ЭПИТЕТ
ЭПИКА [рус.] (Р.: эпика; И.: epic poetry; T.: epik) и.
Эпик әҫәрҙәр йыйылмаһы. □ Эпика (совокупность эпических произведений). Донья эпикаһы.
ЭПИКЛЫҠ (эпиклығы) (Р.: эпичность; И.: epicism; T.: destanlık) и.
Эпосҡа хас үҙенсәлек һәм сифат. □ Эпичность. Әҫәрҙең эпиклығы. ■ Куп планлы эпик романдың телендә лә эпиклыҡ булырға тейеш. Ә. Вәли.
ЭПИЛЕПСИЯ [гр. epilepsis ‘быуылыу’] (Р.: эпилепсия; И.: epilepsy; T.: epilepsi) и. ҡар. быума.
Тын быуылып, тотош тартыштырып, ҡапыл ҡолата торған ауырыу. □ Эпилепсия, припадок. Эпилепсия ауырыулы. Эпилепсия ауырыуынан ҡолау. ■ Балтырған нервы ауырыуҙары һәм невроздан, тартышыуҙан, эпилепсиянан яҡшы ярҙам итә. «Киске Өфө», № 21, 2010. Халыҡ медицинаһында йукә сәскәһе баш, тамаҡ ауыртҡанда, .. тулһеҙлек, эпилепсия булғанда, тартышҡанда ҡулланыла. «Киске Өфө», № 27, 2010.
ЭПИЛЕПТИК I (Р.: эпилептический; И.: epileptic; T.: epileptik, saralı) с. ҡар. быумалы.
Быума ауырыулы. □ Эпилептический. Эпилептик кеше. Эпилептик өйәнәк. Эпилептик реакция. ■ «Покемон» фильмындағы уттың ҡапыл һәм йыш уҙгәреп тороуы куп балаларҙы эпилептик быума хәленә килтергәнлеге билдәле. «Киске Өфө», № 46, 2010.
ЭПИЛЕПТИК II (эпилептигы) [рус.] (Р.: эпилептик; И.: epileptic; Т.: epileptik) и. мед.
Быума менән ауырыусы кеше. □ Эпилептик. Һәр эпилептик уҙ хәлен эргә-тирәләге кешеһенә алдан аңлатып ҡуйырға тейеш. Эпилептикты өйәнәк тота башланы.
ЭПИЛОГ [гр < лат. epilogos ‘һүҙ аҙағы’] (Р.: эпилог; И.: epilogue; Т.: epilog) и. лит.
1. әҙ. Әҙәби әҫәрҙә төп геройҙарҙың һуңғы яҙмышын ҡыҫҡаса хикәйәләгән аҙаҡҡы өлөшө. □ Эпилог. Романдың эпилогы. Драманың эпилогы. ■ Автор хикәйәнең аҙағында, «Һуңғы һуҙ» тип атап, эпилог бирә.
3. Әлибаев. Һығымта яһау, йомғаҡлау
урынына эпилог менән тамамларға батырсылыҡ итәм. К. Аҡбашев.
2. му з. Операның һуңғы өлөшө. □ Эпилог. Операның эпилогы. Эпилогтың эстәлеге.
ЭПИСТОЛА [гр. < лат. epistola ‘мөрәжәғәтнамә’] (Р.: эпистола; И.: epistle; Т.: mektup) и.
Берәй нәмә тураһында яҙма мөрәжәғәт; мөрәжәғәтнамә. □ Эпистола, письмо, послание; письменное послание. Эпистола ҡалдырыу. Урыҫ теле тураһындағы эпистола.
ЭПИСТОЛЯР [гр. < лат. epistolary ‘хат’] (Р.: эпистолярный; И.: epistolary; T.: mektup tarzında) с.
1. әҙ. Хат рәүешендәге (әҙәби әҫәргә ҡарата). □ Эпистолярный. Эпистоляр роман. Эпистоляр стиль. Эпистоляр жанр.
2. Кемдеңдер хаттары йыйылмаһынан торған. □ Эпистолярный. Яҙыусының эпистоляр мираҫы. М. Кәримдең эпистоляр йыйынтығы.
ЭПИТАФИЯ [гр. < лат. epitaphios ‘ҡәбер өҫтөндәге’] (Р.: эпитафия; И.: epitaph; Т.: mezar yazıtı) и.
1. Ҡәбер ташына яҙылған яҙыу (куберәк шиғыр формаһында була). □ Эпитафия. Эпитафия яҙыу. Эпитафияны уҡыу.
2. әҙ. Кемдеңдер вафат булыуына бәйләп яҙылған әҫәр. □ Эпитафия. ■ Художестволы әҙәбиәт өсөн куберәк ироник эпитафиялар хас. К. Әхмәтйәнов. Әҫәрҙә хикәйәт жанрына тартым тасуирлау алымына эпитафия жанры элементтары ҡушыла. «Ағиҙел», № 4, 2012.
ЭПИТЕТ [гр. < лат. epitheton ‘өҫтәмә’] (Р.: эпитет; И.: epithet; T.: sıfat) и.
1. Үҙенсәлекле бер яғын асыҡ, тәьҫирле итеп күрһәтеү өсөн ҡулланылған һүрәтләү сараһы. □ Эпитет. Даими эпитет. Метафорик эпитет. Поэтик эпитет. ■ Мөхәббәт шиғырҙарында төрки халыҡтар поэтикаһы өсөн уртаҡ булған традицион эпитет һәм сағыштырыуҙар ныҡлы урын алған. Ә. Харисов.
2. Кемделер йәки нимәнелер ҡылыҡһырлап, берәй сифатына баҫым яһап әйтелгән һүҙ. □ Эпитет. М Бер кисәлә бер танышты
179