ЭНӘНӘН-ЕПТӘН
Нәҙек оҙон кәүҙәле, фырылдап торған дүрт йылтыр ҡанатлы эре бөжәк; безгәләк.
□ Стрекоза (лат. Odonata). ■ Төбө куренеп ятҡан таҙа ятыу өҫтөндә энәғараҡтар, ҡубәләктәр ҡыуышып оса. Р. Вәлиев.
ЭНӘДЕ и. диал. ҡар. энәлек I. Энәде емеше. Энәде сәскәһе. Тайбатҡан итәгендәге энәде быйыл уңған.
ЭНӘҒАС и. диал. ҡар. энәлек 1. Энәғас емеше йыйыу. Энәғас ҡыуағы. Энәғас араһы. Энәғас емеше ҡиптереу.
ЭНӘ-ЕП (Р.: иголка с ниткой; И.: thread and needle; T.: iğne ve iplik) и. йыйн.
Тегенеү өсөн кәрәк-яраҡ; энә һәм еп. □ Иголка с ниткой. Я Шәм филтәһе, тегенергә энә-еп, һөт айырғысҡа бер-ике шөрөп, арыу сәй-маҙар кәрәк ине уларға [Сәлмән менән Вәлимәгә]. С. Шәрипов.
ЭНӘЖЕҮ (энәже-) (Р.: голодать; И.: starve; be hungry; T.: acıkmak) ҡ. диал.
1. Аслыҡ кисереү, ас хәлдә йәшәү. □ Голодать. Энәжеп йөрөу. Мосафир энәжегән.
2. Кәүҙә төҙөлөшө нескәреү; ябығыу. □ Худеть. Юл ғазабынан энәжегән.
ЭНӘ КҮҘЕ (Р.: ушко иглы; И.: needle’s eye; T.: iğne deliği) и.
Тегеү энәһенең еп үткәрә торған тишеге.
□ Ушко иглы. Энә куҙенә еп куҙләу. Энә куҙен курмәу. Я Һибәт — йәйләуҙә иң һәйбәт уҡсы. Бер нисә аҙымдан тороп атһа, уғы энә куҙен яра. Р. Камал.
ЭНӘ КҮҘӘҮЕ и. диал. ҡар. энә күҙе. Энә куҙәуен һындырыу. Киң энә куҙәуе. Я Тәҙрәнең ҡайһы бер замаскаланмаған ярыҡтарынан өй эсенә энә куҙәуе кеуек ваҡ ҡына тамсылар сәсрәп китәләр. С. Агиш.
ЭНӘ ҠАҘАУ (энә ҡаҙа-) (Р.: иглоукалывание; И.: akupunkture; T.: akupunktur) ҡ.
1. мед. Махсус тәғәйенләнешле энәләр ҡаҙап дауалау. □ Иглоукалывание. Энә ҡаҙап дауалау. Организм өсөн энә ҡаҙауҙың ыңғай һәм кире яҡтары. Энә ҡаҙау терапияһы.
2. миф. Боҙом эшләп, энә ҡаҙап китеү. □ Втыкание иголки с целью порчи (название магического действия). Энә ҡаҙау менән булышыу. Я Боҙом эшләуселәр тупраҡ һибәләр, ишеккә энә ҡаҙайҙар. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ЭНӘЛЕ (Р.: с иголкой; И.: having a needle; T.: iğneli) с.
Энәһе булған. □ С иголкой, с иголками. Я [Хәлисә инәй:] Терпе лә энәле булмаҫ ине, айыу кеуек көслө булһа. Г. Яҡупова. Мин терпе — энәле йомғаҡ. Ф. Рәхимғолова.
ЭНӘЛЕ БАЛСЫҠ (балсығы) (Р.: глина с примесью песка; И.: clay; sandy ground; T: kil ile karışık kum) и. диал.
Ҡом ҡатыш балсыҡ. □ Глина с примесью песка, песчаный грунт. Энәле балсыҡ ҡушып баҫыу. Цементҡа энәле балсыҡ ҡушыу.
ЭНӘЛЕК I (энәлеге) (Р.: боярышник; И.: hawthorn; T.: akdiken) и. бот.
1. Ҡыҙыл йәки һары емешле, эре энәле ҡыуаҡ ағас; дунала. □ Боярышник (лат. Crataegus). Сәнскәкле энәлек. Декоратив энәлек. Я Ике йылға аралығында — бейек тирәктәр, муйыл, ерек ағастары, бөрлөгән, энәлек, ҡурай еләге, әлморон ҡыуаҡлыҡтары. Ауыл көтөуе лә ошонда сыға. Ә. Әминев.
2. Шул ағастың емеше. □ Плоды боярышника. Энәлек һөйәге. Энәлек сиробы. Энәлек йыйыу. Энәлек ҡайнатып эсеу.
3. миф. Ҡара көстәрҙе, боҙомдо ҡайтарыусы энәле ҡыуаҡ. □ Боярышник (мифологизированное растение). Энәлек ботағы менән имләу. Энәлек ботағын ишек башына ҡыҫтырыу.
ЭНӘЛЕК II (энәлеге) (Р.: брошка; И.: pin, brooch; T.: broş) и. диал.
Ҡатын-ҡыҙҙың түшкә ҡаҙай торған биҙәүесе. □ Брошка. Энәлек тағыу. Ҡош һынындағы энәлек. Алтын энәлек.
ЭНӘЛЕК III (энәлеге) (Р.: игольница; И.: aiguillier; T.: iğnelik) и. диал.
Энәләр ҡуя торған урын йә энә мендәре. □ Игольница, подушка для иголок. Энәлеккә энәне ҡаҙап ҡуйыу. Энәлек тегеу. Энәлектәге энә юғалған.
ЭНӘНӘН-ЕПТӘН (Р.: совершенно новый; И.: brand-new; spic-span; T.: yepyeni) с.
Бер ҙә кейелмәгән; өр-яңы. □ Совершенно новый, с иголочки. Я [Сәхип:] Энәнән-ептән сыҡҡан кейемдәр менән сын яһау итеп, бөтәйтеп ҡайтарғандар улымды.
С. Агиш.
175