Русско-башкирский словарь, под редакцией З. Г. Ураксина, I том. Страница 623


Поиск по словарям

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

НАНЯТОЙ
НАМУЧИТЬСЯ сов.; разг. яфаланыу, интегеү, ғазапланыу, яфаланып (интегеп, ғазапланып, йөҙәп, арып) бөтөү; намучиться от бессонницы йоҡоһоҙлоҡтан яфаланып бөтөү; намучиться с чертежом чертеж һыҙып интегеп бөтөү
НАМЫВ м 1. см. намыть; намыв золота алтын йыуыу 2. геол. йыуылдыҡ, ярлау (һыу ағыҙып килтереп һалған яр)
НАМЫВАНИЕ с см. намывать; намывание песка ҡом йыуҙыртыу
НАМЫВАТЬ несов. см. намыть
НАМЫВАТЬСЯ несов. 1. см. намыться 2. страд. от намывать
НАМЫВНОЙ, -ая, -ое 1. һыу ағыҙып килтергән, йыуҙыртып өйҙөрөлгән; намывной песок һыу ағыҙып килтергән ҡом 2. йыуҙыртып ҡоролған (төҙөлгән, яһалған); намывное сооружение йыуҙыртып төҙөлгән ҡоролма
НАМЫКАТЬСЯ сов.; прост. күп ауырлыҡтар (ҡыйынлыҡтар) күреү, ҡайғы-хәсрәт кисереү, ғазап (ыҙа) сигеү, интегеү, интегеп бөтөү; намыкаться по свету илдән-илгә йөрөп интегеп бөтөү ♦ намыкаться горя прост. бик күп ҡайғы-хәсрәт күреү
НАМЫЛИВАТЬ несов. см. намылить
НАМЫЛИВАТЬСЯ несов. 1. см. намылиться 2. страд. от намыливать
НАМЫЛИТЬ сов. кого - что һабынлау, һабын һөртөү; намылить руки ҡулға һабын һөртөү; намылить воду һыуҙы һабынлау ♦ намылить голову (шею) кому; прост. бик ҡаты әрләү, шелтәләү, кәрәген биреү
НАМЫЛИТЬСЯ сов. һабынланыу, һабын һөртөнөү; намылиться с ног до головы баштан-аяҡ һабынланыу
НАМЫТЬ сов. 1. что, чего; разг. (вымыть) (бер ни тиклем) йыуыу, йыуып ҡуйыу; намыть много посуды бик күп һауыт-һаба йыуыу 2. что, чего йыуып килтереп өйөү; река намыла песку йылға йыуып килтереп ҡом өйгән 3. что йыуҙыртып ҡороу (төҙөү, яһау); намыть дамбу йыуҙыртып быуа төҙөү 4. что, чего (добыть) йыуыу, йыуып айырыу (табыу); намыть золото алтын йыуыу
НАМЯКАТЬ несов. см. намякнуть
НАМЯКНУТЬ сов.; разг. ебеп йомшарыу; сухари намякли шөкәрә ебеп йомшарған
НАМЯТЬ сов. 1. что, чего (разминая, приготовить ) иҙеү, иҙеп ҡуйыу; намять ведро глины бер биҙрә балсыҡ иҙеп ҡуйыу 2. разг. талҡыу, йомшартыу; намять лён етен талҡыу ♦ намять бока (шею) кому; прост. бик ныҡ туҡмап ташлау, ҡабырғаларын һанау
НАНАЙСКИЙ, -ая, -ое нанай ...ы; нанайский язык нанай теле
НАНАЙЦЫ мн. нанайҙар, нанай халҡы // ед. нанаец м нанай ир-аты; нанайка ж нанай ҡатын-ҡыҙы
НАНАШИВАТЬ несов. см. наносить I
НАНАШИВАТЬСЯ несов. страд. от нанашивать
НАНЕСТИ сов. 1. что, чего (принести) алып килеү, килтереү; нанести книг китап килтереү 2. что, чего безл. килтереп өйөү, (ҡар) һалыу (өйөү); ветром нанесло много снега ел бик күп ҡар һалған 3. кого - что безл.; разг. (натолкнуть , увлекая движением воды, ветром) ултырыу; лодку нанесло на мель кәмә һайға ултырҙы 4. что һөртөү, ҡаплау; нанести лак на картину рәсемгә лак һөртөү 5. что төшөрөү; нанести реку на планшет йылғаны планшетҡа төшөрөү 6. что, чего (снести — о птицах) йомортҡа һалыу; курица нанесла яиц тауыҡ күп йомортҡа һалған ♦ нанести обиду хәтер ҡалдырыу, үпкәләтеү; нанести поражение еңеү; нанести рану яралау; нанести удар һуғыу; нанести визит кому барыу, килеү, визит яһау
НАНИЗАТЬ сов. что, чего (епкә) теҙеү, теҙеп ҡуйыу; нанизать жемчуг на нить епкә ынйы теҙеү
НАНИЗЫВАТЬ несов. см. нанизать
НАНИЗЫВАТЬСЯ несов. страд. от нанизывать
НАНИМАТЕЛЬ м яллаусы
НАНИМАТЬ несов. см. нанять
НАНИМАТЬСЯ несов. 1. см. наняться 2. страд. от нанимать
НАНКА ж нанка (туҡыма)
НАНКОВЫЙ, -ая, -ое нанка, нанканан тегелгән; нанковый пиджак нанка пинжәк
НАНОВО нареч.; разг. яңынан, ҡайтанан; переписать наново яңынан күсереп яҙыу
нанОс м 1. см. нанести — наносить II;
2. өйөм; нанос снега ҡар өйөмө
НАНОСИТЬ I сов. что, чего ташып ҡуйыу, ташыу, килтереү (бер нисә ҡабат); наносить камней таш ташып ҡуйыу
НАНОСИТЬ II несов. см. нанести
НАНОСНЫЙ, -ая, -ое 1. ташылдыҡ; наносный песок ташылдыҡ ҡом 2. перен. тәбиғи булмаған, сит, осраҡлы, тышҡы; наносные мечты тәбиғи булмаған хыялдар
НАНСУК м нансук (туҡыма)
нАнсуковый, -ая, -ое нансук, нансуктан тегелгән; нансуковое производство нансук етештереү
НАНЮХАТЬСЯ сов.; разг. 1. (вдоволь понюхать ) туйғансы еҫкәү, еҫкәп туйыу; нанюхаться табаку тәмәке еҫкәп туйыу 2. (нюхая, дойти до болезненного состояния) иҫергәнсе еҫкәү, еҫкәп иҫереү, еҫкә иҫереү; нанюхаться спирту спирт еҫкәп иҫереү
НАНЯТОЙ, -ая, -ое разг. 1. түләп файҙаланылған, ялға алынған; нанятая квартира түләп файҙаланылған фатир 2. ялланма; нанятой работник ялланма эшсе
623