Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 185 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭРЕН
бөтәһе 103 волость ҡалдырҙы. Р. Кузеев. Анна Емельяновнаны район кимәленән ебәрергә һис тә иҫәптәре юҡ ине, әммә ул уҙе теләп тубәнгә кусте — тыуған яҡтарҙа эреләтеп ойошторолған ошо «һаҡмарһыу» колхозына партком секретары булып ҡайтты. Й. Солтанов.
2. Ҡиммәтен, баһаһын ҙурға алыштырыу (аҡса, заём кеуек нәмәләрҙе). □ Обменивать на более крупное. Аҡсаны эреләтеу.
ЭРЕ-МАР (Р.: крупный; И.: big; T.: iri) с. йыйн.
Ҙур, бейек (уләнгә ҡарата). □ Крупный (о траве). ■ Айыу уҙ юлында тура килгән киҫкәләрҙе аҡтарып, ҡырмыҫҡа иләуҙәрен туҙҙырып, тау битләуендә арҡыс-торҡос йөрөгән, асығыраҡ урындарҙа эре-мар улән-дәрҙе ялпаштырып ятып торған. Н. Мусин.
ЭРЕМЕК I (Р.: свернувшийся; И.: clotted; curdled; T.: kesilmiş) с.
1. Эрегән һымағыраҡ. □ Свернувшийся, створаживающийся (о молоке). Эремек һөт. Эремек ҡаймаҡ.
2. Эре, төйөрләнгән һымағыраҡ ойошҡан (йөн). □ Сбившийся, свалявшийся, грубый (о пухе, шерсти). Эремек дебет. Эремек йөнлө бәрән. Эремек мамыҡ.
ЭРЕМЕК II (Р.: тающий; И.: melting; thawing; T.: erime) с.
Ҡояш нурҙарына һәм көн йылытҡанда эреп торған; еүеш. □ Тающий. Эремек ҡар аҫтынан гөрләуектәр ағып сыға. ■ [Өйкөм аҡ болоттар] берсә куләгәләп бошондороп, берсә эремек ҡар өҫтөнә мең төрлө нур шәлкемдәре ташлап, һөйөндөрөп уйнанылар.
3. Биишева.
ЭРЕМЕКЛЕ с. диал. ҡар. эремек I, 2. Һарыҡтың йөнө эремекле. Эремекле мамыҡ.
ЭРЕМЕКЛӘНЕҮ (эремеклән-) (Р.: сворачиваться; И.: coagulate; posset; T.: kesilmek, ekşimek) ҡ.
1. Бик ныҡ ҡуйы булыуҙан эрегән һымағыраҡ булыу. □ Сворачиваться, створаживаться. ■ Ваҡытында сабылған йәп-йәшел бесән, көнөнә унар ҡаҙаҡ һоло ашатып һауған бейәләрҙең ҡышҡы һөтө һыйыр һөтөләй ҡуйы, бәләкәс кенә эремекләнеп тора. Ғ. Дәүләтшин.
2. Төйөрләнгән һымағыраҡ булыу, оҙаҡ ятыуҙан боҙолоу (ҡырҡылған йөн йәки дебет хаҡында). □ Сбиваться, сваливаться (о пухе, шерсти). Дебете эремекләнеп бөткән. Мамығы эремекләнеп тора.
3. диал. Ойоп етмәү, ойой башлау. □ Начать киснуть, закиснуть частично (о молоке). Һөт эремекләнеп тора.
ЭРЕМСЕК (эремсеге) (Р.: творог; И.: curd; T.: ekşimik) и.
һөттө эретеп алған аҙыҡ. □ Творог. / Творожный. Эремсек һыуы. Эремсек бәрәмәсе. Эремсек шәңгәһе. Эремсек төшөрөу. Эремсек һөҙөу. Эремсек баҫыу. Ҡыҙыл эремсек ҡайнатыу. ■ Ике урында ҙур тәрилкә менән һары, аҡ май, муйыллы май, ҡыҙыл эремсек ҡуйылған. С. Агиш. Саръян, ирендәрен ослайта биреп, ҡыҙғылт һары төҫтәге хуш еҫле эремсек киҫәген ауыҙына ҡабып ебәрҙе. Ә. Байрамов. Емеш дуҫына, әсеп килгән һөткә ҡайнар һыу ағыҙғас, уның һағыҙ-ланып китеуе, был муйынсаҡтарҙы шул эремсектән эшләп, киптереп, ҡырҡып, ҡыҙыл буяуға, манып алыуы тураһында һөйләп бирҙе. 3. Биишева.
ЭРЕМСЕКЛӘНЕҮ (эремсеклән-) (Р.: творожиться; И.: clot; T.: kesilmek (süt) ҡ.
Эремсек төйөрҙәре барлыҡҡа килеү, төйөрләнеү. □ Творожиться, свёртываться. Эремсекләнеп тороу. Эремсекләнеп ойоу. Һөт эремсекләнде.
ЭРЕН (Р.: гной; И.: pus; T.: irin) и.
1. Шешкән урынға йыйылған йәшкелт һары, насар еҫле ҡуйы шыйыҡлыҡ. □ Гной. / Гнойный. Эрен йыйыу. Эрен ағыу. Эренен һытып сығарыу. ■ Ауырыуҙың температураһы нормалләшһә лә, упкәһе төҙәлеп бөтмәгәйне әле, аяғындағы яраһынан да эрен ағып тора ине. Ф. Әсәнов. Яра уңала башлағас, көпшә тығып, эренен, һулен аҡ мамыҡ менән һурҙырып торҙолар. 3. Ураҡсин.
2. Күҙ төбөнә йыйылған аҡһыл һары нәмә. □ Слезистое выделение из глаза. Куҙ-ҙең эренен алыу. Ҡуҙ төбөнә эрен йыйылыу. ■ [Шаһиҙың] куҙ ҡойроғона борсаҡ тиклем һары эрен ҡатҡан, куҙҙәре көслөк менән генә асыла. А. Таһиров.
185