ЭРГӘЛӘТЕҮ
деревянная чаша. Әуәле эргәле табаҡтарҙы тултырып ит ҡуялар ине ҡунаҡ алдына.
ЭРГӘЛӘТЕҮ (эргәләт-) (Р.: ходить вдоль; И.: go along; T.: bir şeyin yanından geçmek, yürümek) ҡ.
1. Нимәнеңдер эргәһенән буйлатып барыу, йөрөү. □ Ходить вдоль, по; проходить вдоль, по. Аллеяны эргәләтеп йөрөу. Урман эргәләтеп юл һалыу. Эргәләтеп уҙыу. Тау эргәләтеп юл уҙа. М Илгиз ниндәйҙер ҡалҡыулыҡтан һикерҙе, ике тумгәҡте эргәләтеп утеп китте. Ә. Вәли.
2. Нимәнелер уратып ҡуйыу. □ Расположить что-л. вокруг. Ҡойма эргәләтеп ағас ултыртыу.
ЭРГӘЛӘҮ I (эргәлә-) ҡ. ҡар. эргәләтеү 1,2. Ҡойма эргәләп сәскә тутәле ултыртылған. Ауыл эргәләп оло юл утә. Өй эргәләп уҙып китте. М Таш юлдан өҙлөкһөҙ обоздар, санитар арбалары, артиллериялар утә. Уларҙы эргәләп .. һалдат колонналары килә. Д. Юлтый.
ЭРГӘЛӘҮ II р. диал. ҡар. эргәләш II. Эргәләу генә икенсе һунарсы бара. Эргәләу йөрөу.
ЭРГӘЛӘШ I (Р.: смежный; И.: adjoining, neighboring; T.: yanaşık) с.
Бер-береһенә яҡын; ҡабырғалаш. □ Смежный, сопредельный, прилегающий. Эргәләш булмә. Эргәләш урам. Эргәләш ауылдар. Эргәләш бина. ■ Эргәләш ике ҡала араһын көн дә бер тапҡыр автобус урай. Д. Исламов.
ЭРГӘЛӘШ II (Р .: рядом; И.: next; against; T.: yanında, yanısıra) p.
Яҡында, күршеләш, йәнәш. □ Рядом, один возле другого. Эргәләш йәшәу. Эргәләш булыу. Эргәләш тороу. Эргәләш тура килеу. ■ Вәлимә йәнә өндәшмәне, йәнә өнһөҙ генә эргәләш ашлауын белде. С. Шәрипов.
ЭРГӘНЖӘК (эргәнжәге) (Р.: хомяк; И.: hamster; T.: cırlak sıçan) и. диал. ҡар. ирлән.
Игенгә һәм баҡса емештәренә зыян килтергән ала төҫтәге, өңдә йәшәй торған кимереүсе йәнлек; алйырҙан. □ Хомяк. / Хомячий (лат. Cricetinae). Суллек эргәнжәге. Ялан эргәнжәге. Эргәнжәк өңө.
ЭРГӘ-ТИРӘ и. йыйн. ҡар. эргә 2. ■ Ғәлимә, эргә-тирәлә кеше-фәлән куренмәһә
лә, Мәҙинәнең ҡолағына эйелде. Т. Ғарипова. Ҡараңғылыҡ ҡуйырып, эргә-тирәләге бит-ләуҙәр ҡуйы һорғолт төҫкә инде. Д. Шәрәфетдинов.
ЭРГӘҺЕНДӘ (Р.: при; И.: at, in; by; T.: yanında) бәйл.
1. Төп, эйәлек килештәге иҫемдәрҙән һуң килеп, ҡырында, эргәләш булыуҙы белдерә; янында. □ Около, у, при, возле, подле, вблизи (в сочетании с аффиксами принадлежности и аффиксом местного падежа выступает в роли служебного имени). Өҫтәл эргәһендә ултырыу. Ҡапҡа эргәһендә тороу. Бала уның эргәһендә йәшәй. Ата-әсә эргәһендә йәшәу.
2. Төп килештәге иҫемдәрҙән һуң килеп, кемдеңдер йәки нимәнеңдер ҡарамағында булғанды белдерә; ҡарамағында. □ При. Үҙ туғандары эргәһендә булыу. Институт эргәһендә асылған курс.
ЭРГӘҺЕНӘ (Р.: к, ко; И.: to, toward; T.: yanına) бәйл.
Бәйләүес функцияһында төп килештәге иҫемдәрҙән һуң килеп, эш-хәрәкәттең кемгә йәки нимәгә төбәлгәнен, йүнәлтелгәнен белдерә; табан. □ К, ко (послелог при обозначении направленности действия в сторону кого, чего). Әсәй эргәһенә ашығыу. Дуҫтар эргәһенә һыйыныу. ■ Мөмкин тиклем кейендем дә Зөләйха эргәһенә киттем. Т. Йәнәби. Беҙ Новиковтың Аликсакин эргәһенә саҡырылыу ын .. көтә башланыҡ. Д. Юлтый.
ЭРГӘ ЮРҒАН (Р.: подстилка; И.: kind of rag; T.: kumaş parçalarından dikilmiş yaygı) и. диал.
Урындыҡтың йә һикенең түр яҡ башына арҡыры түшәлгән тар ғына ҡорама юрған. □ Подстилка на нарах (сшитая из разноцветных клинышков в форме узкого длинного одеяла). Эргә юрған һырыу. Эргә юрған йәйеу. Эргә юрғанды ҡағып елләтеу.
ЭРЕ I (Р.: крупный; И.: large; T.: iri) с.
1. Күләм-дәүмәле ҙур берәмектәрҙән торған; киреһе — ваҡ. □ Крупный, большой. Эре ярма. Эре бойҙай бөртөктәре. Эре йөҙөм. Эре биҙәкле. Эре башаҡлы бойҙай баҫыуы. • Ҡуп тә утмәй, эре ямғыр тамсылары тупылдап ергә тама башланы. Ә. Вәли.
182