Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 173 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

энә
ческий. Энциклопедик һүҙлек. Энциклопедик йыйынтыҡ. ■ Уның [Андрей Волконский-ҙың] абстракт сәнғәт буйынса ғәйәт бай энциклопедик һүҙлектәре бар ине. Г. Ғиззәтуллина.
2. Фәндең төрлө әлкәләренән белешмәһе булған, күп яҡлы. □ Энциклопедический. Энциклопедик мәғлүмәтле кеше. ■ «Ядкәр» китабының йөкмәткеһе уныц авторы М. Өмөтбаевтың энциклопедик белемгә эйә икәнлеген күрһәтә. 3. Шәрҡи.
ЭНЦИКЛОПЕДИСТ [рус ] (Р.: энциклопедист; И.: encyclopedist; T.: ansiklopedik bilgisi olan kimse) и.
Энциклопедик белемгә эйә кеше; киң белемле кеше. □ Энциклопедист. ■ Проблеманы өйрәнеүгә иц ҙур өлөш индереүселәрҙән энциклопедист, яҙыусы, драматург һәм мәғрифәтсе, СССР-ҙыц Үҙәкдиниә назараты мөфтөйө Ризаитдин Фәхретдиновты атарға кәрәк. «Ағиҙел», № 1, 2011.
ЭНЦИКЛОПЕДИЯ [гр. encyclopaeda ‘белем’] (Р.: энциклопедия; И.: book of reference; encyclopedia; T.: ansiklopedi) и.
1. Фәндең бөтә әлкәһе йәки айырым бер әлкәһе буйынса тулы мәғлүмәт биргән һүҙлек рәүешендәге ғилми әсбап. □ Энциклопедия. Медицина энциклопедияһы. Әҙәбиәт энциклопедияһы. Я Сәмләнгән Рөстәм, йүгереп барып, шкафтағы энциклопедия томдарын аҡтарырға кереште. М. Садиҡова.
2. күсм. Берәй мәсьәлә буйынса төшөнсә, мәғлүмәттәр йыйылмаһы. □ Энциклопедия.
■ «Урал батыр»ҙы башҡорттоц әлмисаҡтан яҙылған энциклопедияһы, милләтте-беҙҙец хәтернамәһе, әхлаҡ кодексы тип тә икеләнмәй ололарға мөмкин. Р. Бикбаев. [Крашенинниковтың] әҫәрҙәрен Башҡортостандыңреволюцияға тиклемге тормошоноң художестволы энциклопедияһы тип атарға мөмкин булыр ине. «Ағиҙел», 1968, № 4.
ЭНӘ (Р.: иголка; И.: needle; T.: iğne) и.
1. Үткер осло, бер башы күҙәүле тегенеү ҡоралы. □ Игла, иголка. Машина энәһе. Кейеҙ энәһе. Энә менән сәнсеү. Энә һабаҡлау.
■ Гөлсирә апайҙың .. әле ебе өҙөлдө, әле энәһе һынды. Р. Ғабдрахманов. Ҡулына энәһенме, беҙенме сәнскән бабай ҡапыл тертләне.
Һ. Дәүләтшина. Энә һорап та, еп һорап та, төймә һорап та килеүселәр бар. С. Поварисов. • Энә үткән ерҙән еп үтә. Мәҡәл. Дөйә урлаған да - бур, энә урлаған да - бур. Әйтем.
2. Бәйләү, үреү өсөн ҡулланылған нәҙек ҡорал. □ Спица (вязальная), крючок. Ойоҡбаш бәйләү энәһе. Шәл энәһе. Ау энәһе. Селтәр энәһе. ■ [Рамаҙандың әсәһе].. әүәлгесә, көмөш энәләрен уйнатып, ойоҡ бәйләй. Р. Низамов. [Дәриғә] энәләрен һурып алғас та, дебетен һыуланы, кирҙе. Р. Камал.
3. Төрлө дәүмәлдәге һәм рәүештәге үткер осло тимер ҡоралдарҙың дөйөм исеме. □ Иголка. Патефон энәһе. Укол энәһе. ■ Энәһенә шыйыҡса тултырып маташҡан сестраның осҡонло күҙҙәре Абдрахмандың ҡарашы менән осрашты. Р. Өмөтбаев.
4. зоол. Ҡайһы бер йәнлектәрҙең сәнскәк ҡаты йөнө. □ Иголка (у животных). Терпе энәһе. Дикобраз энәһе. Энәне тырпайтыу.
5. һөйл. Балыҡ ҡанатындағы һөйәк һымаҡ осло үҫенте; сәнске. □ Иголка (у рыб). Алабуға энәһе. Суртан энәһе.
6. бот. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙәге үткер осло үҫенте; сәнске. □ Иголка (у растений), хвоя, колючка, шип. Гөлйемеш энәһе. Рауза гөлө энәһе. Кактус энәһе. Алоэ энәһе. Шайтан таяғы энәһе. Билсән энәһе. ■ Селек энәләре ара-тирә салбарға ҡаҙалып ала. Р. Ғабдрахманов. [Хәмзәнең] башындағы сәстәре, шайтан таяғының энәләре кеүек тырпайышып, туҙынған. Яр. Вәлиев.
7. ҡар. ылыҫ. Шыршы энәһе. Н Фәтихов ҡарағай энәләрен өҙөп алып ҡапты, сәйнәне — ауыҙҙағы тәмһеҙ тәм юҡ булғандай тойолдо, аҙ ғына хәл кергәндәй итте. И. Абдуллин. һыуыҡтар башланыуға был тирәләге бер ағастың да япрағы ҡалмай, хатта ҡарағас та энәһен ҡойоп өлгөрә. Й. Мостафин.
8. күсм. Яҡтылыҡ, нур сәселеүе, таралыуы йәки башҡа һауа торошо менән бәйле күренештәр. □ Иголка (луч светила или света). М Көн бөтөнләй кисләгән, ҡояш нурҙары көмөш энәләре менән ағас баштарын тарай, урман эсенә эңер һалҡынлығы йүгерә башлаған. Н. Мусин. Кояш һаман юғарыраҡ
173