ЭРЕЛЕ-ВАҠЛЫ
ЭРЕЛЕ-ВАҠЛЫ (Р.: разной величины; И.: smth. large and small; T.: büyük ve küçük) с.
Бер тигеҙ генә түгел, төрлө ҙурлыҡтағы. □ Разной величины, возраста; крупное и мелкое (без сортировки). Эреле-ваҡлы бауырһаҡ. Эреле-ваҡлы еләк. Эреле-ваҡлы өйҙәр. ■ Мин^ейыһангир менән Миңлебаныу, эреле-ваҡлы балаларын ҡаҙ бәпкәләре кеуек эйәртеп, гелән йәйәу йорөй. И. Аҡъюлов. Ҡояштың сағыу нурҙары йылға төбөндәге эреле-ваҡлы һуйырташтарҙа уйнай. Н. Алсынбаев.
ЭРЕЛЕК I (эрелеге) (Р.: крупность; И.: largeness; coarseness; T.: büyüklük) и.
1. Нимәнеңдер күләм-дәүмәл яғынан эре булыу сифаты, ҙурлығы. □ Крупность, большая величина. Картуфтың эрелеген кур. Кишерҙең эрелеге хайран ҡалдыра. ■ Эрелеге, татлылысы менән Йөрәктау туғайҙарында уҫкән балан айырылып тора. Ә. Әһлиуллин. Йылғаһы бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, бағрының эрелегенә купте кургән ағайҙар ҙа хайран ҡалды. И. Ноғманов.
2. кусм. Үҙеңде өҫтөн һиҙеү тойғоһо һәм шунан килгән һауалы ҡараш. □ Высокомерие, надменность, чванство, спесь. Эрелек курһәтеу. Эрелеген еңә алмай. К Оялсанлыҡ ул — тик әҙәплелек кенә тугел, ә йәшерен эрелек тә. Б. Бикбай. Тимошка Зумифтың эрелеген, һауаланып йөрөуен яратманы. Ж. Кейекбаев. Иралиҙың эрелеге лә иреп таралғандай итте, килеусеһен ҡунаҡтай куреберәк һөйләшә башланы. Ғ. Хөсәйенов.
ЭРЕЛЕК II (эрелеге) (Р.: отруби; И.: bran; T.: kepek) и. диал. ҡар. көрпә.
Ашлыҡтың он итеп тартҡанда онталмай ҡалған ҡабығы. □ Отруби, высевка муки. Бойҙай эрелеге. Эрелек ҡушып бешерелгән бутҡа. Эрелек ҡушып бешерелгән икмәк. Бер тоҡ эрелек. Малға эрелек бутап биреу.
ЭРЕЛӘНДЕРЕЛЕҮ (эреләндерел-) ҡ. төш. ҡар. эреләндереү 1. страд, от эреләндереү 1. Эреләндерелгән хужалыҡ.
ЭРЕЛӘНДЕРЕҮ (эреләндер-) (Р.: укрупнять; И.: enlarge, extend; T.: büyütmek) ҡ.
1. Бергә туплап милкен арттырыу, состав яғынан ҙурайтыу; эреләтеү. □ Укрупнять,
увеличивать, объединять. // Укрупнение, увеличение объёма, объединение. Райондарҙы эреләндереу. Колхоздарҙы эреләнде-pey. ■ «Куҙыйкурпәс менән Маянһылыу» әҫәренең нигеҙендә .. башҡорт ырыуҙарын эреләндереу, уларҙың уҙ-ара берләшеу мотивтары ята. С. Галин. Эш шуға етте, ҡайһы бер бәләкәйерәк ауылдарҙа кем председатель икәнлеген тугел, хәҙер ниндәй колхозға ҡарағайлыҡтарын да белергә өлгөрмәйҙәр, һаман эреләндерәләр. Д. Исламов.
2. кусм. Эрелек тойғоһо уятыу; маһайтыу. □ Вызывать у кого-л. высокомерие, надменность, чванство. Маҡтап эреләндереу. Һөйләндереп эреләндереу. Урынһыҙға эреләндереу. Өҫтөнлөк тойғоһо уятып эреләндереу.
ЭРЕЛӘНЕҮ (эрелән-) (Р.: укрупняться; И.: enlarge, become bigger; T.: büyümek) ҡ.
1. Дәүмәле артыу, эрегә әйләнеү; ҙурайыу. □ Укрупняться, становиться крупным, большим. Еләктәр эреләнеп бөткән. Борсаҡ иртә эреләнгән. Тос бойҙай бөртөктәренә тулышып башаҡтар эреләнгән. Алмалар эреләнде. ■ Айыухановтың йөҙө кинәт уҙ-гәреп, һипкелдәре эреләнеп киткәндәй булды. Ғ. Аллаяров. Ел көсәйгәндән-көсәйҙе, тулҡындар эреләнә, йышая барҙы. 3. Биишева.
2. Бергә тупланып, милке, составы яғынан артыу; ҙурайыу. □ Укрупняться, увеличиваться. Хужалыҡтары эреләнде.
3. кусм. Үҙеңде өҫтөн күреү; маһайыу. □ Гордиться, чваниться, важничать. // Важничанье. ■ Муса һуңғы ваҡытта эреләнеп китте. Ә. Бикчәнтәев. Алһыуҙың холҡо шул, саҡ ҡына бер нәмә һораһаң, эреләнә лә китә. Г. Ғиззәтуллина.
ЭРЕЛӘТЕЛЕҮ (эреләтел-) ҡ. төш. ҡар. эреләтеү, страд, от эреләтеү. Хужалыҡтар эреләтелде. Колхоздары эреләтелде. Ойошмалар эреләтелә башланы.
ЭРЕЛӘТЕҮ (эреләт-) (Р.: укрупнять; И.: integrate; T.: büyütmek) ҡ.
1. Бергә туплап, милкен арттырыу, состав яғынан үҫтереү; ҙурайтыу. □ Укрупнять. Ауылдарҙы эреләтеу. Райондарҙы эреләтеу. К Башҡортостанды волостар буйынса районлаштырғанда, Административ комиссия 1923 йылда, был волостарҙы эреләтеп,
184