Русско-башкирский словарь, под редакцией З. Г. Ураксина, I том. Страница 76


Поиск по словарям

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

БЕСКОНТРОЛЬНОСТЬ
бөткөһөҙ; время и пространство бесконечны ваҡыт һәм арауыҡ сикһеҙ 2. (продолжительный , очень длинный) бик оҙаҡ, бик оҙон, оҙайлы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ; бесконечная дорога бик оҙон юл; бесконечные разговоры бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйләшеүҙәр 3. (чрезвычайный по силе проявления) ҙур, оло, сикһеҙ; бесконечное удовольствие сикһеҙ ҡәнәғәтлек ♦ бесконечная дробь мат. сикһеҙ кәсер
БЕСКОНТРОЛЬНОСТЬ ж контролһеҙлек, контроль юҡлыҡ; бесконтрольность действия эштең контролһеҙлеге
БЕСКОНТРОЛЬНЫЙ, -ая, -ое контролһеҙ, тикшереүһеҙ; бесконтрольное расходование денег аҡсаның контролһеҙ тотолоуы
БЕСКОНФЛИКТНОСТЬ ж конфликтһыҙлыҡ, низағһыҙлыҡ, дәғүәһеҙлек
БЕСКОНФЛИКТНЫЙ, -ая, -ое конфликтһыҙ, дәғүәһеҙ; бесконфликтная ситуация конфликтһыҙ хәл
БЕСКОРМИЦА ж мал аҙығына ҡытлыҡ, мал аҙығы етмәү
БЕСКОРЫСТИЕ с эскерһеҙлек, тынғы-һыҙ-лыҡ
БЕСКОРЫСТНОСТЬ ж см. бескорыстный
БЕСКОРЫСТНЫЙ, -ая, -ое эскерһеҙ, тынғыһыҙ; бескорыстная помощь эскерһеҙ ярҙам
БЕСКОСТНЫЙ, -ая, -ое һөйәкһеҙ, ҡылсыҡһыҙ (балыҡҡа ҡарата )
БЕСКРАЙНИЙ, -яя, -ее и БЕСКРАЙНЫЙ, -ая, -ое сикһеҙ, икһеҙ-сикһеҙ, осһоҙ-ҡырыйһыҙ; бескрайний простор икһеҙ-сикһеҙ киңлек; бескрайнее море сикһеҙ диңгеҙ
БЕСКРАЙНОСТЬ ж сикһеҙлек, икһеҙ-сик-һеҙлек, осһоҙ-ҡырыйһыҙ булыу; бескрайность степей далаларҙың икһеҙ-сикһеҙлеге
БЕСКРИЗИСНЫЙ, -ая, -ое кризисһыҙ, тотороҡло; бескризисная экономика тотороҡло иҡтисад
БЕСКРОВНЫЙ I, -ая, -ое 1. ҡанһыҙ, аҙ ҡанлы, ағарынған; бескровное лицо ағарынған йөҙ 2. ҡан ҡойошһоҙ; бескровная победа ҡан ҡой-ошһоҙ еңеү
БЕСКРОВНЫЙ II, -ая, -ое уст. (не имеющий крова) йорт-ерһеҙ, йәшәр урынһыҙ, төлөкһөҙ, (баш осонда) ҡыйыҡһыҙ; бескровные люди йәшәр урынһыҙ кешеләр
БЕСКРЫЛЫЙ, -ая, -ое 1. ҡанатһыҙ; бескрылые насекомые ҡанатһыҙ бөжәктәр 2. перен. төшөнкө, моңһоу, ҡанатһыҙ; бескрылая мечта ҡанатһыҙ хыял; бескрылая песня моңһоу йыр
БЕСКУЛЬТУРЬЕ с; разг. культураһыҙлыҡ, мәҙәниәтһеҙлек; борьба с бескультурьем культураһыҙлыҡ менән көрәш; проявлять бескультурье культураһыҙлыҡ күрһәтеү
