ЭНАҒАС
ЭНАҒАС и. диал. ҡар. энәлек. Энағас емешен йыйыу. Энағас емешен киптереу. Энағас япрағынан төнәтмә.
ЭНГӘК (энгәге) и. диал. ҡар. элгес 3. Энгәкте элеу. Ишек энгәген һындырып сығарыу.
ЭНДОГАМИЯ [гр. endon ‘эске’ + gamos ‘ғаилә ҡороу’] (Р.: эндогамия; И.: endogamy; T.: endogami) и. этн.
Үҙ ырыуы йәки үҙ ҡатламына ҡараған кеше менән генә өйләнешеү йолаһы. □ Эндогамия. Эндогамия куренеше.
ЭНДОГАМИЯЛЫ (Р.: эндогамический; И.: endogamous; T.: kapalı grup, toplum evliliği) с.
Эндогамияға бәйле. □ Эндогамический. Эндогамиялы ғаилә йолалары.
ЭНДОКРИНОЛОГ [рус ] (Р.: эндокринолог; И.: endocrinologist; T.: endokrino-log)w.
Эндокринология буйынса белгес. □ Эндокринолог. Һәләтле эндокринолог. Эндокринологҡа яҙылыу. Эндокринолог биргән дарыу реңебы. ■ Башҡортостандың уҙендә һәләтле эндокринологтар етешмәй, институтта эндокринология кафедраһы бар барлыҡҡа, әммә эндокринология ғилми-тикшеренеу институты йә лабораторияһы юҡ. Р. Камал.
ЭНДОКРИНОЛОГИЯ [гр. endokrinolo-giya ‘эске яҡтан бүленеп сығыуҙы, һарҡыуҙы өйрәнеүсе фән’] (Р.: эндокринология; И.: endocrinology; T.: endokrinoloji) и.
Эске секреция биҙҙәренең төҙөлөшөн һәм эшен тикшерә торған фән. □ Эндокринология. Эндокринология ҡаҙаныштары. Эндокринология фәненең бурыстары. Эндокринологиянан имтихан. Эндокринология булеге. Балалар эндокринологияһы. ■ Профессор Латыпов .. Өфөнән сығып китте, Томскиға барып медицина институтының дөйөм эндокринология кафедраһына мөдир булып эшкә урынлашты. Р. Камал.
ЭНДОСКОП (эндоскобы) [гр. endon ‘эсендә’ + skopeö ‘ҡарау’] (Р.: эндоскоп; И.: endoscope; T.: endoskop) и. мед.
Тән ҡыуышлыҡтарына индереп, уларҙы визуаль тикшереү өсөн ҡулланылған яҡтыртҡыс көпшәле прибор. □ Эндоскоп
(светопроводящий прибор, оборудованный волоконной оптикой, для визуального обследования внутренних органов человека). Медицина эндоскобы. Һығылмалы эндоскоп. Бер тапҡыр ҡулланыла торған эндоскоп.
ЭНДОСКОПИЯ [гр. endon ‘эске’ + skopeö ‘тикшереү, ҡарау’] (Р.: эндоскопия; И.: endoscopy; T.: endoskopi) и. мед.
Эндоскоп ярҙамында ауырыуҙың сирле органын ҡарау ысулы. □ Эндоскопия (способ осмотра некоторых внутренних органов при помощи эндоскопа). Эндоскопия ярҙамында диагноз ҡуйыу. Эндоскопия утеу. Эндо-скопияға йунәлтмә алыу. Эндоскопияның киң таралған төрө — цистоскопия. Эндоскопияның иң һуңғы һәм алдынғы төрө — лапароскопия.
ЭНДОТЕРМИК (Р.: эндотермический; И.: endothermic; T.: endotermik) с. хим.
Йылылыҡ үҙләштереүгә мөнәсәбәтле. □ Эндотермический. Эндотермик реакция. Металдарҙың эндотермик процесын куҙәтеу.
ЭНДӘТ (Р.: эпидемия; И.: epidemy; Т.: salgın) и. диал. ҡар. киҙеү.
Айырым биләмәлә бер үк осорҙа билдәле бер йоғошло ауырыуҙың таралыуы. □ Эпидемия, повальная болезнь. Эндәт таралыуы, һары эндәт. Ҡара эндәт. Тапма эндәте.
ЭНДӘШМӘК с. диал. ҡар. эндәшмәҫ. Эндәшмәк бала. Эндәшмәк холоҡло.
ЭНДӘШМӘҪ (Р.: скрытный; И.: secret; secretive; T.: içine kapanan) с. диал. ҡар. өндәшмәҫ.
1. Уй-ниәтен һиҙҙермәй, йәшерен эш итеүсән. □ Скрытный, тайный. Эндәшмәҫ кеше булып танылыу. Эндәшмәҫ килен булып сыҡты.
2. Һөйләшмәҫ, шым. □ Молчаливый. Эндәшмәҫ ҡатын. Эндәшмәҫ холоҡло. Эндәшмәҫ бала булып китте.
ЭНЕ (Р.: младший брат; И.: younger brother; T.: erkek kardeş) и.
1. Кесе ир туған, ҡусты. □ Младший брат, братишка. Бер туған эне. Ике энеһе бар. Энеһе апаһына оҡшаған. ■ Анохин, танау эҫтәрен ҡытыҡлап торған ошо таныш еҫте тойоп, кукрәген тултырып һулап ҡуйҙы ла энеһенә өндәште. Р. Байбулатов. Рәхмәтул
170