Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 178 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭПИДЕМИК
ЭПИДЕМИК (Р.: эпидемический; И.: epidemical; T.: epidemik, salgın) с.
Эпидемияға мөнәсәбәтле; йоғошло. □ Эпидемический. Эпидемик ауырыу. Эпидемик паротит. Эпидемик сирҙәргә ҡаршы прививкалар эшләтеу. М Ҡытайҙа упкә чумаһы ауырыуы таралыу менән бәйле эпидемик хәл килеп тыуған. «Киске Өфө», № 33, 2009.
ЭПИДЕМИОЛОГ (Р.: эпидемиолог; И.: epidemiologist; T.: epidemiyolog) и. мед.
Эпидемиология буйынса белгес. □ Эпидемиолог. Эпидемиолог иҫкәртмәһе. ■ Грипҡа ҡаршы Рәсәйҙә етештерелгән вакциналар сит илдекенән һис ҡалышмай, тип иҫәпләй эпидемиологтар. «Ашҡаҙар», № 81, 2013. [Нурия — Рамаҙанға:] Эпидемиолог менән хәбәрсенең тыныс минуттары бармы икән? Р. Низамов.
ЭПИДЕМИОЛОГИЯ [гр. epi ‘өҫкө’ + demos ‘халыҡ’ + logos ‘фән’] (Р.: эпидемиология; И.: epidemiology; T.: epidemioloji) и. мед.
Медицинаның йоғошло сирҙәрҙең килеп сығыу, таралыу сәбәптәрен һәм уға ҡаршы көрәш юлдарын өйрәнгән бүлеге. □ Эпидемиология. / Эпидемиологический. Эпидемиология уҙәге. Молекуляр диагностика һәм эпидемиология булеге. R Талпан ҡаҙалғанда өфөлөләр БР Гигиена һәм эпидемиология уҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. «Киске Өфө», № 20, 2010. Гимназиябыҙҙың ашханаһы санитария һәм эпидемиология ҡағиҙәләренә ярашлы эшләй. «Ашҡаҙар», № 47, 2009.
ЭПИДЕМИЯ [гр. < лат. ер1йёгта ‘бөтә халыҡҡа таралыусан’] (Р.: эпидемия; И.: epidemic; T.: salgın, epidemi) и. мед.
Йоғошло ауырыуҙың киң таралышы. □ Эпидемия. Грипп эпидемияһы. Тиф эпидемияһы. Ваба эпидемияһы. ■ Төрлө эпидемия ваҡыттарында Лоҡман, дарыуҙар һалынған ҡумтаһын тейәп, халыҡ араһына яңғыҙ сыҡты. Т. Ғарипова.
ЭПИЗОД [гр. < лат. episodium ‘музыкаль әҫәрҙәр араһындағы уйын күренеше’] (Р.: эпизод; И.: episode; T.: olay, vaka) и. кит.
1. Тормошта булған берәй хәл, ваҡиға. □ Эпизод. Бала саҡтың куңелле эпизодтары.
Элек булған эпизодтарҙы куҙ алдына кил-тереу. М Балалар, Саръян һөйләгән эпизодтар буйынса, «Һуғыш уйыны» ойоштороп, уның фронттағы һуңғы батырлығын ҡабатлайҙар ине. Ә. Байрамов.
2. Әҫәрҙең, фильмдың һ. б. тамамланған үҙ аллы бер өлөшө. □ Эпизод. Бер эпизод һөйләу. Роман эпизоды. Драматик эпизод. ■ Экрандан беҙ һуғыш эпизодтарын ҡараныҡ. Беҙҙең куҙ алдыбыҙҙан .. танкылар, самолёт-тар шаулап утте. Й. Солтанов.
ЭПИЗОДИК (Р.: эпизодический; И.: episodic; T.: aralıklı) с.
1. Айырым бер ваҡытта ғына булған, системалы рәүештә булмаған, ваҡытлы. □ Эпизодический. Эпизодик ярҙам. Эпизодик эш алып барыу. Эпизодик рәуештә тикшереп тороу.
2. Айырым урындарҙа ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына күренгән, икенсе дәрәжәләге, осраҡлы. □ Эпизодический. Эпизодик образ. Эпизодик роль. ■ Билдәле, башта яңы килгән актёрға эпизодик ролдәр, йә дублёр булыу менән ҡәнәғәтләнергә тура килә. «Киске Өфө», № 52, 2010.
ЭПИЗООТИЯ [гр. < лат. epi ‘араһында, эсендә’ + zoon ‘хайуан’] (Р.: эпизоотия; И.: epizootic; T.: salgın hastalık) и. вет.
Йоғошло мал ауырыуының киң таралыш алыуы. □ Эпизоотия. / Эпизоотический. Бруцеллёз эпизоотияһы. Ваҡ мал араһында эпизоотия башланды. Эпизоотиянан ҡотолоу сараларын куреу.
ЭПИК (Р.: эпический; И.: epic; T.: epik) с.
1. Эпосҡа мөнәсәбәтле. □ Эпический. Эпик жанр. Эпик стиль. Эпик тон. Эпик тел. ■ Куберәк эпик пландағы әҫәрҙәр яҙмышы менән ҡыҙыҡһындым. К. Мәргән. Куп тел белеу уға [Сәлим Шәһиәхмәт улына] тари-хи-биографик романдар яҙғанда тормошто төрлө яҡлап, эпик киңлектә тасуирлауға ғына ту гел, рухи-эстетик шәукәтлектәрҙе илаһилаштырыуҙа ла ярҙам итә. С. Пова-рисов.
2. Эпос рәүешендәге. □ Эпический. Эпик йыр. Эпик әҫәр. Эпик ҡомартҡы. Ш XVIII быуаттағы башҡорт халыҡ йырҙарының шаҡтай ҙур өлөшө тарихи йөкмәткеле эпик йырҙарҙан торған. С. Галин.
178