЬ сов. что (бер ни тиклем) һуғыу, һуғып алыу (игенде); намолотить мешок пшеницы бер тоҡ бойҙай һуғып алыу
НАМОЛОТЬ сов. тарттырыу, тартыу, тарттырып алыу; намолоть мешок ржи бер тоҡ арыш тарттырып алыу
НАМОРАЖИВАТЬ несов. см. наморозить
НАМОРАЖИВАТЬСЯ несов. страд. от намораживать
НАМОРДНИК м морондоҡ, моронса; собака в наморднике морондоҡ кейҙерелгән эт
НАМОРИТЬ сов. 1. что, кого - чего ҡырып (үлтереп) бөтөрөү; наморить крыс ҡомаҡтарҙы ҡырып бөтөрөү 2. что, чего; спец. һыуҙа тотоу; наморить древесины үҙағасты һыуҙа тотоу
НАМОРОЗИТЬ сов. что, чего туңдырыу, туңдырып алыу; наморозить два куля пельменей ике ҡап билмән туңдырыу
НАМОРОЗИТЬСЯ сов.; разг. (бик) ныҡ өшөү (туңыу); наморозиться в холодную зимнюю ночь ҡышҡы һалҡын төндә бик ныҡ өшөү
НАМОРЩЕННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от наморщить; наморщенные брови йыйырылған ҡаштар 2. прил. йыйырсыҡлы, сирыҡ; наморщенные руки йыйырсыҡлы ҡулдар
НАМОРЩИВАТЬ несов. см. наморщить
НАМОРЩИТЬ сов. что йыйырыу, сирыштырыу; наморщить нос танау йыйырыу
НАМОРЩИТЬСЯ сов. 1. йыйырсыҡланыу, сирышыу; лоб наморщился маңлай йыйырсыҡланды 2. перен. (покрыться рябью) бө-ҙөрләнеү, быжырланыу, шаҙраланыу 3. сырай һытыу; наморщиться, показывая недовольство ризаһыҙлыҡ белдереп сырай һытыу
НАМОТАТЬ сов. что сырмау, (сырмап) урау, урап ҡуйыу; намотать нитки на катушку кәтүккә еп сырмау; намотать на ногу портянку аяҡҡа силғау урау
НАМОТАТЬСЯ I сов. сырмалыу, уралыу; нитки намотались на шпульку еп сүрегә сырмалған
НАМОТАТЬСЯ II сов.; прост. 1. (устать) арыу, арып бөтөү, хәлдән тайыу; намотаться от тяжелой работы ауыр эштән арып бөтөү 2. (вдоволь , долго побродить, поскитаться) арығансы (туйғансы) йөрөү, ил гиҙеү, ҡыҙырыу
НАМОТКА ж 1. см. намотать; намотка пряжи еп урау 2. разг. (моток) йомғаҡ, баҫма еп
НАМОТОЧНЫЙ, -ая, -ое сырмау ...ы, урау ...ы; намоточный барабан урау барабаны
НАМОЧИТЬ сов. что, чего еүешләү, сылатыу, һыулау, ебетеү, ебетеп ҡуйыу; намочить бельё кер ебетеп ҡуйыу
НАМОЧИТЬСЯ сов.; разг. еүешләнеү, сыланыу, һыуланыу, ебеү
НАМУДРИТЬ и НАМУДРСТВОВАТЬ сов.; разг. бутау, бутап бөтөрөү, артыҡ буталсыҡлыҡ индереү, ҡатмарландырып бөтөрөү, боҙоу; намудрить в своих делах үҙеңдең эштәреңә артыҡ буталсыҡлыҡ индереү
НАМУСОРИТЬ сов.; разг. ҡыйлау, сүпләү, ҡыйлап (сүпләп) бөтөү; намусорить на кухне кухняны ҡыйлау
НАМУТИТЬ сов. что 1. болғандырыу, болғандырып бөтөү, болғансыҡландырыу; намутить воду һыуҙы болғансыҡландырыу 2. кого - что и без доп.; перен., разг. ҡотортоу, бутау, тынысһыҙлыҡ тыуҙырыу; намутить голову баш бутау
НАМУЧИТЬ сов. кого - что; разг. яфалау, интектереү, яфалап (интектереп, ғазаплап, йөҙәтеп) бөтөрөү; намучила жара эҫелек интектереп бөтөрҙө
622