ЭНЕРГИЯЛЫ
ЭНЕРГИЯЛЫ (Р.: энергичный; И.: arduous, energetic; T.: enerjik) с.
Эшкә теремек, дәртле. □ Энергичный. Дәртле энергиялы. Энергиялы кеше булыу. М Бигерәк тә уның [Сәрбиямалдың] ташып барған энергиялы сәләмәт төҫө, көр бойороҡло тауышы, етеҙ, баҙыҡ хәрәкәте оҡшаны уға [Байгилдегә]. 3. Биишева.
ЭНЕС (Р.: подкладка; И.: lining, backing; T.: astar) и. диал. ҡар. инес.
Күлдәктең күкрәге менән яурыны тәңгәленә эстән һалынған ҡат. □ Подкладка, подоплёка (у рубахи и платья). Күлдәккә энес һалыу.
ЭНЕСӘ БАРМАҠ (бармағы) (Р.: мизинец; И.: little finder, little toe; T.: serçeparmak) и. диал. ҡар. сәтәкәй.
Ҡул-аяҡтың ситтәге иң бәләкәй бармағы; сәтәкәй. □ Мизинец. Энесә бармаҡтағы балдаҡ. Уң аяҡтың энесә бармағын ауырттырыу.
ЭНЖЕ и. диал.
1. ҡар. ынйы. Энже кеүек тештәр.
2. Перламутрҙан эшләнгән ваҡ һиҙәп. □ Мелкая перламутровая пуговица. Энже тағыу. Күлдәк энжеләре. Өҫкө энжеләрен ыскындырған.
ЭНЖЕҮЛӘН I (Р.: алтей; И.: hollyhock, althaea; Ambrette seed; T.: hatmi) и. диал. ҡар. һиҙәп үлән.
Мальва һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәрхәт тоҡло, эре алһыу сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек. □ Алтей (лат. Althaea). Энжеүлән ҡайнатып эсеү. Энжеүлән йыйыу.
ЭНЖЕҮЛӘН II и. диал. ҡар. ынйы сәскә. Энжеүлән еҫе таралды. Энжеүлән сәскәһе.
ЭНКЛИТИКА [гр. enklitikos ‘артҡа бөгөлөүсе’] (Р.: энклитика; И.: encliticism; Т.: enklitik) и. лингв.
Айырым баҫым менән әйтелгән һүҙҙән һуң торған баҫымһыҙ һүҙ. □ Энклитика (разновидность клитики: безударное слово). Телмәрҙәге энклитика күренеше. Башҡорт телендә ярҙамсы һүҙҙәр энклитикаға бирелеүсән.
ЭННӘТ (Р.: больной; И.: aching, hurting; T.: hasta) с. диал. ҡар. ауырыу.
Организмдың ғәҙәти эшмәкәрлеге боҙолған; һау түгел. □ Больной, нездоровый. Эннәт кешегә әйләнеү. Эннәт бала. Эннәт ҡарт. Эннәт мал.
ЭНТОМОЛОГ [рус.] (Р.: энтомолог; И.: entomologist; T.: entomolojist) и.
Энтомология буйынса белгес. □ Энтомолог. Энтомологтың доклады. Энтомологтың тикшеренеү һөҙөмтәләре. Бөжәктәрҙе өйрәнеүсене энтомолог тип атайҙар.
ЭНТОМОЛОГИЯ [гр. entomos ‘бөжәк’ + logos ‘фән’] (Р.: энтомология; И.: entomology; T.: entomoloji, böcekbilim) и. биол.
Зоологияның бөжәктәрҙе өйрәнә торған бүлеге. □ Энтомология. Энтомологияның өйрәнеү предметы. Энтомология фәне. Энтомология бүлектәре.
ЭНТУЗИАЗМ [гр. enthusiasmos ‘дәрт’] (Р.: энтузиазм; И.: ardor, passion, enthusiasm; T.: coşku, coşkunluk) u.
Рух күтәренкелеге, илһам, дәрт. □ Энтузиазм. Энтузиазм менән эшләү. Энтузиазм менән һуғарылған. М Бер энтузиазм менән рухланып ҡына һөжүмгә ташланған атлылар артығын булдыра алмай, оборонаға күсә. Р. Өмөтбаев.
ЭНТУЗИАСТ [рус.] (Р.: энтузиаст; И.: enthusiast; T.: çoşkun kimse) и.
Дәртләнеп, энтузиазм менән эш иткән кеше. □ Энтузиаст. Энтузиаст булыу. Үҙ эшенең энтузиасы. Үтә мөкиббәнлек энтузиасҡа ғына хас. М Яңы тормош аша үҙен яҡты киләсәккә юл һалыусы итеп тойған энтузиаст ине Даниил Борзунов. А. Мағазов.
ЭНТӘҮЛЕ р. диал. ҡар. элек 2. Энтәүле ултырып тороу. Энтәүле әйткән һүҙ.
ЭНЦЕФАЛИТ [гр. enkephalos ‘мейе’] (Р.: энцефалит; И.: encephalitis; T.: ansefalit) и. мед.
Йоғошло микроорганизмдарҙың баш мейеһенә үтеп инеп, уның шешеүенә килтергән ауырыу. □ Энцефалит. Йоғошло энцефалит. Энцефалит эпидемияһы. Талпан энцефалиты.
ЭНЦИКЛОПЕДИК (Р: энциклопедический; И.: encyclopedic; T.: ansiklopedik) с.
1. Энциклопедия рәүешендәге, энциклопедия булып һаналған. □ Энциклопеди-
172