БЕСНОВАТЫЙ, -ая, -ое уст. енле, ен алыштырған; бесноватый человек енле кеше
БЕСНОВАТЬСЯ несов. см. беситься 2, 3
БЕСОВКА ж; прост., бран. (о злой, вздорной женщине) ен ботағы, албаҫты
БЕСОВСКИЙ, -ая, -ое ен ...ы, шайтан ...ы; бесовское наваждение шайтан ҡотҡоһо
БЕСПАЛУБНЫЙ, -ая, -ое палубаһыҙ, палубаһы булмаған; беспалубное судно палубаһыҙ судно
БЕСПАЛЫЙ, -ая, -ое бармаҡһыҙ, бармаҡтары өҙөлгән
БЕСПАМЯТНОСТЬ ж; уст. хәтер (иҫ) юҡлыҡ, хәтерһеҙлек, онотоусанлыҡ
БЕСПАМЯТНЫЙ, -ая, -ое хәтерһеҙ, иҫһеҙ, онотоусан, зиһенһеҙ; беспамятный человек хәтерһеҙ (онотоусан) кеше
БЕСПАМЯТСТВО с 1. (обморочное состояние ) һушһыҙ (иҫһеҙ) булыу, һуштан (иҫтән) яҙыу 2. уст. хәтер (иҫ) юҡлыҡ, хәтерһеҙлек, онотоусанлыҡ
БЕСПАРДОННОСТЬ ж; разг. оятһыҙлыҡ, әҙәпһеҙлек, тыйнаҡһыҙлыҡ; проявлять беспардонность әҙәпһеҙлек күрһәтеү
БЕСПАРДОННЫЙ, -ая, -ое разг. оятһыҙ, әҙәпһеҙ, тыйнаҡһыҙ, тартына белмәгән; беспардонный человек әҙәпһеҙ кеше
БЕСПАРТИЙНОСТЬ ж партияһыҙ булыу, партияһыҙлыҡ, фирҡәһеҙлек
БЕСПАСПОРТНЫЙ, -ая, -ое паспорты булмаған, паспортһыҙ; беспаспортный человек паспортһыҙ кеше
БЕСПЕРЕБОЙНОСТЬ ж туҡтауһыҙ, тотҡар-һыҙлыҡ, өҙлөкһөҙ булыу; бесперебойность связи бәйләнештең өҙлөкһөҙ булыуы; бесперебойность работы эштең тотҡарһыҙлығы
БЕСПЕРЕБОЙНЫЙ, -ая, -ое туҡтауһыҙ, тотҡарһыҙ, өҙлөкһөҙ; бесперебойная работа завода заводтың туҡтауһыҙ эшләүе
БЕСПЕРЕСАДОЧНЫЙ, -ая, -ое күсеп ултырмай торған, тура; беспересадочный маршрут тура маршрут
БЕСПЕРСПЕКТИВНОСТЬ ж перспектива (киләсәге) булмау, перспективаһыҙлыҡ; бесперспективность научных изысканий ғилми тикшеренеүҙәрҙең киләсәге булмау
БЕСПЕРСПЕКТИВНЫЙ, -ая, -ое перспективаһы булмаған, перспективаһыҙ, киләсәге өмөтһөҙ булған; бесперспективная работа перспективаһыҙ эш
БЕСПЕЧАЛЬНЫЙ, -ая, -ое ҡайғыһыҙ, борсолмаҫ, хәсрәтһеҙ; беспечальное детство ҡайғыһыҙ бала саҡ
БЕСПЕЧНОСТЬ ж ғәмһеҙлек, моңһоҙлоҡ, вайымһыҙлыҡ, хәстәрһеҙлек, ҡайғыһыҙлыҡ; детская беспечность балаларға хас вайымһыҙлыҡ
БЕСПЕЧНЫЙ, -ая, -ое ғәмһеҙ, моңһоҙ, вайымһыҙ, бошмаҫ; беспечный человек вайымһыҙ кеше; беспечная жизнь ғәмһеҙ тормош
БЕСПИЛОТНЫЙ, -ая, -ое пилотһыҙ; беспилотный космический корабль пилотһыҙ йыһан карабы
76