Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 171 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭНЕРГИЯ
ла ағайҙың бер туған энеһе Лотфулла килһә лә, ағаһы Хөснөтдин ни өсөндөр килмәне. М. Ғафури.
2. Бер йәки ике туған апай йә ағайҙың балаһы. □ Племянник. Энене етәкләп йөрөтөү. Энегә өндәшеү.
3. Йәшкә кесе булған ир (зат-ҡәрҙәш булмаған осраҡта өндәшкәндә әйтелә). □ Братишка (обращение к младшему по возрасту). Я [Әмирханов — Сәлихкә:] Ярҙамлаш, энем, нимә ҡарап тораһың. С. Агиш. Тәк, энем, Ҡотлоярҙар туйһыҙ, ҡасып-боҫоп бисә йәрәшмәй! Р. Камал. [Сәйфетдин:] Ҡара әле, Мансур энем, ҡасан йәшәгән ул Ли Бо? Ә. Хәкимов.
ЭНЕКӘШ и. ирк. ҡар. эне. Ике йәшкә бәләкәй энекәш. Ике туған энекәш. Ярҙамсыл энекәш. ■ [Туташ — бабайға:] Бына һиңә иптәшкә бер энекәш килтерҙем. Р. Байбулатов. Бүреһуҡҡан энекәш, атын туғарып, юшатырға ҡуйҙы. Г. Яҡупова.
ЭНЕРГЕТИК I (энергетигы) [рус ] (Р.: энергетик; И.: power engineering specialist; T.: enerji bilimi uzmanı) u.
Энергетика буйынса белгес, энергетика сәнәғәтендәге эшсе. □ Энергетик. Ойошманың энергетигы. Энергетиктың ярҙамсыһы. Баш энергетик. Энергетик булыу. ■ Маҡтаулы энергетик бер-бер артлы рационализаторлыҡ тәҡдимдәре лә индерә башлағас, цех кешеләренең күңеле тағы ла күтәрелә төштө. Ә. Байрамов.
ЭНЕРГЕТИК II (Р.: энергетический; И.: energy, power; T.: enerji) с.
Энергияға, энергетикаға мөнәсәбәтле; энергия алыуға һәм файҙаланыуға бәйле. □ Энергетический. Энергетик ресурс. Энергетик реактор. Энергетик ҡорамал. Энергетик яғыулыҡ. Энергетик система. ■ Заводтың баш механик, баш энергетик бүлектәре менән берлектә цех кешеләренең ҡатнаш эш планы булдырылды. Ә. Байрамов.
ЭНЕРГЕТИКА I [рус.] (Р.: энергетика; И.: energetics; T.: enerji endüstrisi) и.
Халыҡ хужалығының һәм техниканың төрлө энергия эшләп сығарыу, уны тапшырыу, файҙаланыу эштәре менән шөғөлләнгән тармағы. □ Энергетика. / Энергетический.
Я Тәбиғәтте һаҡлау, энергетика хәжәттәре һәм медицина торошо тиҙ ваҡытта беҙҙән ҙур .. сығымдар талап итәсәк. М. Ғил-ванов. Ҡөҙгө айҙарҙың береһендә инженер Присс Өфөгә энергетика кәңәшмәһенә китте. А. Карнай.
ЭНЕРГЕТИКА II (Р.: энергетика; И.: emanation of biological energy; T.: enerji) и.
Организмдың йәшәү эшмәкәрлеге барышында төрлө энергияны (электромагнит, биоток, йылылыҡ тулҡындарын) сағылдырыу йә ҡабул итеү үҙенсәлеге. □ Энергетика. Көслө энергетика. Насар энергетика. Я Кешеләр тыуғанда уҡ айырым энергетика менән тыуа тигәнде ишеткәнебәҙ бар, әммә тыуған ерҙең үҙенең айырым ҡеүәте була. Л. Абдуллина. «Башҡортостан», 23 март 2018. Шаһиҙә ошо ерҙең энергетикаһы менән һуғарылған, шуға күрә йылан уға ғына асыла ала. Г. Ғиззәтуллина.
ЭНЕРГИЯ [гр. energeia ‘эшмәкәрлек’] (Р.: энергия; И.: energy, power; T.: enerji) и.
1. физ. Материяның төп үҙенсәлектәренең береһе: уның төрлө физик процестарҙа (йылылыҡ, яҡтылыҡ, электр, ядро тарҡалышы, гравитация һ. б.) сағылған хәрәкәтенең дөйөм дәүмәле. □ Энергия. Гравитацион энергия. Кинетик энергия. Потенциаль энергия. Йылылыҡ энергияһы. Энергия тураһында тәғлимәт.
2. Есем һәм матдәнең эш башҡарыу йәки эш башҡарған көскә сығанаҡ булыу һәләте. □ Энергия. Ҡояш энергияһы, һыу энергияһы. Атом энергияһы. Энергияны сарыф итеү. ■ Электр энергияһынан бөтмәҫ көс алып, ҡорос рельстарҙан поездар саба. Ә. Байрамов. Электр энергияһы менән тәьмин ителеү өсөн гараждың үҙ рубильнигы бар. И. Абдуллин.
3. Маҡсатҡа йүнәлтелгән эшкә, хеҙмәткә булған көс. □ Энергия. Кире энергия. Ыңғай энергия. Энергияһы ташып тороу. Йәшлек энергияһы. Энергия күп булыу. Энергия түгеү. Я [Кашапов] үҙен үҙе тотошо, тышҡы күренеше, бөтә энергияһы менән бик игелекле, яҡшы күңелле кешегә оҡшап тора. С. По-варисов. Фёдор Иванович Гәүһәр Мозафаров-наның дәртенә, энергияһына һоҡланып туя алманы. И. Абдуллин.
171