ЭРГӘЛЕ ТАБАҠ
башында кусмә халыҡтар Европаға ағыла башлағанда, уҫәргәндәр Көньяҡ Уралда нығынған. Р. Байымов.
2. Үҙенсәлекле тарихи ҙур ваҡыт арауығы; осор, дәүер. □ Эра. Халыҡ тарихындағы яңы эраға аяҡ баҫтыҡ.
3. геол. Тау тоҡомдарының геологик төркөмдәре барлыҡҡа килгән ваҡыт арауығы; осор, дәүер. □ Эра. Мезозой эраһы. ■ Ерҙең бөтә уткән тарихын геологтар биш эраға: археозой, протерозой, палеозой, мезозой һәм кайнозой эраларына буләләр. Д. Бураҡаев.
ЭРБЕЛСӘК (эрбелсәге) (Р.: верхний тонкий слой бересты; И.: thin birch bark layer; T.: huş ağacı kabuğunun üst ince tabakası) и. диал.
Ҡайын туҙының өҫкө йоҡа ҡатламы. □ Верхний тонкий слой бересты. Эрбелсәк һыҙырыу. Эрбелсәктәрҙе һыпырып төшөрөу.
ЭРБЕТ (Р.: кедр; И.: cedar, nut pine; T.: sedir) и. бот.
Тубырсығында ашауға яраҡлы сәтләүеге булған эре ылыҫлы ағас; кедр. □ Кедр. / Кедровый (лат. Cedrus). Эрбет урманы. Эрбет тубырсығы. Эрбет сәтләуеге. Эрбет ылыҫы. Гималаи эрбете. Себер эрбете. Эрбеттең дурт төрө билдәле.
ЭРГӘ I (Р.: бок; И.: side; T.: yan) и.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер уң йәки һул яғы; ҡабырға яҡ. □ Бок. / Боковой. Өй эргәһендәге баҡса. Эргәлә тороу. Эргәнән атлау. Эргәгә ултырыу.
2. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер торған еренә яҡын булған урын, тирә; ян. □ Место рядом. Эргәләге ауыл. Я Ятам тирмәмдә. Туғандарым, яҡындарым минең эргәмдә. С. Юлаев. [Зөлхизә:] Килсе, мырҙам, кил эргәмә, бер һуҙекәй әйтәм уҙеңә. Н. Иҙелбай. Элекке ҡорос ҡойоу заводтары урыны беленмәй беленеугә, улар эргәләге комбинат нигеҙендә ҡалған булырға тейеш. Р. Камал. Хәсәнша өндәшмәне, ауыр һулап, ҡулындағы металл киҫәген эргәлә торған суп-сар һауытына ырғытты. Ә. Байрамов.
ЭРГӘ II (Р.: завалинка; И.: mound of earth; T.: temel) и. диал. ҡар. нигеҙ 2.
Йорт-биналарҙың йылылыҡ һаҡлау өсөн тупраҡ менән күмелеп яһалған аҫҡы ҡо
ролмаһы. □ Завалинка (земляная невысокая насыпь вдоль наружных стен избы). Кышҡа табан эргә һалыу. Эргә яңыртыу. Эргә буйы кумеу.
ЭРГӘДӘШЕҮ (эргәдәш-) ҡ. ҡар. әрләшеү. Эргәдәшеп йөрөу. Йыш эргәдәшә. Эргәдәшмәйсә генә мәсьәләне хәл итеу.
ЭРГӘЗЕМБАЙ (Р .: адонис весенний; И.: Adonis, cuckooflower; T.: guguçiçeği) и. диал.
1. Иртә яҙҙан сәскә ата торған, лютиктар ғаиләһенә ингән тарау япраҡлы, эре һары сәскәле үҫемлек; ут сәскә, һары умырзая. □ Адонис весенний, горицвет (лат. Adonis cemalis). Ялан тулы эргәзембай.
2. диал. Лютиктар ғаиләһенә ҡараған, иртә яҙ сәскә ата торған тетмәкәй япраҡлы, эре сәскәле үлән, умырзая. □ Подснежник (лат. Galanthus). Эргәзембай төрҙәре «Ҡыҙыл китап »ҡа индерелгән. Кук эргәзембай.
ЭРГӘ КЕЙЕҘ (Р.: войлочная дорожка, постилаемая по краям нар; И.: kind of felt rag; Т.: кеҫе kilim) и.
һике ситенән буйлатып йәйелгән кейеҙ.
□ Войлочная дорожка, постилаемая по краям нар. Эргә кейеҙ баҫыу. Эргә кейеҙ тушәу.
ЭРГӘЛЕК I (эргәлеге) (Р.: основа ткани; И.: abb; T.: çözgü ipliği) и.
1. Туҡыманың нигеҙен тәшкил иткән буй ептәр; буй еп; буйлыҡ. □ Основа ткани, уток (в домашнем ткачестве). Балаҫ эргәлеге. Йөн эргәлеҡ. Еп эргәлек. Эргәлек оҙатыу.
2. диал. ҡар. эргә юрған. Эргәлек һырыу. Эргәлек йәйеу. Һикенең эргәлеген ҡағып тушәу.
ЭРГӘЛЕК II (эргәлеге) (Р.: часть шлеи; И.: part of breech-band; T.: koşumun bir kısmı) и. диал.
Ышлыя өлөшө. □ Часть шлеи (ремень, идущий от седла под хвостом у лошади). Эргәлекте тарттырыбыраҡ егеу. Ышлыя эргәлеген нығытыу. Ат еккәндә эргәлекте дөрөҫ һалыу. Ҡайыш эргәлек. Суҡлы эргәлек.
ЭРГӘЛЕ ТАБАҠ (табағы) (Р.: большая деревянная чаша; И.: large wooden bowl; T.: büyük ahşap kase) и. диал. ҡар. ҡоштабаҡ.
Аш-Һыу өсөн ҡулланылған киң йәйенке ситле, уртаса ҙурлыҡтағы табаҡ. □ Большая
181