ЭНӘБУР
ку тәрелә, арҡаларға ҡыҙҙырылған энәләрен рәхимһеҙ сәнселдерә. Й. Солтанов. Ел ыжғыра, кейемдәремде өҙгәләй, биткә мең энә булып ҡаҙала. Ә. Бикчәнтәев.
9. миф. Ҡара көстәрҙе ҡыуыусы, боҙом ҡайтарыусы предмет. □ Иголка (мифологизированный предмет, имеющий отгонную силу). ■ Үлгән кеше төшкә кереп йонсотһа, яңы энәне, ишек менән һындырып, утҡа яғалар. «Башҡорт мифологияһы»нан. Сихырсы улһә, уксәһенә энә ҡаҙайҙар. «Башҡорт мифологияһы » нан.
10. Сағыусы бөжәктәрҙең ҡаяуы, ҡаҙау. □ Жало. Ҡорт энәһе. Энәһен алыу. •һағыҙаҡ улһә лә, энәһе улмәй. Әйтем.
11. диал. Иммәһен өсөн быҙауҙың, тешләмәһен өсөн эт йәки башҡа йыртҡыс йәнлектең моронона кейҙерә торған сәнскеле ҡулайлама; һергә, морондоҡ. □ Намордник. Быҙауға энә кейҙереу. Моронона энә кейҙереп ҡуйыу.
♦ Күҙгә энә менән төртһәң дә, күренмәҫ {йәки күрмәҫ) бик ныҡ ҡараңғы. □ Очень темно. К Төнгө юлаусыны оҙатҡас та тынысланманы хажи. Мулла яйын белә, эт-ҡош куҙенә салынмаҫҡа тырышҡан. Куҙеңә энә менән төртһәң дә, курмәҫ бер төндө һайлаған. Р. Камал. Энә буйы ер бик ҡыҫҡа арауыҡ йә оҙонлоҡ. □ Небольшое расстояние. ■ Әкиәттәгесә, көн киттек, төн киттек, энә буйы ер киттек, тигәндәй, аңына килгәс, Мәхмут шыуыша башлай. С. Пова-рисов. Энә йотҡан эт кеүек {йәки һымаҡ, хәлендә) 1) бик мөшкөл булыу, ҡыйын хәлдә ҡалыу. □ Попасть в трудную ситуацию. ■ Директор энә йотҡан эт хәлендә ине. Р. Камал. [Мәймунә — иренә:] Ҡарама куҙемә, энә йотҡан эт һымаҡ. Т. Сәғитов; 2) үтә ябыҡ. □ Очень худой, тощий. Энә йотҡан эт кеуек тороп ҡалған. Энәләй нәмәне {йәки төймәләйҙе) дөйәләй итеү ҙур итеп һөйләү, ҙур әһәмиәт биреү. □ соотв. Делать из мухи слона. Энәләй нәмәне дөйәләй итеп курергә ярата. Энә күҙеләй {йәки энә күҙендәй) ҡар. энә осондай. ■ Һибәләп кенә энә куҙеләй ваҡ ямғыр яуа башланы. В. Исхаҡов. [Баныу — Миңлейыһан-гирға:] Исемең «миңле» булһа ла, йөҙөңдә энә
куҙендәй ҙә миң юҡ. И. Аҡъюлов. Энә күҙе {йәки күҙәүе) аша үткәреү {йәки уҙҙырыу) иғтибар менән ҡарап тикшереү. □ Тщательно проверять, букв. Продеть, пропустить через ушко иглы. ■ Айҙар .. фронтҡа табан өҙлөкһөҙ ағылыусы ылаусыларҙы энә куҙә-уенән уҙҙырырға кереште. Ф. Иҫәнғолов. Энә менән ҡойо {йәки ҡоҙоҡ) ҡаҙыу үтә ҡыйын, ауыр эш тураһында һөйләгәндә сағыштырып әйтелә. □ Выполнять неимоверно трудоёмкую работу, доел. Иголкой рыть колодец. ■ Билдәле, ҡул менән кулдәк тегеуҙең ауырлығы — энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу кеуек. С. Поварисов. Энә менән тире тунау үтә ныҡ ыҙалатыу, ғазаплау. □ Мучить. ■ [Нәғимә — фронтовик ҡыҙға:] Һин Гитлер-ҙы тоторға тырыш, һеңлем, тотҡас, мине саҡыр, һәй, кәрәген бирермен, энә менән тиреһен тунармын. С. Поварисов. Энә осондай бик бәләкәй, саҡ ҡына, ваҡ ҡына. □ Очень маленький. Энә осондай ҙа ғәйебем юҡ. Энә осондай ҡар бөртөктәре. Энә өҫтөндәгеләй {йәки кеүек) ауырлыҡ менән, ҡыйын итеп. □ Как на иголке. К Алты ай буйы Хәмиҙә ҡарсыҡ туҙынды, ауыҙында төкөрөк торманы, Баныу бикә энә өҫтөндәгеләй йәшәне. Р. Камал. Энә төртөр урын юҡ үтә тығыҙ, ҡыҫтау тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Иголку некуда воткнуть, яблоку негде упасть. В Төндә бөтә эшселәр бергә йыйылғас, энә төртөрлөк тә урын ҡалмай. X. Мохтар. Энәһенән ебенә тиклем {йәки саҡлы) бөтә ваҡлыҡтарына тиклем төпсөп, ентекләп. □ Досконально, подробно, доел. С иголки до нитки. Энәһенән ебенә тиклем һорашыу. ■ Вахит беренсе йылдарҙа был хаттарҙың һис бер һуҙен ҡалдырмай, энәһенән ебенә саҡлы уҡып сығып .. әҫәрләнә торған була башланы. М. Ғафури. Мин барыһын да нисек булған, шулай энәһенән ебенә тиклем һөйләп бирҙем. М. Ғиләжев.
ЭНӘБУР и. диал. ҡар. энәғараҡ. Энә-бурҙар парланышып оса. Ҡул буйы тулы энәбур.
ЭНӘ БУРЫ и. диал. ҡар. энәғараҡ. Энә бурының сырлап осоуы. Энә бурын куҙәтеу.
ЭНӘҒАРАҠ (энәғарағы) (Р.: стрекоза; И.: dragonfly; T.: kızböceği) и. зоол.
174