Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 180 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭПИЦЕНТР
маҡтанылар, ниндәй генә эпитеттар таҡманылар. М. Кәримов. [Ғәли ағай:] Яҙып ултырғанда тос ҡына эпитеттар, афоризмдар кәрәктеме, үҙемдән сығарып яҙам да ҡуям. Н. Мусин.
ЭПИЦЕНТР [гр. < лат. epi ‘өҫтөндәге’ + centrum ‘үҙәге’] (Р.: эпицентр; И.: epicenter; T.: merkez üssü) и.
Ер йөҙөндә ҙур хараба килтергән емергес көстөң тап үҙәгенә тура килгән әлкә, урын. □ Эпицентр. Ер тетрәүҙең эпицентры. Бомба шартлауының эпицентры. Шартлауҙың эпицентрын иҫәпләү.
ЭПОКСИД [гр. epoxides ‘ыҫмала’| (Р.: эпоксид; И.: epoxide; T.: epoksit) и. хим.
Елем, лак, пластиктар эшләү өсөн ҡулланыла торған химик матдә. □ Эпоксид. / Эпоксидный. Эпоксид елеме. Эпоксид лагы. Торбаны эпоксид ыҫмала менән эшкәртеү.
ЭПОЛЕТ [фр. epaule ‘яурын’] (Р.: эполет; И.: epaulet; T.: saçaklı apolet) и. тар.
Революцияға тиклемге Рәсәй һәм ҡайһы бер сит илдәр ғәскәрендә офицерҙарҙың уҡа суҡлы погоны. □ Эполет. Алтын эполет. Мундир эполеты. Эполет тағыу. ■ Бүзәкәев кантон эполеты ҡояш нурҙарында ялтырай. Халыҡ йырынан. Таһирҙың әсәһе Сәхипьямал хәҙерге Әбйәлил районы Әүмеш ауылынан, урындағы халыҡтың раҫлауы буйынса, ике яурынына эполеттар тағып йөрөгән әфисәр Әсфәндиәр тоҡомонан. Р. Өмөтбаев.
ЭПОПЕЯ [гр. epopoiia ‘эпик шиғриәт’] (Р.: эпопея; И.: epopee; T.: destan, epik şiir) и.
1. Боронғо ваҡиғаларҙы һүрәтләгән һәм бөтөн бер тарихи хикәйәгә әйләнеп киткән йырҙар, ҡобайырҙар, хикәйәттәр циклы. □ Эпопея. Поэтик эпопея. Героик эпопея. Гомер эпопеяһы.
2. әҙ. Киң тарихи осорҙо, ҙур ваҡиғаларҙы эсенә алған әҙәби әҫәр. □ Эпопея. ■ Эпопея — жанрҙы билдәләүсе төшөнсә түгел, ә әҫәрҙең йөкмәтке тәрәнлегенә, хәл-ваҡиғаларҙың эпик һүрәтләү ҡоласына ҡарата әҙәбиәт тәнҡитселәре бирә торған баһалама. Н. Мусин. Толстой ҙа, Шолохов та романдарын эпопея тип ҡабартып тормағандар, гәрсә улар тотош панорама, грандиоз эпопея булһа ла. Р. Бикбаев.
3. Халыҡ тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә булған ҡатмарлы тарихи ваҡиға. □ Эпопея. Бөйөк Ватан һуғышы эпопеяһы. Боронғо эпопея. Урта быуат эпопеяһы. Тормош эпопеяһы. Башҡорт халҡының эпопеяһы. ■ Боронғо Сәнкем-Биктимерҙең быуаттар тынлығын ҡайырып һалған шанлы сиҙәм асыу эпопеяһы башланды. Й. Солтанов. Тап Сталинград эпопеяһынан һуң ғына фашистар үҙҙәре башлап ебәргән ҡанлы һуғыштың ауырлығын ныҡ һиҙә башланылар. Ә. Бикчәнтәев.
ЭПОС [гр. < лат. epos ‘һүҙ, хикәйәләү, хикәйәт’] (Р.: эпос; И.: epos; epic literature; T.: destan) и.
1. Үткән замандарҙа булған хәл-ваҡиғалар тураһында хикәйәләгән әҙәбиәт төрө. □ Эпос. Архаик эпос. Героик эпос. Классик эпос. Мифологик эпос.
2. Айырым бер халыҡтың бер осорға ҡараған ваҡиғаларҙы сағылдырған батырҙар тормошона арналған героик йыр, поэма, хикәйәләр йыйылмаһы; ҡобайыр. □ Эпос. «Урал батыр» эпосы. «Аҡбуҙат» эпосы. М «Бабсаҡ менән Күсәк» эпосы башҡа эпик ҡомартҡыларҙан ныҡ ҡына айырылып тора. М. Сәғитов. «Куҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Аҡбуҙат», «Ете ырыу» кеүек үлемһеҙ эпостар ҙа данлай түңгәүерҙәрҙе. Р. Байымов.
ЭПОХА [нем. Еросһе ‘тотҡарлыҡ’, ‘әһәмиәтле ‘мәл’] (Р.: эпоха; И.: epoch, age; era; T.: çağ, devir) и. ҡар. дәүер 1.
Йәмғиәт тормошоноң үҙенә хас ваҡиғалар менән билдәләнгән бер ваҡыты; осор. □ Эпоха. К Берҙән-бер көн килеп эпохабыҙҙың аҡылы һәм намыҫы тип йөрөтөлгән, ғиф-риттәй көскә эйә партия, ҡатырға өй шикелле, емерелде, юҡҡа сыҡты. Н. Мусин.
ЭРА [рус. < лат. аега ‘башланғыс һан’] (Р.: эра; И.: epoch, era; T.: devir) и.
1. Ниндәйҙер мәлдән, ваҡиғанан башланып киткән йыл иҫәбе һәм йыл иҫәбенең билдәле бер системаһы. □ Эра. Яңы эра. Беҙҙең эра. Мосолман эраһы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Мәккәнән Мәҙинәгә күскән көнөнән башлана. Яңы эра Гайса пәйғәмбәр тыуған тип һаналған көндән башлана. ■ Эра
180