Русско-башкирский словарь, под редакцией З. Г. Ураксина, I том. Страница 733


Поиск по словарям

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

ОБТЯГИВАТЬ
ОБСУШИТЬ сов. кого-что киптереү, ҡоротоу, киптереп (ҡоротоп) алыу; обсушить одежду кейем-һалымды киптереп алыу
ОБСУШИТЬСЯ сов. кибенеү, кибенеп алыу, өҫ-башты киптереү; обсушиться у костра ут янында кибенеү
ОБСЧЁТ м см. обсчитать
ОБСЧИТАТЬ сов. кого алдап иҫәпләү, алдап кәм биреү, алдап биреп еткермәү; обсчитать покупателя һатып алыусыны алдап, кәм биреү; обсчитать в премии премияны алдап биреп еткермәү
ОБСЧИТАТЬСЯ сов. яңылыш иҫәпләү (һанау); обсчитались на большую сумму ҙур сумманы яңылыш иҫәпләгәндәр
ОБСЧИТЫВАТЬ несов. см. обсчитать
ОБСЧИТЫВАТЬСЯ несов. 1. см. обсчитаться 2. страд. от обсчитывать
ОБСЫПАТЬ сов. 1. кого-что; разг. һибеү, өҫтөнә һибеү, һибеп сығыу; обсыпать торт сахаром торт өҫтөнә шәкәр һибеү 2. что һырып алыу; воробьи обсыпали куст турғайҙар ҡыуаҡты һырып алған 3. что ҡаплау, ҡаплап алыу; звёзды обсыпали всё небо йондоҙҙар күк йөҙөн ҡаплап алған
ОБСЫПАТЬ несов. см. обсыпать
ОБСЫПАТЬСЯ сов.; разг. см. осыпаться
ОБСЫПАТЬСЯ несов. 1. см. обсыпаться 2. страд. от обсыпать
ОБСЫХАТЬ несов. см. обсохнуть
ОБТАИВАТЬ несов. см. обтаять
ОБТАЧАТЬ сов. что үтәләй (үтәнән-үтә) тегеү, үтәләй тегеп сығыу; обтачать заготовки сапог итек киҫәктәрен үтәләй тегеп сығыу
ОБТАЧИВАТЬ I несов. см. обтачать
ОБТАЧИВАТЬ II несов. см. обточить
ОБТАЯТЬ сов. (өҫтө, сите, ҡыры) иреп төшөү, иреү; льдина обтаяла боҙҙоң ҡыры ирегән; снег вокруг костра обтаял ут тирәһендәге ҡар ирегән; горы обтаяли тауҙағы ҡарҙар иреп бөткән; дорога обтаяла юлдағы ҡар ирегән
ОБТЕКАЕМЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от обтекать 2. прил. шыма, ҡытыршы булмаған; обтекаемая форма шыма форма 3. прил.; перен., разг., ирон. (уклончивый) икеле-микеле, асыҡ (тура) әйтелмәгән; обтекаемый ответ икеле-микеле яуап
ОБТЕКАТЬ несов. см. обтечь
ОБТЕРЕТЬ сов. что 1. һөртөү, һөртөп алыу, ҡоротоу, ҡорота биреү; обтереть косу травой салғыны үлән менән һөртөү; обтереть пыль туҙанды һөртөп алыу; обтереть слёзы күҙ йәшен һөртөү 2. (растереть с лечебной целью) ышҡыу; обтереть тело влажным полотенцем тәнде еүеш таҫтамал менән ышҡыу 3. (сгладить) шымартыу; вода обтёрла камень һыу ташты шымартҡан
ОБТЕРЕТЬСЯ сов. 1. һөртөнөү; обтереться полотенцем таҫтамалға һөртөнөү 2. разг. ыуыныу, ышҡыныу; обтереться спиртом спирт менән ыуыныу 3. разг. (обноситься) ышҡылып (өйкәлеп) туҙыу, таушалыу; рукава обтёрлись еңдәр ышҡылып туҙған; стул обтёрся ултырғыс ышҡылып туҙған
ОБТЕРПЕТЬСЯ сов .; разг. күнегеү, күнегеп китеү; понемногу обтерпеться әкренләп күнегеп китеү
ОБТЕСАТЬ сов. 1. что юныу; (бревно, камень ) шымартыу; (стены сруба изнутри) сутлау; обтесать палку ағас киҫәген юныу; обтесать бревно бүрәнәне сутлау; обтесать камень ташты шымартыу; обтесать стены в новом доме яңы өйҙөң стеналарын сутлау 2. кого; перен., прост. (сделать культурнее) шымартыу, аҡылға ултыртыу, ыҡҡа килтереү, әҙәпле итеү; обтесать упрямца кире кешене ыҡҡа килтереү
ОБТЕСАТЬСЯ сов.; прост. шымарыу, әҙәплерәк булып китеү; успеть обтесаться шымарып өлгөрөү
ОБТЁСЫВАТЬ несов. см. обтесать
ОБТЁСЫВАТЬСЯ несов. 1. см. обтесаться 2. страд. от обтёсывать
ОБТЕЧЬ сов. что и без доп. 1. тирәләй (уратып) ағыу; обтечь остров утрауҙы уратып ағыу 2. перен. ситләтеп (уратып) үтеү, урап уҙыу; война обтекла это село һуғыш был ауылды ситләтеп үтте
ОБТИРАНИЕ с 1. см. обтирать, обтираться 2. (лечебная процедура) тәнде һылау (ышҡыу, ыуыу)
ОБТИРАТЬ несов. см. обтереть
ОБТИРАТЬСЯ несов. 1. см. обтереться 2. страд. от обтирать
ОБТОЧИТЬ сов. что ҡырып (ҡырҙырып) алыу, (ҡырып) шымартыу (эшкәртеү) (станокта ); обточить деталь деталде ҡырып эшкәртеү; обточить поверхность өҫтөн (тирә-яғын) ҡырып шымартыу; волна обточила камень тулҡын ташты шымартҡан
обтОчка ж см. обточить; обточка валов валдарҙы ҡырып эшкәртеү
ОБТРЁПАННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от обтрепать 2. прил. ҡырылған, таушалған, өлтөрәгән; обтрёпанная шинель ҡырылған шинель; обтрёпанные брюки өлтөрәгән салбар
ОБТРЕПАТЬ сов. что өлтөрәтеү, ҡырыу, ҡырып (туҙҙырып, өлтөрәтеп) бөтөрөү; обтрепать рукава еңдәрҙе туҙҙырып бөтөрөү
ОБТРЕПАТЬСЯ сов. өлтөрәү, ҡырылыу, таушалыу, өлтөрәп (ҡырылып, таушалып) бөтөү; бахрома скатерти обтрепалась ашъяулыҡтың сәсәге өлтөрәп бөткән; подол обтрепался итәк осо ҡырылған
ОБТЯГИВАТЬ несов. см. обтянуть
733