ЭРЕ ҠОРТ
Зөфәр ҡул һырты менән майҡайына бәреп сыҡҡан эре тир бөрсөктәрен һөртөп ала. И. Абдуллин. Көҙ көнө Сәлмән баҡсанан быйма башындай эре картуф йыйып, тауҙай итеп өйөп ҡуйҙы, ти. Әкиәттән.
2. Ҙур аралы; киң. □ Крупный, размашистый, широкий. Я Хәсән дә эре һәм ҡыҙыу аҙымдар менән уның [Сәлихтең] артынан атланы. С. Агиш. Бәйләнсек уйҙарҙан арынырға теләгәндәй, Зифа башын һелкте лә, артына әйләнеп тә ҡарамайынса, эре аҙымдар менән ауылға табан йүнәлде. Ә. Бикчәнтәев.
3. Буй-Һыны ҙур булған; киреһе — ваҡ. □ Крупный, большой. Эре ағас. Эре балыҡ. Эре себен. Эре хәрефтәр менән яҙыу. Ж Немец яландарындағы һимеҙ, үҫеп өлгөргән эре сиңерткәләр, үҙҙәренең тәүге ояларында ашарлыҡ нәмәләр ҡалмағанға, бесәне сабылмаған башҡорт ерҙәренә күсәләр. Ғ. Дәүләтшин.
4. Милке, мөлкәте, составы ҙур булған. □ Крупный, большой, мощный. Эре колхоз. Эре хужалыҡ. Н [Рәйсәнең] Төркөстан ҡалаларының береһендә эре сауҙагәр, аҡтар үлтерҙе тигән ағаһы ла һуғыш ваҡытында ҡыҙылдар ҡулға алып атҡан аҡ офицер булып сыҡты. Һ. Дәүләтшина.
5. Халҡы күп булған; ҙур. □ Большой, многочисленный. Эре отрядтар. Эре ҡалалар.
6. Ҡиммәте, баһаһы ҙур (аҡсаға ҡарата). □ Крупный. Эре аҡса сығарыу. Эре купюралар менән түләү.
7. һөйл. Йөкмәткеһе, әһәмиәте ҙур булған; аҡсалы. □ Крупный, денежный. Н [Атайым] ҡыш көндәрендә эрерәк эш табалма-ғанда .. сабата үрә торғайны. Т. Йәнәби.
8. күсм. Үҙен башҡаларҙан өҫтөн һанаған; һауалы. □ Высокомерный, горделивый; спесивый, заносчивый. Эре кеше. Эре холоҡло булыу. Эре ҡараш ташлау. Эре ҡиәфәтле штаб офицеры. Я Өҫтәл артында эре генә төҫ менән нимәлер уҡып ултырған ҡыҙ, аппаратты күргәс, йылмайып уҡ ебәргән. «Йәшлек», 1 апрель 2010.
♦ Эренән һалдырыу маһайыу. □ Важничать, быть спесивым, заносчивым, держать
себя надменно. Эре сирттереү маҡтаныу. □ Хвастаться. Фырт кейенеп, эре сирттереп йөрөргә ярата. Я Буйға-һынға бейегерәк, мыҡтыраҡ кәүҙәле Самат һаман эре сирттереп маташты. Р. Байбулатов. Эре ярҙырыу ҡар. эре сирттереү. Р [Зайлалов — депутаттар хаҡында:] Кирбестән күп ҡатлы йорттар төҙөйбөҙ, ҡала була-саҡ тип, ярманы эре ярҙыралар ине бит! Ш. Янбаев.
ЭРЕ II (Р .: крупно; И.: large; T.: iri iri) р.
1. Ҙур аралы, киң итеп. □ Крупно, размашисто. Эре атлау. Эре аҙымлап китеп барҙы.
2. күсм. Һауаланып, маҡтанып. □ Высокомерно, горделиво, надменно. Үҙеңде эре тотоу. Эре ҡыланыу. Эре йөрөү. Я Киндер портфелле йәшерәк берәүҙең бик эре генә баҫып уҙып киткәне күренде. С. Агиш.
ЭРЕ III и. диал. ҡар. эрелек II. Тауыҡтарға эре ашатыу. Бойҙай эреһе, һоло эреһе. Арыш эреһе.
ЭРЕГӘН МАЙ (Р.: топлёное масло; И.: melted butter, ghee, drawn butter; T.: eritilmiş tereyağ) и. диал. ҡар. һары май.
Иретелгән аҡ май. □ Топлёное масло. Эрегән май менән ҡоймаҡ майлау. Эрегән майҙа картуф ҡыҙҙырыу. Эрегән май ашау.
ЭРЕҒӘЙӘЛЕ (Р.: галантный; И.: gallant; T.: kibar) с. диал. ҡар. ихтирамлы.
Кешегә ҡарата йылы, ыңғай мөнәсәбәтле, иғтибарлы һәм кеселекле. □ Галантный, уважительный. Эреғәйәле ир. Кешегә шул тиклем эреғәйәле мөнәсәбәтле кеше ул.
ЭРЕ ЙӨН (Р.: грубая шерсть; И.: kemp; T.: kaba yün) и. диал.
Шырт йөн, ҡаты йөн. □ Грубая шерсть. Эре йөндән бәйләнгән ирҙәр ойоҡбашы. Эре йөн тетеү. Эре йөн иләү. я Бер аҙҙан йәш ҡатын, өҫтөнә ҡыҫҡа тун кейеп, башына эре йөндән бәйләнгән аҡ шәл бәйләне лә ишектән сыҡты. С. Агиш.
ЭРЕК (эреге) и. диал. ҡар. эремсек. Айыртҡан һөт эреге. Бәрәмәслек эрек. Эрек һарҡытыу. Кош-ҡортҡа эрек биреү.
ЭРЕ ҠОРТ и. диал. ҡар. әре ҡорт. Эре ҡорт оҙаҡ йәшәмәй. Эре ҡортто алмаштырыу.
183