Русско-башкирский словарь, под редакцией З. Г. Ураксина, II том. Страница 650


Поиск по словарям

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том

ШТУДИРОВАТЬ
ШТУДИРОВАТЬ несов. кого-что ныҡлап (ентекләп) өйрәнеү (уҡыу); штудировать роль ролде ныҡлап өйрәнеү
ШТУКА ж 1. (отдельный предмет из числа однородных ) дана; (единица счёта скота, некоторых овощей) баш, бөртөк; штук пять яиц биш дана йомортҡа; по рублю за штуку данаһы бер һум 2. разг. (выходка, проделка) мутлыҡ, ҡыланыш, ҡылыҡ; быть способным на разные штуки төрлө мутлыҡтарға маһир булыу 3. разг. (хитрость, уловка) хәйлә, уйҙырма, хәл, күренеш, эш, нәмә; он ухитрился сделать такую штуку ул шундай нәмәне уйлап тапҡан 4. (о рулоне ткани) киҫәк, ос; штука полотна туҡыма киҫәге ♦ вот так штука! бына һиңә кәрәк булһа!; не штука в знач. сказ. ҡыйын түгел
ШТУКАТУР м штукатур, штукатурсы
ШТУКАТУРИТЬ несов. что и без. доп. штукатурлау, һылау; штукатурить дом өйҙө штукатурлау
ШТУКАТУРКА ж 1. см. штукатурить; штукатурка стен стеналарҙы штукатурлау 2. штукатурка; покрыть стену штукатуркой стенаны штукатурка менән ҡаплау ♦ сухая штукатурка ҡоро штукатурка
ШТУКАТУРНЫЙ, -ая, -ое штукатурлау ...ы; штукатурные работы штукатурлау эштәре; штукатурный раствор штукатурлау иҙмәһе
ШТУКОВАТЬ несов. что; спец. йөйөн белендермәй ямау (тегеү)
ШТУКОВКА ж; спец. 1. см. штуковать 2. ямалған (тегелгән) урын
ШТУРВАЛ м штурвал; стоять за штурвалом комбайна комбайн штурвалында тороу
ШТУРВАЛЬНЫЙ, -ая, -ое 1. штурвал ...ы, штурвал ярҙамында; штурвальная рубка штурвал рубкаһы; штурвальное управление штурвал ярҙамында идара итеү 2. в знач. сущ. штурвальный м штурвалсы, штурвалда тороусы
ШТУРМ м 1. (атака) штурм, ҡаты һөжүм; взять город штурмом ҡаланы штурм менән алыу; штурм горной вершины бейеклеккә ҡаты һөжүм 2. (овладение чем-л.) яулау, эйә булыу, еңеү; штурм космоса йыһанды яулау
ШТУРМАН м штурман; штурман дальнего плавания алыҫҡа йөҙөү штурманы
ШТУРМАНСКИЙ, -ая, -ое штурман(дар) ...ы; штурманская должность штурман вазифаһы
ШТУРМОВАТЬ несов. что 1. штурмлау, штурм яһау, һөжүм итеү; штурмовать крепость ҡәлғәне штурмлау 2. яулау, эйә булыу; штурмовать Север Төньяҡты яулау
ШТУРМОВИК м штурмовик (ерҙәге объекттарға һөжцм яһаусы хәрби самолёт)
ШТУРМОВОЙ, -ая, -ое штурм ...ы, штурм яһаусы; штурмовые дни штурм көндәре; штурмовые колонны штурм яһаусы колонналар; штурмовая авиация штурм авиацияһы
ШТУФ м; геол. штуф (минерал йәки мәғдән киҫәге )
ШТУЧНЫЙ, -ая, -ое ваҡлап (даналап, берәмләп) һатыу (һатыла торған); штучная продажа ваҡлап һатыу; штучный товар берәмләп һатыла торған тауар
ШТЫК м 1. штык; гранёный штык ҡырлы штыҡ; отряд в тысячу штыков бер мең штыктан торған отряд 2. спец. бер көрәк ҡалынлығы ер ♦ в штыки (идти, ходить и т.п.) штыкка штык барыу; встретить (принять и т.п.) в штыки кого-что ҡаршы тороу, ҡабул итмәү, килешмәү; как штык (прийти, явиться и т.п.) теп-теүәл, һис шикһеҙ (килеп етеү)
ШТЫКОВОЙ, -ая, -ое штык ...ы; штыковой бой штык һуғышы
ШУБА ж тун; крытая шуба тышланған тун; нагольная шуба ҡуйтыр тун; лисья шуба төлкө тун ♦ не шубу шить из чего шутл. бер нәмәгә лә кәрәге юҡ; шубы не сошьёшь из чего шутл. бер ниндәй файҙаһы ла булмаҫ, бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ
ШУГА ж (мелкий рыхлый лёд) сыйҙым, шыя шУлер м 1. (в карточной игре) шулер, хәйләләп уйнаусы 2. разг. (мошенник, обманщик) алдаҡсы
ШУЛЕРСКИЙ, -ая, -ое шулер(ҙар) ...ы; шулерская игра шулерҙар уйыны; шулерский приём шулер алымы
ШУЛЕРСТВО с 1. (нечестная игра в карты ) шулерлыҡ, хәйләләп уйнау 2. разг. (мошенничество ) алдаҡсылыҡ
ШУМ м 1. тауыш, шау, шау-шыу; шум ветра ел шауы; шум шагов аяҡ тауыштары; шум в зале смолк залда шау-шыу тынды 2. разг. (крик) тауыш, шау-шыу, ҡысҡырыш, дау 3. перен. (толки ) шау-шыу, тауыш; пьеса наделала много шума пьеса ҙур шау-шыу ҡуптарҙы 4. мед., физ. шау; шум в сердце йөрәктәге шау ♦ шум в голове баш шаулай; шум в ушах ҡолаҡ шаулай
ШУМЕРЫ мн. (ед. шумер м) шумерҙар, шумер халҡы (Тигр һәм Евфрат йылғаларының көньяҡ өлөшөндә йәшәгән мәҙәниәтле боронғо халыҡ; тәц башлап шына яҙыуы ҡулланғандар)
ШУМЕТЬ несов. 1. тауышланыу, шаулау; лес шумит урман шаулай; гости шумели ҡунаҡтар шауланы 2. (браниться) тауышланыу, шаулау, тауыш күтәреү, шау-шыу күтәреү, ҡысҡырышыу 3. перен., разг. (излишне много говорить) шаулау, күп һөйләү; шуметь о преобразовании школ мәктәптәрҙе үҙгәртеп ҡороу тураһында күп һөйләү; шуметь о новом романе яңы роман тураһында шаулау ♦ шумит в голове баш шаулай; шумит в ушах ҡолаҡ шаулай
ШУМИХА ж; разг., неодобр. ғауға, шау-шыу; поднять шумиху шау-шыу күтәреү
ШУМЛИВЫЙ, -ая, -ое 1. тауышлы, шаулап торған, шау-шыулы; шумливый самовар шаулап торған самауыр 2. (склонный шуметь) тауыш-
650